Бындай ауыл донъяла юҡ!

Музей директоры Мөслимә Нурулла ҡыҙы өләсәй кейемендә экспонаттар менән таныштыра.

Бик данлыҡлы ауыл бит ул! Батырҙар төйәге! Тағы ҡайҙа бар шундай урын?! Был бәләкәй генә Кинйәабыҙ ауылынан бер түгел, өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан.
Улар – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеровтар. Ғәфиәтулла Шәһимәрҙән улы фин дзотын тар-мар итеүҙә ҡатнашһа, Хәсән Нәзир улы Үрге Михайловка ауылы өсөн һуғышта, Витебск ҡалаһындағы бәрелештәрҙә тиҫтәләгән гитлерсыларҙы юҡҡа сығара. Сәлмән Ғәлиәхмәт улы үҙенең отделениеһы менән Чернигов өлкәһе Березна һәм Бегач ауылдарына беренселәрҙән булып бәреп инеп, ошо ерҙәрҙе фашистарҙан азат итеүгә булышлыҡ итә. «Бындай Кинйәабыҙ кеүек ауыл донъяла ла юҡ. Ул – Рәсәй­ҙең хазинаһы», – ти Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе Зекериә Аҡназаров та. Ысынлап та, 30 ғына өйҙән тор­ған ауыл шундай батырҙар бир­һен әле! Был хаҡта кинәнеп китеп һөйләгәндә элекке тарихсы, райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы рәйесе, Кинйә Арыҫланов музейы ирекмәне Харрас Биктимеровтың күҙҙәре осҡонланып, тыуған төйәге өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисергәне күренә ине.
Шуныһы ла ҡыуаныслы: Ырым­бур өлкәһенә йөрөп уҡымаһындар, башҡортса өйрәнһендәр тип, ике бала ғына булһа ла, уларҙы хәстәрләп, Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров мәктәп тә һалдыра. Ауылда йорттар һаны бик аҙ ҡалғас, 1980 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Кинйәабыҙҙы тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә матур-матур өйҙәр һалынып, бер урамға ҡуш булып, тағы өр-яңы ике урам барлыҡҡа килә. Улар­ҙың өсөһө лә Советтар Союзы Геройҙары исемдәрен йөрөтә башлай. Биш йыл эсендә 29 өй, медпункт, магазин, ферма төҙөлә.
Бына шундай танымаҫлыҡ булып яңыртылған ауылда 1993 йылда Кинйә Арыҫланов музей комплексына нигеҙ ташы һалынып, 2001 йылдың 7 ию­нен­дә сафҡа индерелә. Асылғандан алып бында республикабыҙҙан ғына түгел, сит илдәр­ҙән дә бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар килә. Уларҙың йылы хәтирәләре ҡунаҡ китабында үҙе бер йылъяҙма булып һаҡлана.
Был күркәм музейҙы оҙаҡ йылдар инде Харрас Сәлмән улының тормош иптәше Мөслимә Биктимерова етәкләй. Ул беҙҙе һәр бер залы менән ентекле таныштырып, тарих төпкөлөнә алып инде. Бында барлығы 1 меңдән ашыу экспонат ҡуйылған. Тәүгеһе – башҡорт хал­ҡының көнкүрешен, мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған этнография залы. Бына боронғо ашлау, алдыр, тәпән, көбө, ҡул сепараты, көршәк, ағас һауыт-һабалар, эш ҡоралдары, ҡул эштәре… Ә был самауыр – бигерәк тә киң билдәле экспонат. Ете миҙал яуларға ла өлгөргән. Улай ғына түгел, ҡайһы бер әйберҙәр менән бергә уны «Сәксәк» комедияһына төшөргәндәр. Фильм аҙағында барлыҡ актёрҙар самауырҙан сәй ҙә эсәләр. Шуның менән дә бик данлыҡлы ул.

Мин диорама һындары янында.

– Күп әйберҙәр йыйылып киткәс, 1950 йылдарҙағы фатир эсен дә һынландырып ҡуйҙыҡ әле, – ти Мөслимә Нурулла ҡыҙы.
Ә был һөңгө – Крәҫтиәндәр һуғышы осоронан ҡалған изге ҡомартҡы. Яҡуп ауылында, күрәһең, ҡатнашыусылар булғандыр инде, музейға шунан килтерелгән. Уға 200 йылдан ашыу тирәһе.
– Хәнйәр IV быуат осороноҡо, Харрас Сәлмән улының атаһы һуғыштан алып ҡайтҡан. Уның тураһында мәғлүмәт Башҡорт­остан тарихы китабында ла бар, – тип таныштырыуын да­уам итә музей етәксеһе.
Икенсе залда манифестар, указдар, күр­һәтмәләр, Емель­ян Пугачёв етәкселегендә Салауат Юлаев отрядтары хәрәкәттәре һәм Башҡорт­остан биләмә­һендә Крәҫтиәндәр һуғышы билдәләнгән карталар менән таны­шыр­ға мөмкин. Кинйә Арыҫлановтың 1773 йыл­да үҙ ҡулы менән яҙылған ха­ты ла бар. Уны Мәскәү архивынан юллап ал­ғандар. Музей­ға тәүге таш һалынған фотоһүрәттәрҙе лә күрергә була. 1995 йылда Зекериә Аҡназаров имзаһы менән музейға тип бүләкләнгән китап та ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлана.
Музейҙың өсөнсө залы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына бағышланып, өс Советтар Союзы Геройы – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеровтарҙың биогра­фиялары яҙылған стенд эленгән. Ә дүртенсе залды ауылдың күренекле кешеләренең портреттары биҙәй. Бында Мораптал агросоюзы тарҡал­ғандан һуң килеп эләккән 1887 йылғы иҫтәлекле сервант һәм өҫтәл дә бар.
«Емельян Пугачёвтың Кинйә Арыҫланов менән осрашыуы» диорамаһы беҙҙең иғтибарҙы айырыуса йәлеп итте. Ул 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында һуғышсыларҙың нисек кейенеүен, ҡоралланыуын асыҡ сағылдыра. Башҡа район уҡыу­сылары өсөн дә экскурсиялар уҙғарылһа, нисек һәйбәт булыр ине лә бит.
2015 йылда Мөслимә Нурулла ҡыҙы «Кинйә Арыҫланов һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт итеп» ижади проектын эшләп, Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яулай. Был бирелгән аҡсаға музейҙың материаль-техник базаһы яңыртыла. Шуға хәҙер бөтә саралар кинопроектор ярҙамында үткәрелә.
– «Өләсәйҙә самауырҙа ҡунаҡта» тигән кисәне балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡы­ҙығып тыңлап ултырҙы. «Өләсәй һандығы»на район мәктәптәренән дә саҡырҙым. Үҙем өләсәй һымаҡ кейенеп алып, элекке осорҙағы балалар, өлкәндәр кейемдәре менән таныштырҙым, башҡорттарҙың көнкүрешен күрһәттем. Шәжәрә байрамдары ла уҙғарабыҙ. Харрас Сәлмән улы менән «Мөғжизәләр яланы»н үткәреүҙе лә йолаға әйләндерҙек. Уны ойошторабыҙ, үҙебеҙ ба­ғымсылар булып, бүләктәр таратабыҙ, – ти Мөслимә Биктимерова.
Бына шундай музей бар өс Герой биргән ауылда. Көйөргәҙе яҡтарына юлығыҙ төшһә, һеҙ ҙә барып күрә алаһығыҙ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Көйөргәҙе районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code