Тиҙерәк ҡар яуһын ине

Һәр миҙгел үҙенсә матур. Ҡыш айын йыл һайын көтөп алам. Бер көн иртән күҙемде асһам, ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған. Мин шунда уҡ тышҡа атылдым. Ҡар бүрегемә, туныма ҡуна. Шаяртып сикәмде иркәләй һымаҡ. Ҡар бөртөктәрен тоторға тырышып, ҡулымды һонам. Усыма бер-береһенә тамсы ла оҡшамаған ҡыш биҙәктәре төшә.

Һай, үҙебеҙҙең малайҙар!

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары – Илназ һәм Искәндәр Кирәевтәргә, Камил Мәҡсүтов менән уның балалар баҡсаһына йөрөү­се ҡустыһы Шамилға нисек һоҡланмай­һың инде?

Сел

Сел (рябчик) тураһында күптәрегеҙ ишетеп беләлер. Улар Евразия ҡитғаһының төньяҡ һәм уртаса бүлкәт урмандарында көн күрә. Ҡуйы аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй, ҡайын, ерек, муйыл ағастары булған еүеш тупраҡлы урындарҙы үҙ итә. Күберәк йылғаға яҡын ерҙәрҙе һайлайҙар.

«Уңыш» байрамы

Көҙ – муллыҡ миҙгеле. Беҙҙең мәктәп баҡсаһында ла, һәр йылдағыса, мул ғына уңыш үҫтерелде. Бигерәк тә кишер, кәбеҫтә, помидор, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр уңды. Шуға IX – XI синыфтар араһында йыл һайын ойошторолоп килгән «Уңыш» байрамын гөрләтеп үткәреп ебәрҙек. Иң беренсе беҙ баҡса йәшелсәләренән ашнаҡсы апайҙар әҙерләгән тәмле аштан ауыҙ иттек. Шунан инде мәктәп баҡсаһы мөдире, …

Continue reading ‘«Уңыш» байрамы’ »

Ҡыш һалҡын булмаясаҡ

Күп кенә көҙгө һынамыштар күрһәтеүенсә, быйылғы ҡыш һалҡын булмаясаҡ, тип фаразлай халыҡ синоптигы, Мәләүездәге мәктәп уҡыу­сыһы Наилә Яҡупова. «Көҙөн япраҡтар тиҙ ҡойолоп бөтә икән, ҡыш – ҡаты, оҙаҡ ҡойолмаһа, ул ҡыҫҡа була. Хәҙер беҙ шуны күҙәтәбеҙ: тәүге ҡырау был аҙнала ғына төштө, ағастар­ҙың күбеһе йәшел», – ти ул. Ҡыҙ белдереүенсә, Баш­ҡортостанда һалҡындар тиҙ генә башланмай. …

Continue reading ‘Ҡыш һалҡын булмаясаҡ’ »

Ҡырағай хайуандар асыҡмаясаҡ

Мораҙым тарлауығында хеҙмәткәрҙәр ҡышҡа 25 өҫтәмә туҡландырыу майҙансығы әҙерләгән. Йөҙҙән ашыу мал аҙығы миндеге, 1 тоннанан ашыу тоҙ һәм 1 тонна иген фуражы йыйылған. Мал аҙығы даими һалынып торғас, ҡырағай хай­уандар һәр саҡ туҡ була инде.

«Сәскәләр» һәм «Йәшелсәләр» ярышы

Әҙел мәктәбендә шаулап-гөрләп «Алтын көҙ» байрамы уҙҙы. Ҡыҙҙар, малайҙар йәшелсә-емештәрҙән төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы әйберҙәр эшләп алып килгәйне. Ниндәйҙәре генә юҡ! Ҡабаҡтан яһалған елкән­ле кәмәлә йөҙөүсе матростар ҙа, йәнһүрәт геройҙары ла, һуғандан сусҡа ла, картуфтан терпеләр ҙә, кишерҙән жираф та, баландан һәм алманан төрлө-төрлө композициялар ҙа бар ине.

Ниндәй һөнәр оҡшай?

Мәктәптәрҙә белем тауҙарына әйҙәп ҡыңғырауҙар күптән яңғыраны. Ә сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң мөһим осор башлана – төрлө фәндәрҙән имтихандар бирергә әҙерләнеү, һөнәр һайлау һәм киләсәккә хыялдар ҡороу.