83 йәштә булһам да…

«Йәншишмә» – минең яратҡан гәзитем, ғүмер юлдашым. 38 йыл эш дәүерендә бер ваҡытта ла унан айырылғаным булманы. Бөгөн дә алдырам. Хеҙмәт юлым 1958 йылда Ҡыйғы районы Ҡәҙер мәктәбендә (хәҙер Дыуанға ҡарай) башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм пионер вожатыйы эшен йөкмәттеләр. Баштан уҡ уҡыусыларҙы гәзит менән ҡыҙыҡһындырырға тырыштым. Дәресте «Йәншишмә»гә («Башҡортостан пионеры») күҙәтеүҙән башланым. …

Continue reading ‘83 йәштә булһам да…’ »

«Йәншишмә»нән күңелдәргә йәм күсә

Хөрмәтле ата-әсәләр! Үҙемдең дә бала һәм үҫмер саҡтарым иҫкә төшөп китте лә гәзит аша һеҙгә өндәшеп ҡарарға булдым әле. Һүҙем мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус баҫма – «Йәншишмә» гәзите тураһында. Һәм ул ғына ла түгел. Исеменән үк моңло шишмә сыңы ишетелеп торған был тылсымлы балалар гәзитен әгәр алдырһағыҙ, өйөгөҙгә ул мотлаҡ ҡот, бәрәкәт һәм шатлыҡ …

Continue reading ‘«Йәншишмә»нән күңелдәргә йәм күсә’ »

Бала саҡ уйындары

Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап үҫеү сығанағы булып тора. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙ­лөкһөҙ хәрәкәттә була, аралаша, үҙен тиҫтерҙәре араһында тоторға өйрәнә.

Каникулың матур үтһен!

Тағы ла бер уҡыу йылы үтеп китеп, йәмле йәй ҙә етте! Әҙерәк кенә һауа торошоноң көй­һөҙләнеүе эсте бошорһа ла, тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы күңелде күтәрә барыбер, эйе бит, дуҫтарым. Был йәйҙе нисек үткәрергә планлаштыр­ҙығыҙ әле? Ҡайҙа ял итәһегеҙ, кемдәр менән осрашасаҡһығыҙ, ниндәй эштәр атҡарасаҡ­һығыҙ? Бер нәмә лә күҙ уңынан ысҡындырылманымы?

Һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйлә!

Әлфиәнең синыфташ малайҙары тәнәфес ваҡытында «ҡылыслы» уйнарға ярата. Тал сыбығы йә булмаһа берәй таяҡты ҡылыс итеп тотоп алалар ҙа бөтә шартына килтереп, алыша башлайҙар. Кем иптәшенә ҡоралы менән беренсе булып төртә ала,  шул – еңеүсе. Ситтән күҙәтеп тороуы ла бик мәрәкә. Тик бына уҡытыусылар ғына, малайҙар­ҙың хәүефһеҙлеген уйлаптыр инде, был уйынды тыя. Әлфиәләрҙең синыф етәксеһе …

Continue reading ‘Һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйлә!’ »

Ауырыу хәлен һау белмәй

Мәктәптә үтәсәк Яңы йыл кисәһенә дәртләнеп әҙер­ләнеп йөрөгәндә Әмилә ауырып китте. Ҡапыл эсе ауыртыу­ға сыҙамаған ҡы­ҙын күреп, әсәһе «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыртты. «Һуҡыр эсәк», – тип алып та киттеләр. Операция эшләгән табип ағай: «Байрамға йүгереп йөрөрһөң әле», – тиһә лә, урынынан саҡ тороп, яйлап ҡына атлай. Киҫкен хәрәкәт эшләү түгел, көлһә лә тегелгән урын тартышып, …

Continue reading ‘Ауырыу хәлен һау белмәй’ »

Йәшәү ҡәҙерен белегеҙ!

Бала саҡ, мәктәп йылдары… Кеше ғүмеренең иң яҡты, күңелле, мөғжизәле мәле. Уйнайбыҙ, көләбеҙ, белем донъяһын гиҙәбеҙ, дуҫтарыбыҙ менән аралашабыҙ. «Их, ниңә генә ғүмерҙең шундай матур мәле оҙағыраҡ булмай икән», – тип әсенәм мин. Күҙ асып йомған арала үтә лә китә шул. Әле генә беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡайным, инде ун беренсе синыфҡа ла еттем.

Ауырлыҡтар ваҡытлыса ғына бит ул

Вадим урта мәктәпте бер нисә йыл элек тамамланы. Бик һөйкөмлө, аҡыллы, тыныс холоҡло егет ул. Ләкин уҡыу­ҙа әллә ни уңышҡа ирешә алманы. Бәлки, ата-әсәһенең айырылышып, бергә йәшәмәүҙәре, улдарына тейешле иғтибар биреп еткермәүҙәре арҡаһындалыр. Нимә генә тимә, математиканан да, урыҫ теленән дә Бер­ҙәм дәүләт имтиханы буйынса аттестат алырлыҡ балл йыя алманы. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Иптәштәренең ҡулдарына аттестат …

Continue reading ‘Ауырлыҡтар ваҡытлыса ғына бит ул’ »