Бәхет асҡысы – ғаиләлә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ғаилә ҡиммәттәренә арналған «Татыу ғаилә – ил күрке» тигән фестиваль үткәрелде. Ул бер нисә этаптан торҙо һәм йыл буйына барҙы. Яңыраҡ сараны «Ғаилә – бәхет асҡысы» тигән байрам менән матур итеп йомғаҡлап ҡуйҙылар.

Илемде, иңемде һаҡлай ғаиләм – ҡәлғәм минең!

Һаумы, Жәмһәриә! Һиңә Әбйәлилдән хат яҙыусы Нәркәс булыр. Хатыңды алдым, сәләмдәреңде еткер­ҙем. Нимә яҙғанһың, барыһын да аңланым. Хәлдәрең нисек? Ниндәй яңылыҡтар бар? Каникулда ҡай­ҙа барырға йыйынаһың? Ниндәй китаптар уҡырға яратаһың? Һин минең ғаиләм тураһында яҙыуымды үтенгәнһең, һорауыңды үтәйем. Өләсәйем тәфсирләп шәжәрә тураһында һөйләгәйне. Бына нимә тине ул: «Баш­ҡорт шәжәрәләре йөҙҙәрсә йылдар буйына быуындан-быуынға төҙөлә килгән, …

Continue reading ‘Илемде, иңемде һаҡлай ғаиләм – ҡәлғәм минең!’ »

Тимер олатай, тимер өләсәй

Олатайым Мортаза Ғәлләм улы Аллабир­ҙин 1924 йылдың 23 февралендә Тимер ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъя­ға килгән. Ул – минең әсәйемдең атаһы. Үҙе тере саҡта беҙ йыш ҡына олатайымдарға ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Үҙҙәрен «тимер олатай», «тимер өләсәй» тип йөрөттөк. Уларҙа шул хәтлем рәхәт ине. Олатайым беҙҙе яратып, һәр саҡ арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөүе һаман хәтеремдә. Тәүҙә …

Continue reading ‘Тимер олатай, тимер өләсәй’ »

Атанан күреп ул үҫер, әсәнән күреп ҡыҙ үҫер

Иртәнге ҡояш нурҙары битемдән иркәләй. Эй, рәхәт тә һуң! Күҙҙәремде астым да тирә-яғыма күҙ һалам. Тып-тыныс. Туҡта! Тышта балта тауышы ишетелә түгелме? Эйе, атайым яңы һалынып ятҡан өй тирәһендә нимә менәндер булыша. Тиҙ генә кейендем дә урамға сыҡтым. Рәхәтлеге-е-е! Йоҡо ла осто. – Торҙоңмо ни, улым, ярҙамсым минең, – тип атайым арҡамдан һөйә. Тыуған өйөмдә …

Continue reading ‘Атанан күреп ул үҫер, әсәнән күреп ҡыҙ үҫер’ »

Мин бәхетле атай-әсәй, туғандарым менән!

Ат тояҡтары тауышы, ҡурай моңо ҡолағыма салына. Шифалы үләнле яландар, емеш-еләккә бай урмандар, балыҡ уйнаған йылғалар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, өйөр-өйөр булып утлап йөрөгән йылҡылар күҙ алдынан уҙа. Әйтерһең дә, Хоҙай Тәғәлә күктән осоп барғанда хазина тултырылған тоғо тишелеп, байлығының иң күп өлөшөн ошонда, Башҡортостан тигән ил өҫтөндә, төшөрөп ҡалдырған. Республикала нефть, газ, файҙалы ҡаҙылмалар ҙа …

Continue reading ‘Мин бәхетле атай-әсәй, туғандарым менән!’ »

Ауылыбыҙ ғорурлығы улар

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында иңгә-иң терәшеп 62 йыл бергә ғүмер кисергән Ғилминур инәй һәм Сәлихйән олатай Тулыбаевтар йәшәй. Улар 1956 йылда өйләнешә, алты бала: 2 ҡыҙ һәм 4 малай үҫтерәләр. Сәлихйән олатай 1939 йылда донъяға килә. Тыуған ауылында башланғыс мәктәптә белем ала. Артабан Юлыҡҡа уҡырға бара, тик аслыҡҡа сыҙай алмай ҡайтып китә. – Ауылда аҙ …

Continue reading ‘Ауылыбыҙ ғорурлығы улар’ »

Ҡояшҡа оҡшатам

Әсәйҙәрҙе тик тиңләргә мөмкин Йәшәү сығанағы – Ҡояшҡа.                                       Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов. Әсәй! Ниндәй ҡәҙерле һүҙ! Әсәйемде мин ҡояшҡа оҡшатам, ә нурҙары – беҙ, балалары. Һәр көн иртән ул иркәләп уята, наҙлап яратып ала, яҡты нурҙары менән өйҙө йылытып ебәрә. Ниндәй оло бәхет – әсәйле булыу! Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА. Әбйәлил районы, Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Әкиәт яратыусы Үтәевтәр

«Бер ҡатын йәшәгән. Ул өс ҡыҙын ашатып-эсерер өсөн көнө-төнө эшләгән. Өс ҡыҙ ҙа ҡарлуғас кеүек етеҙ, тулған айҙай матур йөҙлө булып үҫкән. Бер-бер артлы кейәүгә сығып, әсә йортон ташлап киткәндәр…»

Эш һөйгәнде ил һөйгән

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Абдуллиндарҙың ялт итеп торған донъяһына барып инеү менән күңелдәр ҙә нурланып, яҡтырып киткәндәй була. Өҫтәүенә, йорт хужаһы һәм уның тормош иптәше лә алсаҡ, асыҡ йөҙлө кешеләр булып сыҡты.

Мәхмүтовтар – иң-иңе!

Шарҙар шартлатыу, пантомима күрһәтеү, кем тиҙерәк керҙәрҙе элә, йомаҡ сисә, хәрефтәрҙән һүҙҙәр йыя, кейенә һәм ашап бөтә… Ғаилә йылына арналған сарала ниндәй генә бәйгеләр ойошторолманы.