Көйөргәҙе һыуында ҡойоноп үҫкән

Арабыҙҙа шундай шәп егеттәр һәм ҡыҙҙар бар. Беҙ улар тураһында күп белгән кеүекбеҙ, ләкин үҙҙәре менән аралаша башлаһаҡ, әңгәмә­селәребеҙҙең эске донъяһы ни тиклем бай, һоҡланғыс икәнен күрәһең. Төрлө яҡтан һәләтле булыуҙарына хайран ҡалаһың. Шундай гимназистарыбыҙҙың береһе – X синыфты тамамлаусы Розалина Ибраһимова. Ул – «Көйөргәҙе һылыуҡайы – 2017», «Өфө һылыуы – 2017» конкурстары еңеүсеһе, яҡшы …

Continue reading ‘Көйөргәҙе һыуында ҡойоноп үҫкән’ »

Үҙ юлы бар

Ҡайһы ваҡыт гәзит йәки интернет биттәренән берәй күренекле кеше тураһында уҡып ултыраһың да, эх, мин дә шулай булһам ине, тип хыялға сумаһың… Таныш хәлме? Эйе, моғайын да, шулайҙыр. Бала, үҫмер саҡтарҙа танылған, билдәле шәхестәр ҡыҙыҡтыра, ҡыҙыҡ­һындыра, хыялдарға сумдыра. Әлдә, алыҫта йәшәп, үрелеп буй еткеһеҙ йондоҙҙарҙан башҡа, яныбыҙҙа илһамланып ижад иткән, йәшәү рәүеше менән өлгө булған …

Continue reading ‘Үҙ юлы бар’ »

Күмертауҙа бар бер шәп егет!

Арабыҙҙа талантлы тиҫтерҙәребеҙ бихисап. Уларҙың йәшәү маҡсаты, ҡа­ҙаныштары бар республика йәштәренә өлгө булырлыҡ. Бөгөн мин һеҙҙе 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының XI cиныф уҡыусыһы Айнур Ҡәҙимов менән таныштырмаҡсымын. Ул беҙҙең Кесе Ҡоролтайҙы ла етәкләй, Рәсәй һәм республика кимәлендәге конкурстарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы ла. «Йыл уҡыусыһы – 2017» Бөтә Рәсәй бәйгеһенең «Йәмәғәт эшмәкәрлеге» номинацияһы еңеүсеһе лә.

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова “Башинформ” агентлығының туған телдәрҙе уҡытыу тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе

– Гөлназ Радмил ҡыҙы, ни өсөн «башҡорт теле – дәүләт теле» һәм «башҡорт теле – туған тел» тигән төшөнсәләр бер-береһенә ауаздаш түгел? Быйылғы уҡыу йылына тиклем мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың нисек ойошторолоуын тағы ла бер тапҡыр аңлатһағыҙ ине. Ул ҡайһы кластарҙа һәм ниндәй күләмдә уҡытыла? – Туған телде өйрәнеү – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән билдәләнгән …

Continue reading ‘Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова “Башинформ” агентлығының туған телдәрҙе уҡытыу тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе’ »

Архивтарҙа тарих һаҡлана

Ерҙә ниндәй генә һөнәрҙәр юҡ?! Шуларҙың береһе – архивсы. Әйҙәгеҙ, бөгөн ошо хеҙмәт эйәләренең эше менән танышайыҡ. Бының өсөн беҙ Башҡорт­остан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивының бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИНға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

«Кларнет — яҙмышым»

Шулай ти Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты грантын яулаусы, Максим Дунаевский исемендәге мәҙәни программалар фондының арт-директоры, Мәскәү дәүләт филармонияһының эксклюзив солисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы, яҡташыбыҙ Артур НӘзиуллин. Ул – Өфө егете. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Шулай булмай ни, өйҙә бөтәһе лә музыкант бит: атаһы кларнетта уйнаған, әсәһе альтта уйнай. Артур ҙа биш …

Continue reading ‘«Кларнет — яҙмышым»’ »