Быуындар осрашыуы

Уҡыуҙар тамамланғас, мәктәп ҡарамағындағы йәйге һауыҡтырыу лагерҙары үҙ ишектәрен асты. Мәмбәт биләмәһе лә гөрләп торҙо. Беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, ике отрядҡа бүлендек. Көн һайын төрлө ярыштар, саралар үтә.

Бер көндө ауылыбыҙҙың уңған, эшһөйәр инәйҙәрен, апайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡыр­ҙыҡ. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Рәхимә Турғаева, алдынғы һауынсы, дин юлына баҫҡан Йәнбикә Абдуллина, үҙенең уңған килене Гөлсинә һәм ейәнсәре Айгөл менән атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Хәлимә Ҡәйеповалар килде. Улар үҙҙәренең тормош юлы тураһында һөйләне. Бала саҡтағы уйындарын иҫләп, бергәләп уйнап та алдыҡ. Ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолдо. Йәнбикә инәй үҙе теккән милли кейемдә килгәйне. Ҡашмау, түшелдерек, биҙәүестәре бигерәк матур. Инәй уларҙың төрлө ҡара көстәрҙән һаҡлауы тураһында һөйләне. Үҙе ураҙа тота, аяттар уҡый икән.
Хәлимә инәй 17 йәшендә башлаған һөнәренә тоғро ҡалып, 40 йылға яҡын һатыусы булып эшләгән. Магазинға килгән әйберҙәрҙе, кәнфит-печеньены заманында халыҡҡа бөртөкләп бүлергә кәрәк була. Уның һөйләгәндәрен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине. Шулай уҡ әсәһенең әллә ҡасанғы ҡул эштәрен һаҡлауы ла һоҡланғыс күренеш. 80 йыл ваҡыт үтһә лә, яҫтыҡ тыштары, ҡулъяулыҡтары шул көйөнсә генә. Гөлсинә еңгәйҙең ҡул эштәре лә бик матур ине. Уның ҡыҙы Айгөл апай алтынсы синыфты тамамланы. Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, ул да әсәһе, өләсәһе кеүек ҡул эштәренә оҫта. Һәр эште еренә еткереп башҡара. «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә шөғөлләнә.
Килгән ҡунаҡтарға биргән кәңәштәре, изге теләктәре өсөн ҙур рәхмәт. Уларға һаулыҡ, шатлыҡлы оҙон ғүмер теләйем.

Фәриҙә Ҡәйепова, III синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code