«Бирешмә»ләр таң ҡалдырҙы!

«Бирешмә» төркөмө «Прага буяуҙары» балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара фестиваленән яҡшы кәйеф менән ҡайтты. Улар Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә, Айҙар Хәмзин көйөнә яҙылған «Бирешмә», «Селпәрәмә» йырҙарын башҡарып, «Вокал төркөмө» номинацияһында I дәрәжә лауреат исемен яуланы. «Вокал. Соло» номинацияһында Гәлсәр Байғусҡарова еңеүсе тип табылды. Ул йырлаған «Ете ҡыҙ»ҙы жюри бик оҡшатып, үҙенә бер төрлө тәьҫирлек, эске көс һәм …

Continue reading ‘«Бирешмә»ләр таң ҡалдырҙы!’ »

Күмертауҙа – яңы «Автоҡаласыҡ»

Күмертауҙағы балалар йортонда «Автоҡаласыҡ» асылды. Яңы инклюзив балалар май­ҙансығы юл билдәләре, светофорҙар һәм йәйәүлеләр өсөн юл менән йыһазландырылған. Бында ҡыҙҙар, малайҙар юл ҡағиҙәләрен дә өйрәнә ала. Әлеге майҙансыҡтың биҙәлеше һәм элементтары балалар йорто етәкселеге менән берлектә 4-тән 10 йәшкә тиклемгеләр һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн һайланған. Барлыҡ йыһаздар ҙа талаптарға тура килә һәм уларҙың …

Continue reading ‘Күмертауҙа – яңы «Автоҡаласыҡ»’ »

Бөтә ауыл ҡыуанысы

Һаҡмар-Наҙарғолда балалар май­ҙан­сығын асыу тантанаһы булды. Былтыр ғына әле ауыл хакимиәте кескәй­ҙәргә уйнар өсөн матур урын булдырырға хәл иткәйне. Ауыл халҡы ла хуплап, үҙҙәре үк ихлас ярҙамлашырға тотондо. Күмәкләп урын һайлағас, ҡорамалдарҙы ҡуйышырға, биләмәне кәртәләргә, ҡоймаларҙы буяшырға ла булыштылар. Шулай итеп, «Бер­ҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында уларҙың хыялы тормошҡа ашты.

Артурға – 500 мең һумлыҡ грант!

Мәктәп уҡыусылары араһында ла сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә битараф булмаған, изге күңелле, шул уҡ ваҡытта булдыҡлы ла, башлы ла балаларҙың булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – баш ҡаланың 42-се лицейынан XI синыф уҡыусыһы Артур Шәйхәтәров. Ул һуҡыр-һаңғырауҙарҙың яҙмышына вайымһыҙ ҡалмай, уларҙың йәшәү рәүешен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында LiFeel тип аталған мобил ҡушымта уйлап тапҡан. Бының өсөн …

Continue reading ‘Артурға – 500 мең һумлыҡ грант!’ »

«Осҡон»дан ялҡын булып дөрләрҙәр

Ниһайәт, мәктәп уҡыусыларыбыҙҙың хыялы бойомға ашты. Түҙемһеҙләнеп көткән хоккей май­ҙансығы төҙөлөп бөттө. Уны тантаналы асыу өсөн район хакимиәте вәкилдәре, спорт комитеты ағзалары, ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхестәр, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, урындағы етәкселәр йыйылды. Көндөң буранлап тороуы ла байрам сараһына килгәндәрҙең кәйефен һис төшөрә алманы.