Үҙебеҙҙең ирекмәндәр бар

Быйылғы йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы Дауыт Юлтый исемендәге китапханала ла әүҙем эш алып барыла. Һәр теләгән уҡыусы ирекмән булып китә. Улар иҫке китап, журналдарҙы ипкә килтереүҙә, өйҙәренән сығып йөрөй алмаған ололарҙы, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикле булғандарҙы китаптар, гәзит-журналдар менән тәьмин итеүҙә ярҙамлаша.

Әгәр ирекмән булам, тиһәң…

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы иғлан ителеү айҡанлы беҙҙең мәктәптең IX «A» синыфы уҡыусылары Дим районында урынлашҡан 13-сө ҡала китапханаһында балалар өсөн ойошторолған кисәлә ҡатнашты. Кем ул ирекмән? Нимә менән шөғөлләнәләр? Күптәрҙе шундай һорауҙар борсой ине. Китапханасы апайҙары видеороликтар күрһәтте, иң кәрәкле мәғлүмәтте табып бирҙе.

Ирекмәндәр старт алды

2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Шы­ғай ауылында балалар һәм үҫмерҙәрҙән тор­ған ирекмәндәр төркөмө ойошторолдо. Етәкселәре – китапханасыбыҙ Венера Ишмырҙа ҡыҙы Эниева.