Кәбеҫтә япрағына төрөп тоҙланған ҡыяр

Әле нәҡ төрлө салаттар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләй, ҡыяр, помидорҙар тоҙлай торған мәл. Ә һеҙҙең ҡыярҙы кәбеҫтә япрағы­на төрөп тоҙлағанығыҙ бармы? Бик тәмле килеп сыға. Ул бы­лай эшләнә: 3 литрыҡ банканың төбө­нә керән япрағы, укроп, ҡарағат япрағы, 2 – 3 теш һарымһаҡ һалабыҙ. Ҡыярҙың ҡойроҡ остарын киҫеп, кәбеҫтә япраҡтарына төрәбеҙ. Банкаға матур итеп теҙеп тултырғас, өҫтөнә …

Continue reading ‘Кәбеҫтә япрағына төрөп тоҙланған ҡыяр’ »

Ҡымыҙ

«Яҙ көнө ҡара тупраҡлы ер хуш еҫтәр бөркөп торған һутлы үлән менән ҡапланғас, ә ҡыш буйы ныҡ ябыҡҡан бейәләр көрәйгәс, барлыҡ арандарҙа ҡымыҙ әҙерләү башлана. Сабыйҙарҙан алып ҡарыуһыҙ ҡарттарға тиклем, кем эсә ала, бөтәһе лә ошо шифалы, аҫыл батырҙар эсемлеген эсәләр һәм ғәжәп хәл: һалҡын ҡыштың ауырыу сырхауҙары ла юҡҡа сыға, хатта ҡартлыҡтан һурылған, тартылған …

Continue reading ‘Ҡымыҙ’ »

«Селтәрле» ҡоймаҡ

3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ һәм шәкәрҙе бергә ҡушып туғығыҙ. Әҙер массаға 200 миллилитр һөт ҡойоғоҙ, әҙерәк аш һеркәһендә һүндерелгән сода өҫтәгеҙ һәм ҡуйы ҡаймаҡ кеүек масса килеп сыҡҡансы он һалып йәнә бутағыҙ. Уға 300 миллилитр йылымыс һөт өҫтәгеҙ. Ҡамыры­ғыҙ шыйыҡ ҡына килеп сығырға тейеш. Ә ҡоймағығыҙ селтәрле булһын тиһәгеҙ, тағы ла ярты стакан …

Continue reading ‘«Селтәрле» ҡоймаҡ’ »

Файҙалы кәңәштәр

* Һуғанды капрон колготкиҙа һаҡлаһағыҙ, ул 8 айға тиклем боҙолмаҫ. *Туралған йәшел һуғанды туңдыр­ғыста пластик бутылкаларҙа тотоғоҙ. Тик һалыр алдынан уның ҡоро булыуын ҡарағыҙ. * Бөтә аҙыҡ-түлекте лә һыуытҡыс­ҡа һалырға тимәгән. Өйҙәге комната температураһында авокадо, абрикос, банан, һарымһаҡ, киви, ҡауын, һуған, груша, персик, слива, ананас, картуфты тоторға була. Ә һыуытҡыста – алма, еләк, брокколи, кәбеҫтә, …

Continue reading ‘Файҙалы кәңәштәр’ »

«Эт» бутерброды

Был бутербродты йәшел салат япрағы өҫтөнә эшләйбеҙ. Тостер икмәгенә май һөртәбеҙ, уның өҫтөнә шаҡмаҡ сыр киҫәге һалабыҙ. Эттең кәүҙәһе, башы, аяҡтары, ҡойроғо бешерелгән колбасанан әҙерләнә. Ҡолағы менән өҫтөндәге төртөк­тәр – ярым ыҫланған кол­басанан. Күҙе, танауы – зәйтүн емешенән, ҡашы йәшел укроптан яһала.