Топиарий эшләгең киләме?

Дуҫтар, «Бәйләнештә» селтәрендә «Яратҡан шөғөлөм» тип атал­ған конкурс бара. Әүҙемерәк булығыҙ. Ә бөгөн иң уңған ҡыҙҙарыбыҙ­ҙың береһе Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА һеҙгә нисек топиарий әҙерләү серҙәрен өйрәтә.

Ҡайһылай матур, ҡайҙан алдың?

– Бына ошондай түшелдерек алдым әле, ҡыҙҙар. Матурмы? Ҡайҙа барһам да, кейеп йөрөргә булдым, – тип күрһәтеп, маҡтанып алды бер таныш апайыбыҙ. Ысынлап та, түшелдереге һоҡланғыс ине. Ул борон ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың биҙәүес әйбере булған. Етмәһә, яман күҙҙәрҙән һаҡлауын ишеткәнебеҙ ҙә бар. Әле лә гүзәл заттарыбыҙҙың элеккегә ҡайтып, түшелдеректәр кейә башлауы ҡыуандыра. Уны тегеүсе оҫталарҙың ҡулдарына күҙ …

Continue reading ‘Ҡайһылай матур, ҡайҙан алдың?’ »

Уттай ҡыҙыу бесән өҫтө

Быйыл һуңғараҡ төшә халыҡ бесәнгә. Ни эшләйһең, көнө булманы бит. Бесән эшләүе бик еңелдән булмаһа ла, халыҡ барыбер ошо ваҡытты көтөп ала. Күпереп үҫкән йомшаҡ үләнде ҡолас ташлап сабыу үҙе бер рәхәт бит ул. Кипкәс, бакуйҙарҙы йүгереп йөрөп, әйләндерәһең, йыяһың. Бала-сағаһы ла мәж килеп йөрөй шунда.

Райхана апай күлдәктәре

Бынау бәләкәс кенә балалар кейгән күлдәктәрҙең матурлығы-ы-ы! Үҙҙәренә килешеп тора, эйеме? Белорет районының Береш балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәстәр һәр ваҡыт байрамдарҙа ана шулай милли кейемдәрҙә генә сығыш яһай. Ә ул костюмдарҙы шундай килешле итеп Райхана инәйҙәре теккән. Райхана Баһауетдин ҡыҙы Әминева күрше Берештамаҡ ауылында йәшәй. 40 йыл балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреп, хәҙер …

Continue reading ‘Райхана апай күлдәктәре’ »

Атанан күргән – уҡ юнған

Ағас менән эшләү урман яғында йәшәгән халыҡтың төп кәсептәренең береһе булып тора. Был шөғөл быуындан-быуынға тапшырыла килә. Белорет районының Береш ауылында йәшәүсе Сынтимер Мораҙымов та бөтә эшкә бәләкәйҙән атаһы Фәйзулланан өйрәнеп үҫә.

Боронғо кәсеп онотолмай

Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән ярат­ҡан шөғөлө. Төрлө биҙәктәр менән йөндән эшләнгән әйберҙәр күҙҙе ҡамаштыра. Баҫылған аяҡ, өҫ кейемдәре, уйынсыҡтар, биҙәүестәр, урындыҡ, иҙәнгә түшәү өсөн балаҫтарға күпме күңел йылылығы һалынған.

Әкиәт донъяһындағы һымаҡ

– Баҡ-баҡ-баҡ, – тип ҡәнәғәт ултырған тәлмәрйенгә күҙ һалмайынса булдыра алманыҡ. Үҙе шундай мөләйем, йылмайған да кеүек. Нисек шатланмаҫҡа инде, эргәһендә «ҡояш» та көлә бит! Гимназия биләмәһендә бындай матурлыҡты кемдәр тыуҙырған, тиһегеҙме? III «В» синыфының ата-әсәләре икән. – Һәр синыф бүлеп бирелгән биләмәләренә сәскәләр ултыртты, атай-әсәйҙәр төрлө һындар менән биҙәне. Уларға ҙур рәхмәт инде. Ярҙам …

Continue reading ‘Әкиәт донъяһындағы һымаҡ’ »

Һалам менән картуф сәскәнегеҙ бармы?

Һалам аҫтына картуф сәскәндәрен күргәнегеҙ бармы? Ә бына Мораптал урта мәктәбе уҡыусылары етенсе йыл инде ошондай ысул менән эшләй. Тәжрибәләре менән уртаҡлашыр өсөн беҙҙе белем усағы директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова үҙе саҡыр­ҙы.

«Биогумус»ты кемдәр эшләй?

Атай-әсәйҙәренә баҡса үҫтерешергә ярҙам иткән ауыл балалары бөтәһе лә белә: ерҙә селәүсендәр бар икән, уңыш мул була. Сөнки улар, берҙән, тупраҡты йырғыслап йөрөп, үҫентеләрҙең тамырҙарына тын алырға һауа ҡалдыра, икенсенән, ерҙе йомшарта. Әгәр ҡайҙалыр селәүсендәр юҡ икән, булған урындан йыйып, баҡсаларына ебәрәләр. Әйтеүебеҙсә, был күренеш, моғайын, барыһына ла таныштыр.