Ризаитдин нәсихәттәре

Ризаитдин Фәхретдинов – XIX быуаттың аҙағы – XX быуат башында йәшәгән күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. Ул педагогикаға ла ҙур иғтибар бирә. Тәрбиәгә арналған китаптары мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре бөгөн дә мөһимлеген юғалтмай. Бына шуларҙың бер нисәүһен үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ әле.

Китап һәм уҡыу

Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көс­һөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең фәһемле фекерҙәрен күҙгә күр­һәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн уларҙы алғанда һаранланмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ.

Тирмәнсе

Элекке замандарҙа йәшәгән, ти, бер ҡомһоҙ тирмәнсе. Уның ҙур булмаған һыу тирмәне бәләкәй бер йылға ярында торған. Урман ситендә терәлеп аҡҡан бер урында тирмәнсе йылғаны ҡамап, ҙур быуа яһаған. Был урында ҙур күл хасил булған. Махсус торба буйлап бейектән аҡҡан һыу тирмән тәгәрмәсен хәрәкәткә килтергән. Тирмәнсе унда көн һайын бик күп бой­ҙай тарттырған.

Батша һәм крәҫтиән

Йәшәгән, ти, бер батша. Халҡын ныҡ яратҡан һәм улар менән яғымлы мөғәләмә иткән мәрхәмәтле ил башлығы. Өҫтәүенә, тормоштары тағы ла яҡшыраҡ булыуын ныҡ теләгән. Ул йыш ҡына халыҡҡа ниндәй изгелек эшләргә икән, тип баш ватҡан. Ләкин барыһын да бер юлы бәхетле итер өсөн бер нимә лә уйлап сығара алмаған. Шуға күрә бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ …

Continue reading ‘Батша һәм крәҫтиән’ »

Тәбиғәт биргән һабаҡ

Бер кеше остазға килгән дә: – Бәләкәйҙән эшләргә тура килде, шуға  уҡыу эләкмәне. Йәш, бай булмаһам да, зин­һар, үҙегеҙгә уҡыусы итеп алығыҙ әле, – тип үтенгән. – Ярай, – тигән остаз, – бушлай уҡырһың, тик өйҙәге, мәктәптәге бөтә эштәрҙе лә баш­ҡарырһың. Ҙур булмаған белем усағы остаздың йорто эргәһендә булған. Һәр көн иртәнсәк кәрәкле нәмәләрҙе әҙерләп …

Continue reading ‘Тәбиғәт биргән һабаҡ’ »

Ҡояш апай

Гүзәл, яҡты донъяла йәшәгән, ти, бәләкәй генә һоро бөжәк. Башҡалар үҙҙәренең сағыу төҫтәре менән маһайған, уға иғтибар ҙа итмәгән, ә Колорадо ҡуңыҙы хатта мыҫҡыл итеп көлгән дә. Бәләкәй бөжәк бик ҡайғырған. Әммә бер көн иртәнсәк арҡаһынан ҡояш нуры һыйпағанға уянған. Бәләкәс уны яратыуҙарына ҡыуанған, эстән генә рәхмәт әйтеп: – Мин изгелек эшләй алам! Япраҡтарҙы кебләнән …

Continue reading ‘Ҡояш апай’ »

Изгелек уңышы

Ағалы-ҡустылы ике туған йәшәгән. Береһе – изге күңелле, икенсеһе яман уйлы, ти. Улар үҙҙәренең баҫыуына иген сәсергә булған. Изге күңеллеһе иртүк тороп, келәттән бер тоҡ бойҙай алған да ерҙе йыр менән маҡтай-маҡтай, шөкөр итеп, иген сәскән. Ер кешенең йырын аңлаған да һәр орлоҡто үҙенә ҡабул иткән.

Илаһи орлоҡтар

Бер ҡатын, магазинда прилавка артында Алла үҙе һатып тора, тип төш күргән. – Йә, Хоҙай! Был Һинме? – тип шатлығынан ҡысҡырып ебәргән ул. – Эйе, Мин, – тип яуаплаған Алла. – Ә Һинән нимә һатып алырға була? – тип һораған ҡатын.

Бәхәстең дуҫтары

Бәхәстең ике дуҫы булған: Аҡыл менән Үҙһүҙлелек. Һуңғыһы уны бәхәсләшергә мәжбүр иткән. Ә Аҡыл, киреһенсә, дуҫын туҡтатҡан. Ниһайәт, Үҙһүҙлелек түҙмәгән һәм былай тигән: – Һайла: йә ул, йә мин. – Һин! – тигән Бәхәс, Аҡыл менән тиҙҙән бәхәсләшеүҙең нимә икәнен дә оноторон уйлап. Аҡыл, әлбиттә, туҡтатырға тырышҡан. Ә Бәхәс ни тыңлап та тормаған. Һәм уның …

Continue reading ‘Бәхәстең дуҫтары’ »

Ҡарт һәм Үлем

Йәшәгән, ти, бер ҡарт. Уға инде йөҙ йәш булған. Үлем шундай оло кеше йәшәүен белеп ҡалған да янына килеп: – Олатай, һиңә үлергә ваҡыт, – тигән. – Әҙерләнергә ваҡыт бир, – тигән ҡарт. – Ярай, – тип ризалашҡан Үлем. – Һиңә нисә көн кәрәк? – Өс, – тигән олатай.