Бишек йырын беләһеңме?

Балаларҙы халҡыбыҙҙың бишек йырҙары менән таныштырыу, уларҙың эстәлеген һәм тәрбиәүи үҙенсәлектәрен асыҡлау, әсәй-атайҙарыбыҙҙың, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың моңло бишек йырҙарына һөйөү тәрбиәләү – беҙҙең, тәрбиәселәрҙең, изге бурысы.

Телле башҡорт – мин барында йәшәр әле минең илем!

Беҙҙең Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында VII – VIII синыф уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән II республика олимпиадаһы уҙҙы. Был бәйгегә үҙ көстәрен һынап ҡарарға 16 райондан, 4 ҡаланан 70-тән артыҡ уҡыусы килгәйне. Жюри ағзалары итеп баш ҡалабыҙҙан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының педагогия фәндәре кандидаты Миндебай Юлмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма …

Continue reading ‘Телле башҡорт – мин барында йәшәр әле минең илем!’ »

Көслө хистәр уята

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәбирә Вәлиуллинаға. Туған телде яратыуҙан Башлана һөйөү илгә. Телен белгән, илен һөйгән Шәхестәр кәрәк беҙгә. Шулай тиеп уҡытыусым, Беҙҙе бер аҙ уйлата. Телгә ҡарата шулай ул Көслө хистәр уята. Искәндәр ҒӘБИТОВ, VI синыф уҡыусыһы. Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы.

Киләсәк яҙмышы – үҙебеҙҙең ҡулда

Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә, фекерләү ҡеүәһе киңәйә, аҡылы, зауығы үҫә. Ул кешеләр менән аралаштыра, белем, ғилем бирә, мәҙәниәт, йолаларыбыҙ менән таныштыра, изгелек, мәрхәмәтлелек, батырлыҡ, матурлыҡ кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләй. Беҙ туған телебеҙҙә генә рәхәтләнеп һөйләшә, аралаша алабыҙ.

Наҙлы гөлөм

Бала донъяға килеү менән уны иң яҡын кешеләре уратып ала, үҙҙәренең яратыу­ҙарын бүләк итә. Бишек йыр­ҙары аша туған телгә һөйөү орлоҡтарын һалалар, һөйләшергә өйрәтәләр. Ә туған тел аша Тыуған илгә, тәпәй баҫҡан нигеҙгә һоҡланыу, яратыу хисе уяталар. Сабый бала, үҙ сиратында, ата-әсәһе телен­дә һөйләшә башлай. Уның ярҙамында донъя­ны таный. Мин Башҡортостан Республикаһының гүзәл тәбиғәтле, бай …

Continue reading ‘Наҙлы гөлөм’ »

Телдән төшкән тел юҡ булыр, телдәге тел ныҡ булыр

Әлли-бәлли бәпкәһе, Ҡайҙа киткән әнкәһе? Урмандарға еләккә, Бәләкәскә бүләккә. Әлли-бәлли итер ул, Үҫеп кенә китер ул да Бик ҙур кеше булыр ул. Әлли-бәлли итер ул, Матур ҡыҙсыҡ булыр ул… Өләсәйем гел генә шулай һамаҡлап йоҡлатырға һала. Ә мин ошо һоҡланғыс моңло көйҙө тыңлайым, йөрәккә май булып яғыл­ған һәр һүҙҙе иҫемдә ҡалдырыр­ға, ятлап алырға тырышам. Үҙемә …

Continue reading ‘Телдән төшкән тел юҡ булыр, телдәге тел ныҡ булыр’ »

Бәләкәйҙән тәрбиә алдым

Башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡорт телендә, Минең йәшәү тамырҙарым Башҡорт ерендә. Рәшит ШӘКҮР. Мин – башҡорт ҡыҙы. Телем туған баш­ҡорт телендә асылған. Бәләкәй саҡта өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе, легендаларҙы тыңлап үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡты донъянан китеп барҙы. Өләсәйем тәрбиәһе, һабаҡтары минең тормошомда ҙур роль уйнай. Әсәйем татар ҡыҙы булһа ла, баш­ҡорт телен бик хөрмәт итә. Беҙ …

Continue reading ‘Бәләкәйҙән тәрбиә алдым’ »

Туған телгә һөйөү уяталар

Дүртөйлөләге 6-сы балалар баҡсаһында Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, халҡы, унда йәшәүсе милләттәрҙе өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Беҙҙә башҡорт теле буйынса «Ҡояшҡай» түңәрәге лә эшләй. Алһыу Рәдис ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә кескәйҙәр туған телебеҙҙә матур, дөрөҫ итеп һөйләшергә өйрәнә, башҡорт халыҡ әкиәттәре, йолалары, уйындары менән таныша, тасуи­ри уҡыу күнекмәләренә төшөнә. Беҙҙең баҡсаның ишеге һәр кем өсөн …

Continue reading ‘Туған телгә һөйөү уяталар’ »

Наҙым да һин, зарым да һин

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин! Һығылма бил тал сыбыҡтай наҙлы ла һин! Аллы-гөллө гөл-сәскәләй нәфис тә һин! Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле! – тип яҙа үҙенең шиғырында яратҡан яҙыусым Зәйнәб Биишева. Эйе, донъялағы иң моңло һәм иң гүзәл тел ул минең туған телем! Башҡорт теле! Ниндәй ғорур яңғырай! Йырҙарҙа данлап йырланған, шиғырҙарҙа маҡтап …

Continue reading ‘Наҙым да һин, зарым да һин’ »