Һаулығың – байлығың

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Ә уны һаҡлау өсөн нимә эшләргә һуң? Табиптар  әйтеүенсә,  яҡшы туҡланырға, сәләмәт тормош алып барырға һәм спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Ә беҙҙең мәктәптә һаулыҡты нығытыр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Йыл әйләнәһенә волейбол, баскетбол, пионербол, көрәш секциялары эшләй. Йылына ике тапҡыр ГТО нормативтарын тапшырабыҙ.

Донъя чемпиондары – гимназияла

Гимназиябыҙҙа шашка буйынса донъя беренселегенә килгән ҡунаҡтар менән осрашыу булды. Төрлө илдәрҙән килгән 6 спортсы белем усағының тормошо менән танышты, гимназистар менән шашка буйынса көс һынашты. Ҡунаҡтарҙың да ниндәйе бит әле! Валнерис Гунтис (Латвия), Мунхбаатар Нямжаргал (Монголия), Н’Диага Самб (Сенегал), Равжирын Манлай (Монголия), Аллан Игорь Морено Силва (Бразилия), Айгөл Иҙрисова (Башҡорт­остан) – был шашкасыларҙың исемдәре …

Continue reading ‘Донъя чемпиондары – гимназияла’ »

Байназарҙарға етеп ҡара!

Мәктәбебеҙҙә район буйынса саңғы ярышы үтте. Ҡар яуып, буранлап тороуға ҡарамаҫтан, һәр кем күтәренке кәйеф, яҡты сырай, иң мөһиме, еңеүгә ынтылыш менән килгәйне. Уҙыш бик ҡыҙыу барҙы, ҡатнашыусыларҙың йөҙөндә еңеү шатлығы ла, күҙ йәштәре лә күренде. Шарттар буйынса 2003 – 2004 йылғы егеттәр – 5, ҡыҙҙар – 3, ә 2005 – 2006 йылғылар 3 һәм …

Continue reading ‘Байназарҙарға етеп ҡара!’ »

Әлегә аҡ билбау ғына

Ҡала ерендә балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү – ғәҙәти күренеш. Улар үҙҙәренә шөғөл табырға, физик һәм аҡыл яғынан үҫешергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Улыбыҙ Диярға өс йәш тулғас, беҙҙең алда ла шундай һорау тыуҙы. Тәүҙә халыҡ бейеүҙәре ансамбленә биреп ҡараныҡ, һуңынан хип-хоп менән ҡыҙыҡһынды. Шулай ҙа үҙ-үҙен яҡлай алмаған егет егет буламы? Балалар баҡсаһынан алыҫ түгел генә …

Continue reading ‘Әлегә аҡ билбау ғына’ »

Сәмле ярыш

Каникул осоронда Иҫке Монасип мәктәбендә шәхси эшҡыуар Инсур Хәлитов хоккей буйынса ярыш үткәрҙе. Бөтәһе биш команда ҡатнашты. Ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, уйын көсөргәнешле барҙы. Көйәрмәндәр ҙә бик күп ине: ата-әсәләр, балалар, хатта Яңы Монасиптан да килеп еткәндәр. Ә кем еңеүсеме? «Монасип» хоккей командаһы. Улар өсөнсө йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Афарин егеттәр! Икенсе урынға «Бөрйән йәштәре» …

Continue reading ‘Сәмле ярыш’ »

Баскетболсылар һынатмай

Мәктәп этабы­нан һуң беҙҙең уҡыу­сылар «Кэс-Бас­кет»­тың район этабына үтте. Унда ла һынатманылар. Малайҙар команда­һы – II, ә ҡыҙҙар­ҙыҡы III урынға сыҡты. Әлбиттә, был уңыш­тар – тренерҙары Альберт Васильев һәм Илһөйәр Басированың да тырышлығы. Юлай НИЗАЕВ, VIII «А» синыфы уҡыусыһы. Саҡмағош районы, Саҡмағоштағы 1-се мәктәп.

Бил бирмәҫкә өйрәнгән

– Уҡыу алдынғыһы, һәләтле спортсы Коля Миронов Астанала билбау көрәше буйынса йәштәр араһында үткәрелгән донъя беренселегендә ҡатнашып, бронза миҙал алып ҡайтты. Уның шундай ҡаҙаныштарына һоҡланмау мөмкин түгел, – тинеләр беҙ­гә Октябрьский ҡалаһында алдын­ғы белем усаҡтарынан һаналған 1-се мәктәптә.

Беҙҙә лә хоккей уйнайҙар!

Уҙған йыл мәктәбебеҙҙә бик шатлыҡлы ваҡиға булды. Өфөләге Спорт һарайында йәш хоккейсыларыбыҙға «Сала­уат Юлаев» клубы ветерандары өр-яңы 17 комплект кейем бүләк итте. Уҡыусыларыбыҙға яратҡан командабыҙ ҡатнаш­ҡан матчта булыу бәхете лә тейҙе. Ауыл балаларына онотолмаҫ байрам бүләк иттеләр. Мәктәп коллективы исеме­нән Башҡортостан Республикаһының Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванютаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Биттәр ал булһын, яҡшы ял булһын

Ауыл ерендә саңғыла йөрөй белмәгән малай бармы икән? Юҡтыр, моғайын. Ҡышҡыһын урамда баш­ҡа төрлө спорт менән әллә ни шөғөлләнеп булмай. Биттәрҙе алһыуландырып, шығырлап торған ҡар өҫтөнән елдереп үтеүгә ни етә?!