Бында уҡыу ҡыҙыҡлы икән!

Беҙ етәксебеҙ Рәмилә Филарит ҡыҙы Исхаҡова менән.

Беҙ етәксебеҙ Рәмилә Филарит ҡыҙы Исхаҡова менән.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Туған телдәр аҙналығы – 2016» сараһын ябыу тантанаһы һәм «Урал батыр» байрамы ойошторолдо. Унда студенттар, ҡала һәм ауыл балалары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар һәм Шәрипҡол мәктәптәре уҡыусыларына ла тәтене был бәхет.

Эйе, беҙҙекеләр һынатмай. Тап ошо мәктәптәрҙең уҡыусылары «Урал батыр» йәш сәсәндәр бәйгеһендә район һәм республика кимәлендә лә призлы урындар яулай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарыл­ған төбәк-ара олимпиадалар­ҙан да еңеп ҡайта. Әлеге ваҡытта баш­ҡорт-инглиз бүлегендә белем алыусы V курс студенткаһы Фаягөл Исхаҡова – бының асыҡ миҫалы. Ул – 2011 йылда ун беренселәр араһында төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһы Президентының  махсус премияһына лайыҡ булды.
Бишауыл-Уңғар мәктәбен­дә туған телдәрҙе уҡытыуға иғтибар күп бүленә. Һөҙөм­тәһе булып, ике йыл рәттән, 2014 һәм 2015 йылдарҙа, Аделина Мөьминова, Алһыу Искәндәровалар ошондай уҡ олимпиадала икенсе урынды яуланы. Бынан тыш, Аделина республикала уҙғарылған «Кейекбаев уҡыу­ҙары»нда II һәм III дәрәжә дипломдар алып та һөйөндө. Артабан ул белемен педагогия университетында дауам итергә хыяллана.
– Бөгөнгө осрашыу минең өсөн үтә лә файҙалы булды. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һо­рау­ҙарға яуап таптым, – ти Аделина.
Университет етәкселеге был көндө төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙо: факультет менән таныштырыу экскурсияһы, уйын формаһында ғәрәп, төрөк, инглиз телдәрендә тренингтар үткәрелде. Һәр кем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө һүҙ­ҙәр­ҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе студенттар артынан ҡабатлап, отоп алды, хәтерҙәрендә ҡалдырҙы. Сығарылыш синыфы уҡыусыларының сит телдәрҙе мотлаҡ рә­үештә өйрәнергә кәрәк тигән теләктәре тыуҙы. Сөнки күп телдәрҙе үҙләштереү һәм белеү башҡа милләттәрҙең мәҙәниәте менән танышыуға булышлыҡ итә, кешене һәр яҡлап үҫтерә. Ә уларҙы өйрәнеү өсөн был уҡыу йортонда барлыҡ шарттар булдырылған.
Университет доценты, ғалим Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, шулай уҡ фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары Лидия Фәтих ҡыҙы Әбүбәкирова университеттың эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, мәктәп уҡыусыларын ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға яуап бир­ҙе. Улар уҡыу йорто тарафынан ойошторолған конкурс­тарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашырға саҡырҙы, уҡыусыларҙы үҙҙәре эшләгән белем усағына килергә өндәне.
Сараның икенсе өлөшөндә туған телдәр буйынса уҙғарыл­ған аҙналыҡты йомғаҡлап, еңеүселәрҙе һәм призлы урын яулаусыларҙы бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Артабан «Урал батыр» байрамы башланып китте, ул тантанаға тағы ла йәм өҫтәгәндәй булды. Сәхнәлә студенттар тарафынан хал­ҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы «Урал батыр»ҙан өҙөктәр яңғыраны.
Байрамдың нәҡ ошо уҡыу йортонда үткәрелеүе юҡҡа түгел, сөнки тап бында сәсәндәр мәктәбе эшләп килә. Уның етәксеһе – профессор, республикабыҙҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, халыҡ йырҙарын һәм ҡобайырҙарын башҡарыусы Розалиә Солтангәрәева. Ялҡынлы сығыштар беҙҙе рухи яҡтан байытты, ил­һам бирҙе.
Йомғаҡлап шуны билдәләргә кәрәк: университет етәкселеге тарафынан ойошторолған байрам бөтәһе өсөн дә файҙалы бит. Кем булырға? Ҡайҙа уҡыр­ға барырға? Сығарылыш уҡыу­сылары ошондай һорау­ҙар­ға яуап эҙләгәндә бөгөнгө осрашыу бик кәрәкле ине.

Әлиә МӨЬМИНОВА,  IX синыф уҡыусыһы.
Ҡырмыҫҡалы районы, Бишауыл-Уңғар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code