Йәмилдең йондоҙло «шәмдәл»е

Һуңғы ваҡытта бер генә башҡорт йәштәре сараһы ла таныл­ған йырсы Йәмил БАЙМЫРҘИНһыҙ үтмәй. Уны Өфөлә лә, республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларында ла көтөп алалар. Йырлағанын кескәйҙәр ҙә, хаҡлы ялдағы өлкәндәр ҙә бик ярата. Ә телевизорҙан «Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна» тигән йыр башланһа, бөтәһе лә экран алдына йүгерә. Йәмилдең бейегәнен дә ныҡ оҡшаталар. Ҡайһы яҡтың егете икән …

Continue reading ‘Йәмилдең йондоҙло «шәмдәл»е’ »

Джастин Бибер менән дуэтта йырлағым килә

Яратманың мине, яратманың, Күңел ярам яна әрнеүҙән. Тик һаман да һинең һөйөүеңә Өмөт итәм әле мин, түҙәм. Ниндәй йырҙың ҡушымтаһы әле был, танынығыҙмы, дуҫтар? Эйе, «Яратманың мине». Йәш, өмөтлө йырсы Илнур Рамаҙанов башҡара. Ул хәҙер хитҡа әйләнеп китте. Нәҡ ошо йыр Илнурға киң танылыу килтерҙе, тиһәк тә хата булмаҫ. Тәүҙә «Юлдаш-хит» конкурсында еңеү яулағайны. Шунан …

Continue reading ‘Джастин Бибер менән дуэтта йырлағым килә’ »

«Йөрәгем дә һинең өсөн, һинең өсөн күңелем, күңелемде йылытыусым, ҡояшым, берҙән-берем»

Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин… Сәнғәтебеҙҙең күгендә сағыу балҡыған йондоҙло пар. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артистары улар. Береһе моңло йырҙары менән күңелдәрҙе әсир итһә, икенсеһе күҙ эйәрмәҫ оҫта бейеүҙәре менән тамашасыларҙы һоҡландыра. Һайлаған һөнәрҙәрен ихлас яратҡан артистар һәр ваҡыт ижади эҙләнеү өҫтөндә, яңынан-яңы проекттар әҙерләй, яҡты уй-хыялдар менән йәшәй.

«Йырҙың көйө лә, һүҙҙәре лә матур булһын»

Һәр сағыу концертта: «Һеҙҙең өсөн йырлай Рәил Өмөтбаев!» тигән тауышты ишетеүгә, тамашасылар, бигерәк тә йәштәр, «геү» итеп ҡала. Мәғәнәле һүҙҙәргә матур көйҙәр яҙылған йырҙар менән сығыш яһаусы сәхнә йондоҙон ныҡ яраталар. «Ҡояшым – көнбағышым», «Һаҡмар һылыуы», «Юлдаш», «Һағынам», «Белмәйем», «Әсә бәхете», «Бәхетле мин», «Онот уны», «Ҡыңғырау» һәм башҡа йырҙарҙы башҡарып, танылыу алған йырсы, аранжировкалар оҫтаһы …

Continue reading ‘«Йырҙың көйө лә, һүҙҙәре лә матур булһын»’ »

Йыр яҙмышы кеше ғүмере кеүек

Шундай халыҡсан, моңло йырҙар башҡарып, «Урал моңо», «Башҡорт йыры», «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас» конкурстарында ҡатнашып, тамашасы һөйөүен яулаған билдәле йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев бала саҡта бик шаян, шуҡ булған тип кем уйлаһын. Ауылдаштары, уҡытыусылары һаман да уның тураһында ҡыҙыҡ хәтирәләрҙе көлөп хәтерләп ала. Әйҙәгеҙ, был хаҡта Юнир Һағынбаевтың үҙенән һорап, бала саҡтың мөғжизәле мәлдәренә ҡайтып …

Continue reading ‘Йыр яҙмышы кеше ғүмере кеүек’ »