Мөхәббәттән булмай ҡасып

Һөйөү. Мөхәббәт. Бәхет. Ҡайһы саҡта улар тик әкиәттә, китаптарҙа ғына була, тип уйлап ҡуяһың. Һәр кемдең беренсе мөхәббәт кисерештәре, хистәре, тылсымлы бер моң кеүек, йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана.

Һөйгәнемә хат

Һаумы, берҙән-берем, ярат­ҡаным! Ошо хатты уҡып, бәлки, уй-хистәремде аңлар­һың. Интернатҡа килгәс, тәү күреүҙән оҡшаттым да өс йыл инде һине генә уйлап йәшәйем. Ҡайҙа ғына бар­һам да, күҙ алдымдан китмәйһең. Үҙең менән һөйләшкәндә лә тәнем сымырлап, ҡаушап ҡалам, әйтергә теләгән һүҙҙәрем онотола. Уҡырға ла һине күрергә генә килгән кеүекмен.

Сөмбөлдөң һөйөүе

Айгизәрҙәр уларҙың ауылына күсеп килгәндә Сөм­бөл бәләкәй ине әле, ҡыҙға 7 – 8 йәштәр тирәһе булғандыр. Күршелә яңғыҙ ғына донъя көткән Таһир ағай көтмәгәндә, барыһын да аптырауға һалып, өйләнде лә ҡуй­ҙы. Бар мал-тыуарын, баҡсаһын үҙе генә ҡарап, кешеләр менән үтә аралашып бармаған тыйнаҡ холоҡло ауылдаштары ҡасан да булһа ғаилә ҡоророна бөтәһе лә өмөтөн өҙгәйне инде. …

Continue reading ‘Сөмбөлдөң һөйөүе’ »

Малайҙарға кейемең мөһимме?

Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, тигәнде ишеткәнегеҙ бар инде. Ә малайҙар ҡыҙҙы беренсе тапҡыр күргәс, нимә уйлай икән, әйҙә тикшереп ҡарайыҡ әле. Ошо һорауҙарға ҡайһы яуапты һайлар инең?

Купидон булып ҡараным

Сәләм дуҫтар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Бер нисә көнгә генә Купидон булып ҡараным әле. Был миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо, хатта оҡшаны, тип әйтер инем. Тиҫтерҙәрем үҙҙәренең мөхәббәте тураһында һөйләне. Һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр, моғайын. Әлбиттә, беҙ уларҙың исемдәрен үҙгәртеп алдыҡ.

Мәңгелек мөхәббәт

Физкультура дәресендә Фәниә яңылыш баҫып, көтмәгәндә аяғын ҡаймыҡтырҙы. Уға барыһы ла ярҙам итергә тырышты. Шулай ҙа малайҙар араһында көрәш менән шөғөлләнгән Рәшит иң көслөһө ине. Ул Фәниәне күтәреп алды ла медпунктҡа алып китте. Яратыу тойғоһоноң йөрәккә килеп инеүен, кемгә ғашиҡ булырын бер кем дә алдан белмәй. Рәшит мөхәббәт тураһында шиғырҙар, повестар уҡыһа ла, йырҙар тыңлап, …

Continue reading ‘Мәңгелек мөхәббәт’ »