Матурлыҡ һәм ижад байрамы

Баш ҡалабыҙҙың Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында ун беренселәрҙең ижади проекттарын яҡлау буйынса йомғаҡлау сараһы изге бер йолаға әйләнде. Быйыл 19 сыға­рылыш синыф уҡыусыһы һынау тотто. Ә эштәрҙе һынлы сәнғәт фәне буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Любовь Мәжитова етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы. Улар – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник …

Continue reading ‘Матурлыҡ һәм ижад байрамы’ »

Тылсым эйәләре

Аҡ халатлыларҙы тылсым эйәләренә тиңләргә була. Ҡулдары, йылы һүҙҙәре менән дә шифа өрөүселәр бит улар. Баш ҡаланың 17-се балалар клиник дауаханаһының 3-сө педиатрия бүлексәһе мөдире, 45 йылға яҡын ғүмерен балаларҙың һаулығын хәстәрләүгә бағышлаған юғары категориялы педиатр Татьяна Швец, уның етәкселегендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе лә шулай тип атарға була. Бөтә күңеле менән үҙ эшен яратып башҡарған, палаталарҙа …

Continue reading ‘Тылсым эйәләре’ »

«Яратҡан айыуыма укол һалып үҫтем»

Йәш педиатр монологы Баш ҡалалағы 3-сө балалар поликлиникаһының 5-се бүлексә педиатры Айҙар Ильяс улы Шафиҡовтың эш сәғәт ваҡыты бөтөүгә табан бара. Шуға ҡарамаҫтан, пациенттары һаман кәмемәй, әсәйҙәрен етәкләп килгән ауырыу балалар һаны күбәйә генә төштө. «Яҙылмағайным, мине ҡабул итерме?» – тип улар араһында борсолоусылар ҙа юҡ түгел. Йәш табип килеүселәрҙең  барыһын да ихлас ҡабул итте, …

Continue reading ‘«Яратҡан айыуыма укол һалып үҫтем»’ »

Ҡайҙа барырға? Журналистикағамы, африканистикағамы?

Республика уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы. Мәктәпте һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн 12 дәүләт һәм 4 дәүләт ҡарамағында булмаған юғары профессиональ белем биреү учреждениеһы ишектәрен асты. Уҡырға инеү шарттары буйынса, документтарҙы тапшырғанда Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен көтөү мотлаҡ түгел. Буласаҡ студенттар уҡырға инеү өсөн тейешле документтарын 5 төрлө уҡыу йортона һәм …

Continue reading ‘Ҡайҙа барырға? Журналистикағамы, африканистикағамы?’ »

Нисек судья булырға?

Судья эше күп уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. Бәлки, һеҙҙең арағыҙҙа ошо һөнәрҙе һайларға теләүселәр ҙә барҙыр. Тик быға нисек ирешергә белмәйһегеҙҙер. Тап шундай ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн үҙ миҫалымда судья булыу серҙәрен һөйләргә теләйем.

Һөнәр һайлау уҡыусы саҡтан башлана

Республикабыҙҙа ниндәй генә уҡыу йорттары юҡ! Уларҙа төрлө һөнәр алырға була. Ун беренсе синыфта Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырһаң, һиңә ҙур юлдар асыла. Тик күңелеңә оҡшағанын һайларға кәрәк. Бөгөн мин һөйләшкән студенттар ҙа һөнәр һайлау тураһында алдан уҡ уйланған. Хыялдары тормошҡа ашыуына ҡыуанып, әле матур ғына уҡып йөрөйҙәр икән.

Тележурналист булып ҡараныҡ

Ҡасандыр мин үҙем дә «Сәңгелдәк», «Семәр», «Байтус»ты ҡарап, гел генә «Ул тапшырыуҙарға нисек әҙерләнәләр, камеранан ҡурҡмайҙармы икән?» тигән һорауҙарға яуап эҙләй инем. Ниһайәт, нисәмә йылдар үткәс, минең дә бала сағымдың бер хыялы тормошҡа ашты.

Түләү хаҡы күпме?

Быйыл республикабыҙҙа юғары уҡыу йорттарына 7 мең 751 бюджет урындары (магистратура­ны иҫәпкә алмағанда) бүленгән. Ә барлығы 20 меңдән артыҡ сығарылыш уҡыусылары мәктәпте тамамлаған. Ни эшләргә? Түләүлеһенә барырға тура киләсәк. Тик бына вуздарҙа хаҡтар артҡан икән. Беренсе курста бакалавриатта ҡайҙа күпме аҡса кәрәк икәнен белеп ҡуйығыҙ.

Бында уҡыу ҡыҙыҡлы икән!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Туған телдәр аҙналығы – 2016» сараһын ябыу тантанаһы һәм «Урал батыр» байрамы ойошторолдо. Унда студенттар, ҡала һәм ауыл балалары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар һәм Шәрипҡол мәктәптәре уҡыусыларына ла тәтене был бәхет.