Һәр өйгә киләсәк

«Йәншишмә»гә — синыф менән! Беҙ республикабыҙҙа сыҡҡан «Йәншишмә» гәзитен, «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарын синыф менән уҡыйбыҙ, фекер алышабыҙ. Әкиәттәр бик оҡшай. Шиғырҙарҙы ятлап алабыҙ. Республиканың төрлө мәктәптәрендәге яңылыҡтар менән танышып барабыҙ.

Бишенселәр ҙә өлгә күрһәтә

«Әсә теленә рәхмәт!» акцияһында ҡатнашып, Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбе күптәргә өлгө күрһәткәйне. Бына тағы ла һөйөнөслө хәбәр алып ҡыуандыҡ. Был юлы шул уҡ белем усағынан V «А» һәм V «Б» синыфы уҡыусылары синыф етәкселәре Лилиә Фәнис ҡыҙы һәм Салауат Урал улы Ҡашҡаровтар менән «Йәншишмә»гә бер йылға яҙылып, мәктәп китапханаһына подписка бүләк иткән. Афариндар!

Аҙна һайын – отош

Тағы ла бер уйын үтте. Йәрәбә буйынса 4 стакан менән графин Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан йәш хәбәрсебеҙ – Айгөл Сөләймәноваға, салат һауыттары Баймаҡ районы Күсей ауылынан Нәркәс Үтәғоловаға сыҡты. Ҡотлайбыҙ!

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Акциябыҙ дауам итә. Был юлы гәзит сығарышырға баш ҡаланың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы уҡыусылары килде. Алтынсынан Әҙилә Шаһыбалова, һигеҙенсенән Әлиә Йәнбирҙина, Илназ Ишбирҙин, Зилиә Исҡужина, Раушания Мусиналар баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы Хоҙайбирҙина менән «Йәншишмә»нең икенсе битен эшләп ҡараны. Редакцияға килеүсе балалар үҙҙәрендә лә «Ҡурай» гәзитен сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша икән. Беҙҙә …

Continue reading ‘«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»’ »

Аҙна һайын – отош

Был юлы бәхет кемдәргә йылмай­ҙымы? Өфөләге республика инженер интернат-лицейы тәрбиәсеһе Клара Ғәйфуллинаға һәм Бөрйән районының Байназар ауылынан әүҙем яҙышып тороусы йәш авторыбыҙ Сәлимә Дәүләтшинаға. Сәлимәгә термо-көрөшкә эләкһә, Клара Дархан ҡыҙына – салат һауыттары йыйылмаһы. Башҡалар ҙа әүҙемерәк булһын ине. Бүләктәр уйнатыла башланы ғына. Әйҙәгеҙ, «Йәншишмә»гә яҙыла һалығыҙ ҙа квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакциябыҙ адресына йәки гәзиттең электрон …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Аҙна һайын – отош

Уйыныбыҙ яңы ғына башланһа ла, редакцияға квитанцияларҙың байтаҡ ҡына килеүе ҡыуандыра. Әле бына йәрәбә тартып, приз хужаларын билдәләнек. Бындай бәхеткә Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһынан Әлфиә Ҡыҙрасова менән Белорет районы Йөйәк ауылынан Гөлдәр Тимерәевалар лайыҡ булды. Әлфиә апай сәй бешерә торған сәйнүк отһа, Гөлдәргә салаттар йыйылмаһы сыҡты. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бүләк­тәрҙе килеп алғанда паспорт йәки тыуыу …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

«Әсә теленә рәхмәт!»

Мәғариф министрлығы «Әсә теленә рәхмәт!» хәйриә акцияһын башлап ебәргәйне. Унда уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар ҡатнаша ала. Акция барышында өй китапханаһынан туған телдәге китапты сканер аша үткәреп, бүләк итергә һәм уны сайтҡа урынлаштырырға; туған мәктәп өсөн гәзиткә йәки журналға яҙылырға, мәктәп программаһынан әҫәрҙәр менән слайдтар эшләргә һәм медиатеканы тулыландырырға мөмкин. Акцияның координаторы – Гүзәлиә Исхаҡова, телефоны: (347) …

Continue reading ‘«Әсә теленә рәхмәт!»’ »

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Был аҙнала 84-се татар гимназияһынан Ынйы Ямалетдинова, Ынйы Бәҙретдинова, Илүзә Икрамова, Ләйсән Ғәлиевалар үҙҙәрен гәзит хеҙмәткәрҙәре итеп тойоп ҡараны. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулап өлгөргән ҡыҙҙар өсөн акцияла ҡатнашыу тәүге тәжрибә булды. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүзилә Фәйзулла ҡыҙы Үтәева менән «Йәншишмә»­нең икенсе битен сығарҙы.

Аҙна һайын — отош

Дуҫтар! Кемдәр 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына «Йән­шишмә»гә яҙылған, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ. Ни өсөнмө? «Аҙна һайын – отош» бәйгеһе башланды бит! Уйын йыл аҙағынаса дауам итә. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы бик матур бүләктәр әҙерләгән. Гәзитле лә, призлы ла булғығыҙ килһә, уйындан ситтә тороп ҡалмағыҙ!

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Ә был юлы «Йәншишмә»не сығарышырға республика инженер интернат-лицейының VII «А» синыфы малайҙары – Айҙар Ишкинин, Мортаза Кәйекбирҙин, Максим Дмитриев, Нургиз Мәмбәтов, Айнур Хәсәновтар килде. Улар етәкселәре Клара Дархан ҡыҙы Ғәйфуллина менән гәзиттең икенсе битен эшләп ҡараны. Гәзит сығарыу мауыҡтырғыс булһа ла, компьютерҙа материалдарҙы төҙәтеп, уларҙы матур итеп урынлаштырыу еңелдән түгел икәнен белделәр. Киләһе акциябыҙҙа кемдәр …

Continue reading ‘«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»’ »