Боронғо кәсеп онотолмай

Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән ярат­ҡан шөғөлө. Төрлө биҙәктәр менән йөндән эшләнгән әйберҙәр күҙҙе ҡамаштыра. Баҫылған аяҡ, өҫ кейемдәре, уйынсыҡтар, биҙәүестәр, урындыҡ, иҙәнгә түшәү өсөн балаҫтарға күпме күңел йылылығы һалынған.

Әкиәт донъяһындағы һымаҡ

– Баҡ-баҡ-баҡ, – тип ҡәнәғәт ултырған тәлмәрйенгә күҙ һалмайынса булдыра алманыҡ. Үҙе шундай мөләйем, йылмайған да кеүек. Нисек шатланмаҫҡа инде, эргәһендә «ҡояш» та көлә бит! Гимназия биләмәһендә бындай матурлыҡты кемдәр тыуҙырған, тиһегеҙме? III «В» синыфының ата-әсәләре икән. – Һәр синыф бүлеп бирелгән биләмәләренә сәскәләр ултыртты, атай-әсәйҙәр төрлө һындар менән биҙәне. Уларға ҙур рәхмәт инде. Ярҙам …

Continue reading ‘Әкиәт донъяһындағы һымаҡ’ »

Һалам менән картуф сәскәнегеҙ бармы?

Һалам аҫтына картуф сәскәндәрен күргәнегеҙ бармы? Ә бына Мораптал урта мәктәбе уҡыусылары етенсе йыл инде ошондай ысул менән эшләй. Тәжрибәләре менән уртаҡлашыр өсөн беҙҙе белем усағы директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова үҙе саҡыр­ҙы.

«Биогумус»ты кемдәр эшләй?

Атай-әсәйҙәренә баҡса үҫтерешергә ярҙам иткән ауыл балалары бөтәһе лә белә: ерҙә селәүсендәр бар икән, уңыш мул була. Сөнки улар, берҙән, тупраҡты йырғыслап йөрөп, үҫентеләрҙең тамырҙарына тын алырға һауа ҡалдыра, икенсенән, ерҙе йомшарта. Әгәр ҡайҙалыр селәүсендәр юҡ икән, булған урындан йыйып, баҡсаларына ебәрәләр. Әйтеүебеҙсә, был күренеш, моғайын, барыһына ла таныштыр.

Вәт, шәп ҡумталар!

Ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе һалып ҡуйыр өсөн был ҡумталар – иң уңайлыһы. Уларҙы төрлө материал ҡулланып, төрлө ҙурлыҡта яһарға мөмкин. Салауат районының Малаяҙҙағы 1-се мәктәбендә белем алған Кристина Митюшина ҡумталарын баш­ҡорт тирмәһе формаһында теккән. Бигерәк матур, һоҡланғыс! Эсенә әллә күпме әйберҙәреңде һыйҙырырға мөмкин. Үҙ эшен ҡыҙ кейеҙ һәм төрлө туҡымалар ҡулланып баш­ҡарған. – Ғаиләлә улар 4 бала …

Continue reading ‘Вәт, шәп ҡумталар!’ »

«Заятүләк менән Һыуһылыу»

Ошо легенда буйынса башҡарылған был эш тә иҫ китмәле шәп килеп сыҡҡан. Уны Дәүләкәндәге 4-се лицей­ҙан XI синыф уҡыусы­һы Коля Кузнецов яһа­ған. – Коля – бик һәләтле егет. Шуның өҫтәүенә тырыш һәм ныҡыш­мал да. Дәрестәргә, түңәрәккә теләп йөрөй. Төрлө конкурстарҙа ҡат­нашып тора. Призлы урындар яулай. Ошо эшен 2 ай тирәһе ваҡыт эсендә баш­ҡарып сыҡты. Киләсәктә …

Continue reading ‘«Заятүләк менән Һыуһылыу»’ »

«Серле өҫтәл»

Шулай тип атала Артём Железняковтың Өфөлә үткән технология буйынса республика олимпиадаһына алып килгән  эше. Ни өсөн серлеме? Сөнки ул ябай ғына өҫтәл түгел, ә көҙгөһө һәм музыкаль ҡумтаһы ла бар. Шәп тә инде. Һин биҙәнгән-төҙәнгән арала музыка ла уйнап торһон әле! Артём Стәрлетамаҡтағы 31-се мәктәптең IX синыфында белем ала. Етәксеһе Ришат Зөфәр улы Гулов әйтеүенсә, …

Continue reading ‘«Серле өҫтәл»’ »

Оҫталыҡҡа ни етә?!

«Әгәр кешелә ижади башланғысҡа орлоҡ бар икән, ул ҡасан да булһа шытып сы­ға», – тиҙәр. Мин был фекер менән тулыһынса килешәм. Ижади эш баланың логик фекерләү һәләтен, аҡыл ҡе­үәһен, шулай уҡ хыял, фантазияға бай булыуын асыҡлай. Мәктәбебеҙҙә хеҙмәт дәресен балалар көтөп ала. Уны эшенә бөтә күңел йылыһын, һәләтен һалған, дәресте мөғжизәләр донъяһына әүерелдергән уҡытыусы Рәмзил …

Continue reading ‘Оҫталыҡҡа ни етә?!’ »

Оҫта ҡыҙҙар

Баш ҡаланың Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында уҡыусы ҡыҙҙарҙың оҫталығына иҫең китер. Эштәре күҙҙең яуын ала! Теккән, яһаған әйберҙәре һатыуҙыҡынан һис тә кәм түгел. Күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаштырырға мөмкин. Бына шундай уңғандарҙың бер нисәүһе менән һеҙҙе лә таныштырып китәйек әле.