Аҡ фәрештәм минең

Иң яҡын кешем, аҡ фәрештәм, бер­ҙән-берем – ул әсәйем Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Дәүләтшина. Эйе, мине бары тик ул ғына бер ҡараштан аңлап тора, ауыр саҡта ярҙамлаша, һәр саҡ файҙалы кәңәштәрен бирә, ел-дауылдарҙан ҡурсалай.

Ҡәҙерле кешебеҙ

Әсәйемдең исеме – Фәнисә, ул мәктәптә балалар уҡыта, эш стажы – 34 йыл. Һәйбәт уҡытыусы, тиҙәр уның тураһында. Уҡыған сағында өлгөлө пио­нер булған. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһын бөтөрөп, Покровка ауылына юллана. Ете йыл уҡытҡас, Воздвиженкаға эшкә бар­ған һәм беҙҙең атайҙы осрат­ҡан. 1991 йылда улар гөрләтеп туй үткәргән. Беҙ ғаиләлә дүрт бала. Ағай­ҙарым Рәғип, Йомабай, …

Continue reading ‘Ҡәҙерле кешебеҙ’ »

Ҡояш кеүек берәү генә

Әйтегеҙ әле, иң матур, иң яғымлы, йөрәккә наҙлы һүҙ ниндәй? Әлбиттә, әсәй! Ул – Ер йөҙөндә иң хәстәрлекле кешеләрҙең береһе. Минең әсәйемдең дә исеме есеменә тап килеп тора. «Сәлимә» матур, яғымлы, тырыш кеше тигәнде аңлата. Әсәйемдең һәр ваҡыт хәстәрлекле булыуы ла, яғымлылығы ла, гел матур булып ҡалыуы ла һоҡландыра. Ул Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә башланғыс …

Continue reading ‘Ҡояш кеүек берәү генә’ »

Ҡалала үҫкән, тимәгеҙ…

Ҡалала тыуып үҫеп, ауылға килен булып төшкән кешегә өйрәнеп киткәнсе тормош көтөүе анһат түгелдер ул. Үҙеңде бөтөнләй ят мөхиткә килеп эләккән кеүек хис итәһеңдер, моғайын. Әммә яратҡан кешең, һине аңлаған ҡайның-ҡәйнәң яныңда булһа, барыһына ла өйрәнергә, ауырлыҡтарҙы үткәреп ебәрергә мөмкин. Белорет ҡалаһында йәшәгән Айгөл Ҡунаҡбаева ла Береш ауылына йәйге каникул ваҡытында олатаһы, өләсәһе янына ҡунаҡҡа …

Continue reading ‘Ҡалала үҫкән, тимәгеҙ…’ »

Бер ҡасан да рәнйетмәйек!

Әсәй… Ниндәй бөйөк, яғымлы, йомшаҡ һәм күңелгә яҡын һүҙ! Уны әйтеү менән күҙ алдына зәп-зәңгәр күк йөҙөндә балҡып торған ҡояш, йәм-йәшел болон өҫтөндә леп-леп осҡан күбәләктәр, сылтырап аҡҡан шишмә тауышы, сыр-сыу килешеп уйнаған балалар килеп баҫа.

Әсәйһеҙ – донъя йәмһеҙ!

Әсәйем – донъя тот­ҡаһы. Унһыҙ тормош та йәмһеҙ кеүек. Бер көн генә ихлас йылмайыуын күрмәй торһам да, күңелемә ҡыйын булып ки­тә. Арҡамдан йомшаҡ ҡулдары менән һөймәй тороуын, йылы аштары менән һыйламауын күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Ял көндәрендә иртәнсәк уянһам, аш бүлмәһенән тәмле генә яңы бешкән ҡоймаҡ еҫе килә. Шул саҡта күҙҙәреңде аса алмай ятҡан …

Continue reading ‘Әсәйһеҙ – донъя йәмһеҙ!’ »

Гел булырмын яныңда

Урамда аяҙ, матур көн. Мин әхирәтем менән мәктәпкә китеп барам. Көҙгө тәбиғәт хозурлығы күңелебеҙгә күтәренкелек өҫтәй. Ә минең әсәйем нәҡ ошо көндә тыу­ған. Шуға дәрестәр­ҙән һуң Гүзәл менән барып, уға бүләк алырға һөйләштек. Әхирәтем – матур, сабыр, аҡыллы ҡыҙ. Яҡшы уҡыуы, шиғыр яҙыуы һәм оҫта итеп бейеүе менән башҡалар­ҙан айырылып тора.

Күҙ теймәһен инде үҙенә!

Беҙҙең ғаиләлә дүрт бала. Минең ике ағайым һәм бер апайым бар. Татыубыҙ. Әлиә апайым – ғаиләбеҙҙә берҙән-бер ҡыҙ. Әсәйемдәр һөйләүенсә, бәләкәй саҡтан уҡ үткер, зирәк, шаян ҡыҙ булып үҫә.

Ярҙамсылар

«Шыж-быж», «шыж» да «быж», – Йырлап утын бысабыҙ. Олатай ҙа ҡарап тора: – Бысып булмай, – тип, – яңғыҙ. Ә өләсәй, беҙҙе күреп, Сығып баҫты тупһаға. Хәтһеҙ генә тау өйөлдө – Утын булды мунсаға. Зөһрә КАШАПОВА,  уҡытыусы. Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.