Линар Белый

Кем ул Линар Белый? Ниңә үҙенә ундай исем алған? Йәш йырсы матур йырлауы, моңло тауышы, әле йәштәр араһында киң таралған «шафл» стилендә бейеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Бөрйәндән, тиҙәр, ысынлап та, шулаймы икән? Барыһын да үҙенән белешергә булдым.

Иң ҙур байлыҡтары – балалары

Икеһе лә – республикабыҙҙа танылған сәнғәт кешеләре. Һеҙ табынған йондоҙҙар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп һәләтле йәш йырсыларға ҙур сәхнәгә юл асҡан «Гәлсәр һандуғас» проекты етәксеһе Земфира Байбулдина менән моңло йырҙар авторы, йырсы Рәдиф Зариповтың матур ғаиләһе тураһында әйтәм. Земфира республика кимәлендәге сараларҙы алып барыусы, телевидениела эшләгәндә матур тапшырыуҙар авторы булды, хәҙер үҙҙәренең «Гәлсәр һандуғас» тип …

Continue reading ‘Иң ҙур байлыҡтары – балалары’ »

Көйлө халыҡ иткән ҡурайым, көслө халыҡ иткән ҡурайым!

Дуҫтар, һеҙ ҡурай моңон тыңларға яратаһығыҙмы? Үҙебеҙҙең боронғо милли музыка ҡоралы һағышландыра ла, уйландыра ла, илата ла, бейетә лә, шулай бит?! Элек-электән ҡурай башҡорт менән һәр саҡ бергә булған: Ҡаһым түрә 1812 йылда Парижға еҙ ҡурайын тотоп барып ингән! Милли музыка ҡоралына ғүмер биреүсе күпме данлыҡлы ҡурайсыларыбыҙ бар. Бөгөн дә уларҙың һаны арта, Аллаға шөкөр. …

Continue reading ‘Көйлө халыҡ иткән ҡурайым, көслө халыҡ иткән ҡурайым!’ »

Йырла, егет, киреп киң күкрәгең!

Әгәр ҙә минән: «Башҡорт эстрадаһында иң-иң яратҡан йырсың кем?» – тип һораһалар, уйлап та тормай, Сәйет Сәйетғәлин, тип яуап бирер инем. Йәш, матур, көслө тауышлы йырсы «Йәшлек шоу – 2016» республика йәштәр фестивалендә беренсе урын алғайны, халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр дипломанты ла үҙе. Булмаһа, әйҙәгеҙ, уның менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

«Бәләкәйҙән артист булырға хыялландым»

Шулай ти Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Урал Әминев. Әле уҡырға төшмәҫ элек үк концерттарҙа сығыш яһап йөрөгән малай өлкәндәр менән бергә хатта күрше ауылдарға ла сыға. Бейергә ярата һәм үҫкәс, үҙен тик сәхнә кешеһе итеп кенә күрә. Йырсымы, бейеүсеме, драма театры артисымы – мөһим түгел. Ә бала саҡта нимә тураһында ныҡ …

Continue reading ‘«Бәләкәйҙән артист булырға хыялландым»’ »

Буласаҡ сәхнә йондоҙҙары ҡайҙа үҫә? Урал Рәшитов студияһында!

Дүрт ҡатлы бейек йорттоң ҡапҡаһын асып, эскә ингәс тә аллы-гөллө сәскәләр иғтибарҙы йәлеп итә. Ихата йәм-йәшел үлән менән ҡапланған. Балалар майҙансығы ла бар, бер яҡ ситтә ләүкелдәп ап-аҡ ҡына эттәре лә өрөп тора. Ултырып ял итер өсөн уңайлы ғына беседка ла яһап ҡуйылған. Ҡала ситендә хан һарайындай ошондай күркәм йортта кемдәр йәшәй икән, тиһегеҙме? Билдәле …

Continue reading ‘Буласаҡ сәхнә йондоҙҙары ҡайҙа үҫә? Урал Рәшитов студияһында!’ »

Йөрәгендә һайрай һандуғас

Башҡорт эстрадаһы күгендә Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА исемле үҙенсәлекле тауышлы йондоҙ ҙа бар. Уның сәнғәткә юлы уҡыусы сағында уҡ һалына. 1997 йылда йырсыларҙың Заһир Исмәғилев призына үткәрелгән район конкурсында II урынға лайыҡ булыуы ҡыҙҙа үҙ-үҙенә ышаныс тыу­ҙырғандыр. 2000 йылда «Йәшлек-шоу»ҙа «Йыл асышы» номинацияһында бүләкләнә. 2003 йылда йыл хиты булған «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» йырын һаман да тамашасылар бик …

Continue reading ‘Йөрәгендә һайрай һандуғас’ »

«Тәүге ролем Рәми Ғарипов булды»

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш, һәләтле актёры Артур КӘБИРОВ һеҙгә Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендәге – Тимерхан, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендәге – Закир, Зөһрә Бураҡаеваның сценарийы буйынса эшләнгән «Февраль бураны»ндағы – Рәми, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» спектаклендәге Ильяс һәм башҡа ролдәре аша яҡшы таныш. Ғәжәп талантлы егет ул …

Continue reading ‘«Тәүге ролем Рәми Ғарипов булды»’ »

Атайҙар һүҙе — аҡылдың үҙе

Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, ҡурайсы, бейеүсе Сәғиҙулла Баййегетов һәм уның ижады менән барығыҙ ҙа яҡшы таныш. Ә ул ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеп, хәҙер үҙе ниндәйерәк атай икән?