«Йыл хужаһы» салаты

Иҫке йылды оҙатырға ла күп ҡалманы. Күптәрегеҙ байрам табыны тураһында уйлай башлағандыр ҙа инде. Яңы йылда сағыу «Әтәс» салаты ла өҫтәлегеҙҙе йәмләп, матурлап торор. Әйҙәгеҙ, уны бергәләп әҙерләп ҡарайыҡ.

Маринадланған бәшмәк

Бәшмәк йыйыу осоро башланды. Иткә торошло был ризыҡтан бәлеш һалырға ла, икра эшләргә лә, ҡышҡылыҡҡа тоҙларға ла була. Ә һеҙ беләһегеҙме, маринадланған бәшмәктәр тоҙланғанына ҡарағанда һәйбәтерәк һаҡлана икән. Был турала беҙгә Белорет районының Йөйәк ауылында йәшәүсе тәжрибәле бәшмәксе Фәнүзә апайығыҙ Сәйғәфәрова һөйләне һәм үҙенең рецепттары менән дә уртаҡлашты. Шулай итеп, әйҙәгеҙ эшкә тотонайыҡ.

Еңеүсенән — шәп рецепт

Быйыл СТС каналында барған «МастерШеф. Балалар» телевизион тапшырыуының еңеүсеһе булып Рәсәйҙең Балашиха ҡалаһынан 15 йәшлек Лёша Старостин танылғайны. Ул аш-һыуға оҫталығы менән барыһын хайран ҡалдырҙы. Уңған егет төрлө халыҡтарҙың рецептарын күп белә, бигерәк тә йорт ризыҡтарын бешерергә әүәҫ. Әле Лёша тиҫтерҙәренә оҫталыҡ дәрестәре биреү менән мәшғүл. Һеҙгә уның бер рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Кетчуп

Бөгөн кетчуп – донъялағы иң популяр соустарҙың береһе. Уны төрлө ризыҡ­ҡа ҡушырға мөмкин. Тәжрибәле ашнаҡсылар әйтеүенсә, өйҙә әҙерләнгәне магазинда һатылғанына ҡарағанда күпкә тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та. Әйҙә, беҙ ҙә уны үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Хәҙер баҡсалағы помидорҙың да ҡып-ҡыҙыл булып өлгөргән сағы. Төрлө тәмләткестәр, үләндәр, туралған йәшелсә ҡу­шып, үҙенсәлекле итеп әҙерләргә мөмкин. Теләк һәм ваҡыт ҡына …

Continue reading ‘Кетчуп’ »

Алма ҡағы

Башҡорттар элек-электән еләк-емеш ҡағы эшләргә әүәҫ булған. Әле генә ауылдарҙа был ризыҡты бик әҙерләп бармайҙар. Күптәр ҡайнатманы ла эшләмәй хәҙер, емеште туңдырғысҡа һалып ҡуялар ҙа ҡышҡыһын алып, иретеп ашай­ҙар. Әлбиттә, йәйҙе һағын­ғанда еләкләп сәй эсеүе бик күңелле. Әммә ҡаҡ эшләһәң дә, еләк-емештең витаминдары һаҡлана, һаулыҡҡа фай­ҙалы ризыҡ килеп сыға.

Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә

Дуҫтарым, һеҙ бешерергә әүәҫме? Әллә әҙерҙе генә ҡап­ҡыларға яратаһығыҙмы? Ә мин әсәйемдән аш-һыу сер­ҙәренә өйрәнәм. Моғайын, сәй ҡайната, йомортҡа бешерә беләһегеҙҙер. Мин дә шунан башланым. Әсәйем менән атайым өйҙә булмағанда Арыҫлан ҡустым менән ас ултырмайбыҙ. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Белгәнемдең иң еңелдәрен һеҙгә лә өйрәтмәксемен.

Ҡабартма

Был тәмлекәсте бешереү өсөн нимәләр кәрәкме? 250 миллилитр һөт, 60 грамм аҡ май, 1 йомортҡа, 10 грамм әсетке, 2 аш ҡалағы шәкәр, 400 грамм тирәһе он, ярты балғалаҡ тоҙ, 300 – 350 миллилитр көнбағыш майы.

Ҡойҡа

Был ризыҡты һуғымдың баш-тояғынан нәҡ ошо ваҡытта әҙерләйҙәр. Уларҙы турап, һөйәктәре менән бергә 5 – 6 сәғәт ҡайнатырға кәрәк. Аҙаҡ һурпаны һөҙәләр, итте һөйәгенән айырып алып, ваҡлап турайҙар йәки ит турағыс аша үткәрәләр. Шунан инде һурпаға һалып, тағы ла ҡайнатырға ҡуялар. Борсаҡлы борос, тоҙ, лавр япрағы, һуған һалып, йәнә 30 минут ҡайнаталар. Әҙер ризыҡты матур …

Continue reading ‘Ҡойҡа’ »

Яҙғы салат

Яҙғыһын организм төрлө витаминдарға ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә емеш-еләк, йәшелсәләр, уларҙан салаттар эшләп ашау бик тә файҙалы. Әфлисунда бик кәрәкле «С» витамины күп. Әйҙәгеҙ, ябай ғына бер салат әҙерләп ҡарайыҡ әле.