Думбырала ла, ҡурайҙа ла уйнайҙар

Сибай ҡалаһында үҙенсәлекле белем усағы бар. Башланғыс махсус музыка мәктәп-лицейы тип атала. Өфөләге урта махсус музыка колледжының филиалы ул. Бында башлыса Урал аръяғы райондарынан таланттары менән айырылып торған ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый. Кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтереүгә, уларға төплө белем биреүгә ҙур көс һалына.

Ә һин дөрөҫ туҡланаһыңмы?

Элек беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ тәбиғи ризыҡтар менән генә туҡланған. Шуға ла улар һау-сәләмәт булған, дарыуҙар ҙа ашамаған, шулай бит? Ә хәҙер аҙым һайын магазин, барыһында ла зыянлы ризыҡтар тулып ята. Әммә күп балалар «Сникерс», чупа-чупс, чипсы, гамбургер кеүек ризыҡтарҙан баш тарта. Сөнки бөтә донъяла шулар арҡаһында һимереүҙән, төрлө ауырыуҙарҙан интеккән балалар күп икәнен белеп торалар бит.

Сәмле ҡыҙ

Гөлиә ҠАРАМЫШЕВАның иң ҙур теләге – «Тамыр» каналының «Сулпылар» тапшырыуына төшөү. Булмаҫ, тимә, I синыфта ғына уҡыған ҡыҙҙың талантына хайран ҡалырлыҡ. Матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә. Мәктәпкә бармаҫ элек үк район кимәлендә үткән «Йәш һандуғас» бәйгеһендә I урын алған бит ул!

Өләсәйем бүләге

Өләсәйем беҙгә йыл һайын «Йәншишмә» гәзитен яҙҙыра. Уға был бүләге өсөн рәхмәт. Бөтәбеҙ ҙә башҡорт телен яратып өйрәнәбеҙ. Шуға гәзитте күмәкләп уҡыйбыҙ. Китаптар ҙа күп өйөбөҙҙә. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» әҫәрҙәрен өләсәйем менән бергәләп уҡыныҡ. Оксана менән Йәмил һоҡландырҙы. Бер-береһенә яратып, ағайым, һеңлем, тип өндәшәләр. Вәзир, Ғабдулла, Айҙар, Яҡуп – шәп малайҙар, …

Continue reading ‘Өләсәйем бүләге’ »

Тамыры ныҡ ағас ҡоромай

Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа шәжәрәне өйрәнеүгә, ырыу байрамдарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан етәкселеге был мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреп, төрлө саралар ойоштора.

Бер мәктәптән яҙалар

Бесәй менән эттең дуҫлығы Бесәйемдең исеме – Лена. Һоро төҫлө, минең менән уйнарға бик әүәҫ. Үҙем нимә ашайым, шуны уға ла бирәм, «Вискас»ты ла йәлләмәйем. Йылдың төрлө миҙгелендә лә урамда саф һауала йөрөтөргә тырышам. Этем Став та бигерәк аҡыллы. Миңә уны атайым баҙарҙан һатып алып ҡайтып бүләк итте. Ул ҡара төҫлө, ҙур кәүҙәле. Быйыл 5 …

Continue reading ‘Бер мәктәптән яҙалар’ »

Байрамға әҙерләнәбеҙ

Баш ҡалабыҙҙың 50-се балалар баҡсаһындағы 10-сы төркөм кескәйҙәре менән мәж килеп Яңы йылға әҙерләнәбеҙ. Бергәләп дәртле йыр-бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. Балалар уларҙы бик тиҙ отоп ала. Үҙҙәренә өс йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, бигерәк йыр-бейеүгә оҫталар.