Ҡустым ағай булды

Каникул алдынан ғына 22 мартта әсәйебеҙҙең һеңле алып ҡайтыуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс булды. Дүртенсе синыфта уҡыусы ҡустым Тимур ҙа бик шатланды. Ул инде үҙен оло ағай тип хис итә. Каникулда дуҫтары менән уйнап ҡына йөрөмәй, атайыбыҙға төҙөлөп килеүсе яңы өйҙөң эсен эшләүҙә ярҙамлаша, мәсеткә йөрөй. Ялы шулай үтә ҡустымдың. Алһыу ШӘЙХЕЛИСЛАМОВА. Баҡалы районы, Туҡтағол …

Continue reading ‘Ҡустым ағай булды’ »

Каникулда күңелле!

Каникулымды күңелле итеп үткәрәм. Ял башланғас, Өфөгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Унда баш ҡала менән таныштым, иҫтәлекле урындарҙа йөрөнөк. Әле ауылда өләсәй менән ҡартатайым янындабыҙ. Тышта һеңлем менән рәхәтләнеп уйнайбыҙ, бергәләп һыу буйына төшөп киләбеҙ. Өләсәй менән бәйләм бәйләп тә ултырабыҙ. Гөлнур ЮЛДАШБАЕВА, III синыф уҡыусыһы. Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы 2-се мәктәп.

Бөгөн байрам беҙҙә

152-се балалар баҡсаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған кисә уҙғарылды. Унда үҙ районыбыҙҙағы балалар баҡсаларының милли төркөм тәрбиәселәре йыйылды. Был байрамды ойоштороуға өлкән тәрбиәсе Әлмира Фәрит ҡыҙы Шәмсетдинова ла күп көсөн һалды.

Төпкөлдә хәлдәр нисек?

Яңы Һәйет ауылы бәләкәй генә ул. Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуған ере Ҡолғонанан 18 саҡрым алыҫлыҡта, «мәңгелек урман»дар араһында, урынлашҡан. Нөгөш йылғаһы, Бәштин тауы менән ғорурлана был ауылдыҡылар.

Шалҡан

Заманса әкиәт Бер көндө Бабай тракторы менән ер һөргән дә шалҡан сәскән. Уныһы ҙур булып үҫкән. Күпмелер ваҡыт үткәс, шалҡанды һөйрәп ҡарай, тик сығара алмай икән. Телефонын алған да Әбейенә шылтыратҡан. Ул мопеды менән «һә» тигәнсә килеп ет­кән. Былар эшкә икәүләп тотонған. Тарталар-тарталар, тик сығара алмайҙар. Шунан Әбей Ҡыҙына SMS яҙып ебәргән икән, уныһы инде …

Continue reading ‘Шалҡан’ »

Тоҙло ҡамырҙан – Йыл хужаһы

Ҡабан  йылы килә, дуҫтар! Магазиндар ошо йорт хайуаны рәүешендәге сувенирҙар, уйынсыҡтар, аҡса йыйғыстар менән тулды ла инде. Ә шундай уҡ әйберҙәрҙе үҙ ҡулдарың менән эшләүгә ни етә?! Яҡындарығыҙға бүләк итергә лә була.

«Урал батыр» рухы мәңгелек!

Мәшһүр «Урал батыр» эпосын уҡыған һайын серҙәрен асаһың. Ни тиклем боронғо ата-бабаларҙа ғилемлек ярылып ятыуына хайран ҡалырлыҡ. Ысынлап та, «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө.

«Күбәләктәр» күңел асты

Беҙҙең 50-се балалар баҡсаһының «Күбәләктәр» төркөмөндә төрлө тематик иртәлектәр үткәреү матур йолаға әйләнгән. Иң һөйөндөргәне – бөтә сараларҙа ла ата-әсәләр ихлас ҡатнаша. Әсә көнө һәм Ғаилә йылына арнап «Мин һәм минең балам» тигән иртәлек уҙғарҙыҡ.