Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ

Гөлназ менән Азамат Сәйетғәлиндәрҙе «Йәш ғаилә – 2016» конкурсында осратҡайным. Унда Өфөләге ете район вәкилдәре иң-иңе булыу өсөн көрәшкәйне. Гөлназ Фәнис ҡыҙы – баш ҡалалағы 237-се балалар баҡсаһы мөдире, Азамат Урал улы – эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре. Улар менән бергә 8 йәшлек ҡыҙҙары Әминә, 3 йәшлек кенә улдары Рамаҙан һәм матур итеп милли кейемдәр кейгән …

Continue reading ‘Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ’ »

Матур тәрбиә бирәләр

Беҙҙә татыу, матур йәшәүсе ғаиләләр күп кенә. Улар һәр яҡтан да ауылдаштарыбыҙға өлгө күрһәтә, һоҡлан­ғыс итеп донъя көтә, кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай. Шундай­ҙарҙың береһе – Гөлсәсәк һәм Рафаэль Фәйзуллиндар. Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы – сығышы менән Әмин ауылынан. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Уҡыған ваҡытта ла иптәштәрен үҙенең ихлас күңеллелеге, яр­ҙамсыл холҡо, кешеләргә яғымлы йөҙө һәм …

Continue reading ‘Матур тәрбиә бирәләр’ »

Минең «тере энциклопедиям»

Әлдә өләсәйем бар, тип ҡыуанам. Нин­дәй генә һорау, үтенес менән мөрәжә­ғәт итһәм дә, уның аҡыллы кәңәштәре гел әҙер. Ҡәҙерлемде «Халҡымдың тере энциклопедияһы» тип йөрөтәм. Кем һуң ул һинең өләсәйең, тиһегеҙме? Яҡынымдың исеме – Хәнифә Шәғәле ҡыҙы Әбүбәкерова. Ул республикабыҙҙың, районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың данлыҡлы сәсәниәһе. Өләсәйем бала саҡтан таҡмаҡ, бәйет, ҡобайырҙарҙы импровизация юлы менән ижад итә. Башҡортостандың …

Continue reading ‘Минең «тере энциклопедиям»’ »

Атайым – ғорурлығым

Иң яҡын кешем – атайым Илдар Зәйнәғәбдин улы. Ул хозур тәби­ғәтле Байназар ауылында Факиһа һәм Зәйнәғәбдин Дәүләтшиндар ғаиләһендә иң кесе бала булып донъяға килгән. Мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөй. Белорет ҡалаһында ДОСААФ мәктәбендә шофёр һөнәрен үҙләштерә. Германияла ике йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Ҡур­ғашлы ауылында – тәүҙә слесарь, …

Continue reading ‘Атайым – ғорурлығым’ »

Өс быуын бергә йәшәйбеҙ

Ғаиләбеҙ ишле генә. Ҙур, матур йортта өс быуын бергә бик татыу йәшәйбеҙ. Олатайым Фәнил Ғизетдин улы ғүмер буйы колхозда шофёр булып эшләгән. Ул машинаһын ҡарап, ипләп кенә йөрөгән, бер ҙә ватылмаған. Ҡәҙерлебеҙ – ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе.

Әҙеһәмовтарҙың бәләкәй дәүләте

Бынан ете йыл элек Өфө янында бер-бер артлы Шамонин, Дорогин, Жуков ауылдары барлыҡҡа килгәйне. Хәҙер инде был ерҙәрҙә йорт алыу бәхетенә ирешкән ғаиләләр дәртләнеп донъя көтә. Уңғандар, тырыштар баҡса үҫтереп кенә ҡалмай, ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҙа тота. Ауылдарҙа тротуар булмауы ғына эсте бошора, халыҡ машина юлынан йөрөргә мәжбүр, ә транспорт теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла …

Continue reading ‘Әҙеһәмовтарҙың бәләкәй дәүләте’ »

Ғаиләбеҙ – байлығыбыҙ

Биш кешебеҙ ғаиләлә: атайым, әсәйем, ике һеңлем һәм мин. Атайым Ирек шахтала эшләй. Өйҙә ул йорт тирәһен, кәртә-ҡураны тәртиптә тота. Әсәйемдең исеме – Гөлсәсәк. Ул бәләкәй һеңлемде ҡарай һәм өй эштәре менән булыша. Ә мин – Илмир. V синыфта уҡыйым. Малай булғас, күберәк атайым тирәһендә булышам. Һеңлем Элина икенселә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. …

Continue reading ‘Ғаиләбеҙ – байлығыбыҙ’ »

Әлдә һин бар әле донъяла!

Ер йөҙөндә күпме генә әсә булмаһын, кешегә үҙенеке иң һәйбәте һәм матур тойола. Шулай булырға тейеш тә инде. Ләкин тормошта төрлө хәлдәр ҙә осрай. Бына беҙҙе лә, 3 ҡыҙҙы, әсә тәрбиәһенә, һөйөүенә мохтаж булған ауыр ваҡытта Йәнйегет ауылынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар, үҙ балаларындай яҡын күреп, ғаиләләренә алғайны. 10 йыл да уҙып киткән. Үҙҙәренең бер …

Continue reading ‘Әлдә һин бар әле донъяла!’ »

Хөрмәт менән иҫкә алабыҙ

Олатайым Ән­үәр Мөжә­һит улы бәлә­кәй­ҙән үк эшләй башлаған. Ул ата­һына яр­ҙам ите­шә һәм йәше еткәс, әр­ме сафына баҫа. Өс йылдан һуң һал­дат хеҙмәтенән ҡайт­ҡас, Ҡа­ҙағстанға шахтёр булып эшкә ки­тә. Унда өс йыл бу­йы тир түгә.