Мөғжизәле йомортҡа

Рамаҙан айы башланыр алдынан әсәйем тауыҡ ояһынан йомортҡалар йыйып алды. Уның индергәндәре араһында ниндәйҙер яҙыулыһы ла килеп сыҡты. «Бәлки, берәй изге яҙыуҙыр», – тип ситкәрәк һалып ҡуй­ҙыҡ.

Биреле утар

Башҡортостаныбыҙҙа ике ауыл Муллаҡай тигән данлы исемде йөрөтә. Уларҙың береһе баш ҡалабыҙ Өфөнән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ята, ә икенсеһе иһә – Һаҡмар йылғаһы буйында. Мин хал­ҡыбыҙҙың йырҙарында бихисап маҡталған ошо йылға ярында урынлаш­ҡан ауылда тыуғанмын һәм бала сағымды үткәргәнмен. Муллаҡайҙа бер тиҫтә йыл ғына йәшәп китһәм дә, ул күңелемдә мәңгелеккә урын алған. Мин һеҙгә, ҡәҙерле …

Continue reading ‘Биреле утар’ »

Үлгәндән һуң тормош бармы?

Ҡайҙалыр һауала осоп йөрөйөм. – Әйҙә, Юпитерға! – Юҡ, беҙ уны Венера планетаһына алырға килдек. Тирә-яғымда төрлө планеталар уралып, һәр береһе үҙенә саҡырып бер була. – Мин бер ҡайҙа ла бармайым, Еремә ҡайтырға кәрәк, – тием. Аңыма килгәндә дауаханала ята инем. Эргәмдә табиптар йүгереп йөрөй. Йәшәү менән үлем араһында булғанмын икән…

Зыйыҡ түбә

Өләсәйем Учалы районының Оҙонгүл ауылында тыуып үҫкән. Беҙ йыл һайын уның менән шунда ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйбөҙ. Эргәһендә ге­нә ҙур һәм матур күл бар. Исеме – Оҙонгүл. Ауылдың атамаһы ла шунан алын­ғандыр инде. Күлдең оҙонлоғо – биш, ә киңлеге ике саҡрым. Матурлығын һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Яҙ көнө бында башҡа ҡоштар менән бергә аҡҡоштар ҙа ҡайта, …

Continue reading ‘Зыйыҡ түбә’ »

Юл күрһәтеүсе ҡаҙ

«Йәншишмә»нең 12-се һанында (25 март) Фәниә Шаһибалованың «Серле Һыуыҡбил» тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, элегерәк өлкәнерәк йәштәге ағайҙарҙың һөйләгәндәре минең дә хәтергә килеп төштө әле. Беҙҙең Йөйәк ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны (аҙаҡ байтаҡ йылдар вафатына тиклем ауылда мулла вазифаһын башҡарҙы) Иҫәнғәле бабай Шаһивәлиев менән бул­ған хәл был.

Аттар ниңә тиргә батҡан?

Инйәр йылғаһы буйлап барғанда Бирйән тамағынан өҫтәрәк Әбейүлгән тигән ерҙә лә серле ваҡиғалар, ғәжәп хәлдәр булғылаған, тиҙәр. Берештамаҡтан ҡайтып килгән әбей үлгән дә уны шунда күмгәндәр. Кешеләр был ерҙә йә аҙаша, йә икенсе яҡҡа сығып китә, йә күҙенә берәй нәмә күренә… Шул саҡта белгән доғаңды уҡырға кәрәк, ҡайһы саҡта ҡурҡмайынса һүгенеү ҙә ярҙам итә, имеш…

Өй эйәһе

Уның барлығына ышанаһығыҙмы? Ә мин ышанам. Йортобоҙҙоң хужаһы бит ул. Беҙҙе насарлыҡтан ҡурсалай, һаҡлай, ғаиләбеҙгә муллыҡ, һаулыҡ килтерә. Шуға уға ҡарата рәнйетеү һүҙҙәре әйтергә һис ярамай. Әгәр ҙә ул өйҙәгеләрҙе үҙ итһә, зыян килтермәй, ниндәйҙер хәл-ваҡиға булырын алдан иҫкәртә. Янғын кеүек ниндәйҙер бәлә килер алдынан шаулап өй эсендә йөрөй, уфтана, хатта илай икән. Ҡыуаныс алдынан …

Continue reading ‘Өй эйәһе’ »

Сәйер тау

Ҡытайҙа Тибет тау­ҙарында урынлаш­ҡан Ҡайлас тау-пирамидаһы элек-элек­тән изге, серле һаналған. Унда барыу өсөн кешеләр оҙаҡ ваҡыт махсус әҙерләнгән. Тик үренә берәү ҙә менә алмаған. Хатта тау­ҙың өҫтөнән ос­ҡан самолёттарҙың приборҙары ла эшләүҙән туҡтаған. Ә шулай ҙа уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағында Америка альпинистары хыялдарын тормошҡа ашырған. Был көтөлмәгән ваҡиға була. Әммә улар, йәш егеттәр булыуға …

Continue reading ‘Сәйер тау’ »

Үҫемлектәр бик сыҙамлы

Швецияның Гетеборг университеты ғалимдары 20-нән ашыу үҫем­лек ҡалдығын ентекле өйрәнеп, улар­ҙың киҫкен һынылыштар­ға шул тиклем сыҙамлы, яңы шарттарға тиҙ яраҡ­лашыусан икәнлеген асыҡлаған. Әгәр ҙә ҡайһы бер төрҙәре климаттың ҡырҡа үҙгәреүенә ҡаршы тора алмай юҡҡа сыҡһа ла, һуңынан саҡ ҡына формаһын үҙгәртеп, ҡабаттан барлыҡҡа килә икән. Бынан 65 миллион йыл элек динозаврҙар үлеп бөткәнен барыбыҙ ҙа …

Continue reading ‘Үҫемлектәр бик сыҙамлы’ »