Йофар

Йылға ярында Искәндәр селәүсен эҙләй. Мин – арыраҡ, әкрен генә аҡҡан һыуға ҡарап, уйланып ултырам. Бер мәл ейәнем, нимәнәндер ҡурҡып, һөрән һалды: – Өләсәй! Ҡысҡырғаны ҡолаҡҡа килеп етеүгә, үҙе лә эргәмдә ине инде, тауыш тиҙлегенән дә шәберәк йүгергән, тимәк? – Бер йәнлек күрҙем! Ҙур, ҡурҡыныс! Яр аҫтына ҡасты. Искәндәр, бөтә малайҙар кеүек, әҙерәк арттырып та …

Continue reading ‘Йофар’ »

Төн ярғанаты

Имеш, борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер малай. Ныҡ йоҡосо булған ул, көнө-төнө түшәктән тормай, иркәләнеп ятҡан. Ашай ҙа йоҡлай, ашай ҙа йоҡлай икән. Ҡояш нуры төшмәһен, йоҡомдо осормаһын, тип тәҙрәләрҙе ҡорғанлатып ҡуя, ти, хатта. Көндәрҙән бер көндө уның атаһы менән әсәһе күрше ауыл­ға ҡунаҡҡа киткән дә өс көн буйы ҡайта алмаған. Малай бер тәүлек йоҡлаған, …

Continue reading ‘Төн ярғанаты’ »

Яр ярғанаты

Ун-ун бер йәшлек сағым. Йәйге хозур мәл. Үҙебеҙҙең урам малайҙарына эйәреп Еҙем буйына киттем. Имеш, ул йылға ҡаялар менән уратып алынған, ә ярлауҙарында ҡыр кәзәләре йөрөй, етмәһә, мәмерйәһе лә бар! Ниһайәт, барып еттек. Алдыбыҙҙа – мул һыулы киң йыл­ға, таш ҡаялары әкиәти баһадирҙар кеүек күренә. Шулай һоҡланып ҡарап торған арала йылғыр малайҙар ҡаяға үрмәләргә лә …

Continue reading ‘Яр ярғанаты’ »

Ҡарабаш шарҡылдаҡ сарлаҡ

Аҡсарлаҡтың бер туғаны ул был ҡош. Ни өсөн «ҡарабаш»мы? Һүрәткә күҙ һал – ҡара бәрхәт башлыҡ кейгән дә күҙҙәре генә йылтырап күренә һымаҡ. Исеменең ҡалған өлөшө, моғайын, шарҡылдап көлгәндәй тауыш сығарыуы, сарлап-сарылдап «илауы» арҡаһындалыр. Иламаҫлыҡ та түгел шул: ысын аҡсарлаҡтар, нәҫелдәш, тип тормай, сарлаҡтың ергә күмеп, йәшереп баҫҡан йомортҡаларын урлай, һытып эсә. Ҡарғалар ҙа көн …

Continue reading ‘Ҡарабаш шарҡылдаҡ сарлаҡ’ »

Күл боғаһы, мөншөгөр

Бала саҡтан яҙмышыма береккән дуҫтарым бар минең. Бер әхирәтем отпускыһын йылдың-йылы ғаиләһе менән Башҡортостандың төрлө гүзәл мөйөштәрендә уҙғарырға ғә­ҙәтләнгән. Бер йылы мин дә ҡушылдым уларға. Белорет, Бөрйән яҡтарына еңел машинала сәйәхәткә сыҡтыҡ. Ярты юлды үткәс, Инйәр йылғаһының тымыҡ бер бөгөлөндә ял итергә туҡталдыҡ. Мин тирә-яҡты күҙәтәм. Бөгөл һыуы ағыр-аҡмаҫ ҡына мөлдөрәп ята, екәнле ҡамыш, таллыҡ …

Continue reading ‘Күл боғаһы, мөншөгөр’ »

Һөҙһөт, һөпһөп

Кейгән әллә тельняшка, Үҙенә бик килешә. Ҡаурыйҙары бүркендә – Ғәжәйеп бер күркендә. Нәҙек оҙон суҡышын Кәкре беҙгә оҡшаттым. Ҡаҫмарт буйын күҙәттем, Осратмаммы һөҙһөттө?             Гөлнур ЯҠУПОВА.

Күк ҡарға, күксәй ҡашҡалдаҡ

Кәбән башында ултыра Ҡарға әллә һайыҫҡан? Йәшкелт зәңгәр ҡанатынан Танып алдым алыҫтан: Күк ҡарға бит, ҡашҡалдаҡ! Һоҡланғыс һиҙгерлеге, Йылғыр кеҫәрткене тота, Еткәс ни етеҙлеге.            Гөлнур ЯҠУПОВА.

Ваҡ һайыҫҡан, алағанат

Ваҡ һайыҫҡан, алағанат, Оҙон ҡойроғо, ҡара: Ҡара уның, ҡап-ҡара. Исеме – алағанат, Күтәргән ул яманат: Турғай балаһын тота, Сысҡан менән баҡаны ла Ҡыҙғанып тормай, йота…                 Гөлнур ЯҠУПОВА.

Һунағара, йылан һары

Шөрләй, ти, һунағаранан Зәһәр йыландың үҙе: Әллә ҡайҙан күреп ҡала, Бигерәк үткер күҙе. Мәғрур ҡарағайҙа ҡора Һунағара ояһын, Ирәмәлтау түбәһендә Осора ул балаһын.                             Гөлнур ЯҠУПОВА.