Китаптар урынына — планшет

– Бөтә Өфө мәктәптәре электрон белем биреү системаһына тоташтырылған, интернет селтәре менән дә йыһазландырылған. Тик яңыса уҡытыуҙың мөмкинлектәрен уҡытыусыларҙың 80 проценты, уҡыусыларҙың 89 проценты ғына файҙаланыуы уйға һала, – тигәйне Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова электрон белем биреү буйынса уҙған быйылғы кәңәшмәлә. Эйе, электрон белем биреү – заман талабы. Алдағы биш йылда …

Continue reading ‘Китаптар урынына — планшет’ »

«Мин тормош менән ләззәтләндем»

Танылған башҡорт шағиры Сафуан Әлибаевтың тормош юлы, ижады ме­нән ҡыҫҡаса таныштырыу, шиғырҙарының идея йөкмәткеһен асыу, шиғриәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында  башҡорт интернат-лицейы уҡыусыларын «Мин тормош менән ләззәтләндем» тип аталған әҙәби-шиғри кисәгә саҡыр­ҙыҡ.

Йыл уңышлы башланды

Мәктәбебеҙҙә 154 бала белем ала. Йонос, Юлай, Яңы Ҡаратаулы, Урмансы, Миндеш һәм Ишембайҙан да балалар йөрөп уҡый. Төрлө ауылдарҙан йыйылһаҡ та, ныҡ татыубыҙ. Ситтән килеүселәр белем усағыбыҙҙың яңы интернатында йәшәй. Уларҙы тәжрибәле тәрбиәселәр ҡарап ҡына тора. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа алдынғы ҡарашлы, юғары белемле, талапсан.

Еңеүселәр билдәләнде

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрам Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ла уҙҙы. Уны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Ҡырау һуға үҙ мәленән алда сәскә атҡан наҙлы гөлдәрҙе

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигән кеүек, мөхәббәттә лә уның ҡабатланмаҫ, иҫ китмәле матур бер мәле була. Тормошоңдағы ана шул илаһи осорҙоң ҡәҙерен генә белергә кәрәк.

Беҙ бәхетле — һин булғанға!

Мин әсәйемде бик-бик яратам, хөрмәт итәм. Һөнәре буйынса ул – уҡытыусы. Мәктәптә балаларға һынлы сәнғәт, технология буйынса белем бирә. Уҡыусыларын бәйләргә, сигергә, тегергә өйрәтә. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө – кейеҙ баҫыу менән дә ҡыҙыҡһына. Өйрәнсектәре менән заманса өҫ кейемдәре, паннолар, декоратив биҙәү әйберҙәре эшләйҙәр.

«Атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма рәхмәтлемен»

Баш ҡаланың «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында һәләтле балалар өсөн ойошторолған лагерҙа тәүге тапҡыр күргәндә үк скрипканы ҡулына алып, беҙҙе лә, ял итергә килгән тиҫтерҙәрен дә хайран ҡалдырғайны Илүзә Мәхийәнова. Башҡорт халыҡ көйҙәрен оҫта уйнауына күмәкләп һоҡланғайныҡ. Ысынлап та, һәр яҡлап та талантлы, тырыш, өлгөр ҡыҙ булып сыҡты ул. Гәзитебеҙ үткәргән конкурстарҙа ла ҡатнашып тора, республика кимәлен­дәге …

Continue reading ‘«Атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма рәхмәтлемен»’ »

Ҡыуанып ҡына йәшә, өләсәйем!

Йылдың һәр миҙгеле үҙенсә матур. Берәүҙәре ябалаҡлап ҡар яуыуын, икенселәре ағастар бөрөләнеп, япраҡ ярыуын ярата, өсөнсөләре йәйҙең ҡыҙыу көндәренән ләззәт таба. Ә минең күңелем бөтә миҙгелдәрҙе лә үҙ итә. Алтын яп­раҡҡа күмелгән, ниндәй­ҙер тыныслыҡ, шул уҡ ваҡытта мөғжизә һаҡлаған урманда хисләнеп йөрөү оҡшай. Етмәһә, тап көҙ айында барлыҡ кешелек шундай матур байрамдар үткәрә: Белем байрамы, …

Continue reading ‘Ҡыуанып ҡына йәшә, өләсәйем!’ »

Изгелек орлоҡтары сәсә

Яңыраҡ гимназиябыҙҙа оҙаҡ йылдар тәрбиәсе, социаль-педагог булып эшләгән, «Таңсулпан» балалар драма театры етәксеһе Рима Фәйез ҡыҙы Нәбиуллинаның юбилей кисәһе үткәрелде. Һоҡланғыс кеше ул.

Бәйгенән көс-дәрт алам

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортондағы «Тылсымлы биҙәктәр» түңәрәгендә яратып шөғөлләнәм. Уҡытыусым Мәр­йәм Фәвәрис ҡыҙы Диниева етәкселегендә ҡул эштәренә теләп өйрәнәм.