Уймаҡ хикәйәләр

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ауылда кемдәрҙең һуғышта ҡатнашып ҡайт­ҡанын белмәй ҙә торғайныҡ. Улар тураһында һөйләүсе лә булманы, осрашыуҙар ҙә үтмәне. Еңеү байрамы дәүләт кимәлендә уҙғарылманы. Ветерандар орден-миҙалдарын да тағып йөрөмәне. Шулай ҙа үҙҙәренсә был көндө билдәләп, яу йылдарын беҙгә – бала-сағаға һөйләйҙәр ине.

Көлсә

Кисә бер туҡтамай ямғыр яуҙы. Бөгөн һуғышсылар рухы аяҙ көн теләнеме, ҡояш күк йөҙөнән йомарт йылмайҙы. Әйтерһең, ил буйлап ятып ҡалған атай-олатай­ҙар йәне 9 Майҙа ауылдаштары менән осрашып, үҙҙәре рухына аят ба­ғышлата. Тыныслыҡтың хаҡы үтә ҡиммәт булған. Ул утыҙ миллионлап һуғышсыларҙың ҡаны менән яуланған. Ата-бабаларыбыҙ фа­шис­тарҙы ҡыйратып, «Ура!» ҡыс­ҡырғанда ла йылы булған, тиҙәр.

Бабич

Билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Бабич» романын тамамланы. Һеҙгә ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Роман тулыһынса «Ағиҙел» журналының быйылғы 6-сы һанында баҫыла башлай. Өҙөктә ҡаҙаҡтарҙың Бабичты урлап, баҙға бикләп ҡуйыуҙары хаҡында бәйән ителә.

Дуҫлыҡ уғы

Әлнисә Кәримова (Алдырханова) үҙе белем алған Сибай интернат-гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әйткәндәй, нәҡ ошо белем усағында ул Ирек Кинйәбулатов етәкләгән әҙәби түңәрәккә йөрөй, 1977 йылда етенсе синыфта «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең «Йәш хәбәрсе» танытмаһына эйә була. Бөгөн үҙе лә ижад итә, уҡыусылары ла яҙыша. Гөлдәниә Һағынбаева, Гөлдәр Ишйәрова, Лиана Сәғитова, Сөмбөл Ласыновалар …

Continue reading ‘Дуҫлыҡ уғы’ »