Байназарҙарға етеп ҡара!

Мәктәбебеҙҙә район буйынса саңғы ярышы үтте. Ҡар яуып, буранлап тороуға ҡарамаҫтан, һәр кем күтәренке кәйеф, яҡты сырай, иң мөһиме, еңеүгә ынтылыш менән килгәйне. Уҙыш бик ҡыҙыу барҙы, ҡатнашыусыларҙың йөҙөндә еңеү шатлығы ла, күҙ йәштәре лә күренде. Шарттар буйынса 2003 – 2004 йылғы егеттәр – 5, ҡыҙҙар – 3, ә 2005 – 2006 йылғылар 3 һәм …

Continue reading ‘Байназарҙарға етеп ҡара!’ »

Әлегә аҡ билбау ғына

Ҡала ерендә балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү – ғәҙәти күренеш. Улар үҙҙәренә шөғөл табырға, физик һәм аҡыл яғынан үҫешергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Улыбыҙ Диярға өс йәш тулғас, беҙҙең алда ла шундай һорау тыуҙы. Тәүҙә халыҡ бейеүҙәре ансамбленә биреп ҡараныҡ, һуңынан хип-хоп менән ҡыҙыҡһынды. Шулай ҙа үҙ-үҙен яҡлай алмаған егет егет буламы? Балалар баҡсаһынан алыҫ түгел генә …

Continue reading ‘Әлегә аҡ билбау ғына’ »

Сәмле ярыш

Каникул осоронда Иҫке Монасип мәктәбендә шәхси эшҡыуар Инсур Хәлитов хоккей буйынса ярыш үткәрҙе. Бөтәһе биш команда ҡатнашты. Ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, уйын көсөргәнешле барҙы. Көйәрмәндәр ҙә бик күп ине: ата-әсәләр, балалар, хатта Яңы Монасиптан да килеп еткәндәр. Ә кем еңеүсеме? «Монасип» хоккей командаһы. Улар өсөнсө йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Афарин егеттәр! Икенсе урынға «Бөрйән йәштәре» …

Continue reading ‘Сәмле ярыш’ »

Баскетболсылар һынатмай

Мәктәп этабы­нан һуң беҙҙең уҡыу­сылар «Кэс-Бас­кет»­тың район этабына үтте. Унда ла һынатманылар. Малайҙар команда­һы – II, ә ҡыҙҙар­ҙыҡы III урынға сыҡты. Әлбиттә, был уңыш­тар – тренерҙары Альберт Васильев һәм Илһөйәр Басированың да тырышлығы. Юлай НИЗАЕВ, VIII «А» синыфы уҡыусыһы. Саҡмағош районы, Саҡмағоштағы 1-се мәктәп.

Бил бирмәҫкә өйрәнгән

– Уҡыу алдынғыһы, һәләтле спортсы Коля Миронов Астанала билбау көрәше буйынса йәштәр араһында үткәрелгән донъя беренселегендә ҡатнашып, бронза миҙал алып ҡайтты. Уның шундай ҡаҙаныштарына һоҡланмау мөмкин түгел, – тинеләр беҙ­гә Октябрьский ҡалаһында алдын­ғы белем усаҡтарынан һаналған 1-се мәктәптә.

Беҙҙә лә хоккей уйнайҙар!

Уҙған йыл мәктәбебеҙҙә бик шатлыҡлы ваҡиға булды. Өфөләге Спорт һарайында йәш хоккейсыларыбыҙға «Сала­уат Юлаев» клубы ветерандары өр-яңы 17 комплект кейем бүләк итте. Уҡыусыларыбыҙға яратҡан командабыҙ ҡатнаш­ҡан матчта булыу бәхете лә тейҙе. Ауыл балаларына онотолмаҫ байрам бүләк иттеләр. Мәктәп коллективы исеме­нән Башҡортостан Республикаһының Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванютаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Биттәр ал булһын, яҡшы ял булһын

Ауыл ерендә саңғыла йөрөй белмәгән малай бармы икән? Юҡтыр, моғайын. Ҡышҡыһын урамда баш­ҡа төрлө спорт менән әллә ни шөғөлләнеп булмай. Биттәрҙе алһыуландырып, шығырлап торған ҡар өҫтөнән елдереп үтеүгә ни етә?!

«Спорт мине сыныҡтыра»

Альбина Фәтхетдинова Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәптең XI синыфында уҡый. Уны белем усағында шәп спортсы тип беләләр. Еңел ат­летика, баскетбол буйынса район ярыштарында ҡатнашып, гел призлы урындар яулай. Үткән йыл физкультура олимпиадаһынан район, республикала еңеп, Рәсәй кимәлендә призёр булыу бәхетенә ирешкән. Быйыл да районда иң-иңе икән!

Һәр иртәләре йүгереүҙән башлана

XI «Д» синыфының иң шәп спортсылары Эльвина Ғәлләмова менән Салауат Әлибаев икеһе бер йылда баш ҡалалағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына һигеҙенсе синыфҡа уҡыр­ға килә. Ҡыҙ Шишмә районының Шөңгәккүл ауылынан булһа, егет – Салауат районының Тирмән ауылынан. Икеһе лә бәләкәйҙән спорт менән дуҫ. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулағандар. Гимназияға уҡырға килгәс тә яратҡан …

Continue reading ‘Һәр иртәләре йүгереүҙән башлана’ »