Тағы ла бер яңы мәктәп!

Баш ҡаланың Октябрь районына ҡараған Ну­ғай ауылында өр-яңы белем усағы үҙенең ишектәрен асты. Ул 1 мең 250 балаға иҫәпләнгән. Ике уҡыу һәм бер спорт менән шөғөлләнеү өсөн блоктарҙан тора. Заманса техника менән йы­һазландырылған компьютерҙар кабинеты, интерактив комплекс, 504 урынға иҫәплән­гән тамаша залы, 402 урынлыҡ ашханаһы бар. Ике йыл дауам иткән төҙөлөштө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм …

Continue reading ‘Тағы ла бер яңы мәктәп!’ »

Ҡыҙҙар ҡыуанысы

Ура-а! Еңеү! Гөлфиә менән Регинаның шатлығы эсенә һыймай. Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып яна. Күпме көткәйнеләр. Атай-әсәйҙәре лә уларға ышанып, призлы урын алһағыҙ, беҙҙең юбилейға ҙур бүләк тә булыр, тигәйне. Гөлфиә лә, еңһәм генә ярар ине, тип нисәмә тапҡыр эстән генә ҡабатлап йөрөнө. Ҡыҙҙар ныҡ итеп тырышты. Йәй көндәрен дә бушҡа үткәрмәнеләр. Ауыл клубында булһа ла теннис …

Continue reading ‘Ҡыҙҙар ҡыуанысы’ »

Һөйөнсө, яңы китабыбыҙ сыҡты!

Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының бер төркөм уҡыусылары – Розана Әхтәмова, Роберт Горбунов, Эльвина Семёнова һәм беҙ шиғырҙарыбыҙ тупланған «Кем мин?» тип аталған китабыбыҙҙы алып ҡыуандыҡ. Һәр беребеҙ уны үҙ ҡулына алып, сәхнәнән сығыш яһарға ла өлгөрҙөк инде. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина ижад емештәребеҙҙе туплап, баш һүҙ яҙып, баҫмаға әҙерләне. Ә …

Continue reading ‘Һөйөнсө, яңы китабыбыҙ сыҡты!’ »

Донъя кубогы Өфөгә килде!

Салауат Юлаев майҙанында футбол буйынса донъя беренселеге кубогын (FIFA) өфөләр ҡайнар сәләмләне. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Футбол буйынса донъя беренселегенең төп трофейы – кубогы илебеҙ ҡалалары буйлап гиҙеүен дауам итә. Өфө – эстафетаны алған дүртенсе ҡала. Быға тиклем уны Красноярск, Омск һәм Силәбе ҡалалары ҡабул итеп алды һәм күршеләренә оҙатты. …

Continue reading ‘Донъя кубогы Өфөгә килде!’ »

Ниндәй һөнәр һайларға?

Республикабыҙҙа өлкән синыф уҡыусыларын һөнәр һайларға өйрәтәсәктәр. Октябрҙә Бөтә Рәсәй буйынса үҙенсәлекле акция ойошторола. Уның барышында егеттәр һәм ҡыҙҙар һөнәр һайлау буйынса түләүһеҙ диагностика үтә ала. Бының өсөн 25 сентябргә тиклем махсус сайтта теркәлергә кәрәк. Тест 89 һорауҙан тора, яуап биреү өсөн 40 минут ваҡыт бирелә.

Рәсәй планшеттары һынау үтә

– Уҡыусылар, барыбыҙ ҙа планшеттарыбыҙҙы тоҡандырабыҙ. Ә хәҙер «Урыҫ теле» билдәһенә баҫып, тәүге һөйләмде уҡыйбыҙ, – ти уҡытыусы. Балалар яңы ҡоролмаларҙы ҡулына ала. Бер малай ҡапыл уйламағанда планшетын иҙәнгә төшөрөп ебәрә. Ул ҡурҡып ҡына яңы гаджетын күтәрә. Ҡараһа, экранында бер ниндәй сыйылған ере юҡ. Бына һиңә XXI быуат хикмәте! Баҡһаң, ҡыҙҙар, малай­ҙар ярылмай тор­ған планшет …

Continue reading ‘Рәсәй планшеттары һынау үтә’ »

Ҡырымда – үҙебеҙҙең шифахана!

Ура, Ҡырым Башҡортостанға Евпаториялағы балалар шифаханаларының береһен тапшырасаҡ! Был һөйөнөслө хәбәрҙе Социаль хеҙмәткәр көнөнә арналған тантаналы йыйылышта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ишеттерҙе. – Уны йүнәтеп, яңыртып, тәртипкә килтерәсәкбеҙ һәм ошо шифаханала йыл һайын 5 мең самаһы бала һаулығын нығыта аласаҡ. Был – бик яҡшы проект, тип уйлайым. Һис шикһеҙ, беҙ төҙөкләндереүгә аҡсаны йәлләмәйәсәкбеҙ. Шуныһы шәп, …

Continue reading ‘Ҡырымда – үҙебеҙҙең шифахана!’ »

Грантҡа – тоҙ шахтаһы

Көн һайын ҡыуаныслы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Бына, мәҫәлән, Учалылағы 1-се башҡорт лицейында тоҙ шахтаһы асылған. Уҡыусыларҙың һаулығын нығытыу өсөн ниндәй шәп! Ул мәғарифты үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программа буйынса отҡан 1 миллион 200 һум грант аҡсаһына эшләнелгән.