Бында ҡурсаҡтар ҙа башҡортса һөйләшә

Альберт Имаметдиновтың бар хеҙмәт юлы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән бәйле. Актёр, режиссёр, баш режиссёр булып эшләй, ә 2016 йылдан ҡурсаҡ театрының директоры итеп тәғәйенләнә. Театр йылы айҡанлы, Альберт Әлфрит улына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Альберт Әлфрит улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
– Мин Өфө районы Алексеевка ауылында донъяға килгәнмен. Ә I синыфҡа Кушнаренко районы Шәрип ауылында барҙым, артабан Иҫке Ҡамышлыға күскәс, мәктәпте шунда тамамланым. Ғаиләлә 3 бала үҫтек. Үҙебеҙ ҙә тормош иптәшем менән 3 ул үҫтерәбеҙ. Әле әсәйем Ейәнсура районының Абҙан ауылында, тыуған ерендә, йәшәй, ғаиләбеҙ менән шунда барып йөрөйбөҙ.
– Был һөнәрҙе һайлауығыҙ нисегерәк булды, бала саҡта сәнғәт юлынан китермен, тип уйлай тор­ғайнығыҙмы?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, бәләкәй саҡтан уйлап йөрөгән һөнәр түгел. Үҙем ауыл малайы бит инде, сәнғәт юлында эшләрмен, тигән уй булманы, әлбиттә. Шулай ҙа хәҙер анализлап ҡарайым да, сәнғәт миңә бәләкәйҙән яҡын ине, тип әйтергә мөмкин. Гармунда уйнар­ға өйрәнеү теләге көслө була торғайны. Үҫә төшкәс, атайым көйҙө уйнап күрһәтә лә үҙем үҙ аллы өйрәнәм. Һуңыраҡ гитараны үҙләштерҙем. Мәктәп сараларында йырлай торғайным. Шундай сәнғәткә ҡағылышлы мәлдәр күп булды. Бөтә фәндәрҙән «дүртле», «бишле»гә уҡыным. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның физика-математика факультетына документтарымды тапшырып, һынау үтеп ҡарарға булдым. Техниканы ярата инем. Әммә конкурстан үтә алманым. Шулай ҙа оҙаҡ төшөнкөлөккә бирелеп йөрөмәнем, ошо уҡ йылды Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурсаҡ театрына актёр­ҙар әҙерләү төркөмө асыл­ды. Әйтергә кәрәк, атайым яғынан Әнүзә еңгәм менән Фәнис ағайым Имаметдиновтар 20 йылдан артыҡ ҡурсаҡ театрында эшләне. Йыш ҡына спектаклдәргә бара торғайным.
Сәнғәттә егеттәргә ҡытлыҡ ул ваҡытта ла бар ине. Миңә көҙ көнө имтихан биреп ҡарарға кәңәш бирҙеләр һәм бер ҡыҙ менән икебеҙҙе ирекле тыңлаусы итеп ҡалдырҙылар. Уҡып китә алһаҡ, студенттар булабыҙ инде. Шулай итеп, сәнғәт инс­титутында белем ала башланым. Тәүҙә был өлкә миңә ят күренде. Ҡурсаҡ театры ғына, тип байтаҡ ваҡыт ҡыйынһынып йөрөнөм, ниндәйҙер эске ҡаршылыҡ булды. Әммә йыр, һүҙ сәнғәте, сәхнә теле, фехтование, акробатика, сәхнә хәрәкәттәре дәрестәре оҡшай тор­ғайны. Сөнки бала саҡтан сән­ғәтте, спортты яраттым, турникта, гантелдәр менән шөғөлләндем. Аҙаҡ инде күңел тынысланып, уҡып киттем. Ҡурсаҡ театры ят, абруйлы булмаған сәнғәт түгел икәнен аңланым. Ҡурсаҡтарҙы терелтеп, улар аша балаларға матурлыҡ донъя­һын асыу, әкиәт донъя­һына әйҙәү бик еңел эш түгел. 5 – 6 килограммлыҡ ҡурсаҡты спектакль барышында 45 – 50 минут буйы өҫкә күтәреп йөрөү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Эшеңде яратмай, аңламай тороп, былай йөрөү мөмкин түгел. Шуға инандым. Тағы үҙемдең нимәнелер яҡшы белһәм, күңелемә оҡшаһа, башҡа кешегә лә ошо турала һөйләй, уны ҡы­ҙыҡһындыра алыуымды төшөндөм. Быны, бәлки, уҡытыусылыҡҡа ынтылыш, тип тә әйтергә мөмкиндер. Педагогтар ҙа бит йөрәге аша үткәреп, фекерҙәрен кешеләргә аңлатып, ҡы­ҙыҡһындырырға тейеш. Миндә күңел төпкөлөндә шундай талап йәшәп килгән икән. Сәнғәт инс­титутына килгәс, ул асылып ҡына киткән. Был һөнәргә яҙмышым дөрөҫ алып килгән, тигән һығымта яһаным.
Институтты тамамлап, бер йыл актёр булып эшләгәс, Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһына инеп, ҡурсаҡ театры режиссёрҙары әҙерләү бүлеген тамамланым. Эшем бик оҡшай. Беҙҙең һөнәр матурлыҡ, изгелек, яҡшылыҡ менән бәйле. Шуның өсөн күңелемә яҡын, ҡанат ҡуя. Яҡшы уйҙар, хистәр тупларға көс бирә. Ысынлап та, бөтә тамашасыларҙы матурлыҡҡа әйҙәйбеҙ. Күберәк балалар менән эш итәбеҙ. Уларҙы әкиәт иле, мөғжизәләр аша яҡшыны ямандан айырырға, матурлыҡты күрергә өйрәтәбеҙ. Минең өсөн был әлеге көндә бик мөһим эш.

«Мостай Кәрим. Яҡын горизонт» спектакленән өҙөк.

– Театр йылына ниндәй маҡсаттар ҡуяһығыҙ?
– Етәксе булараҡ, иң мөһим бурысым – театрҙың матди-техник базаһын яңыртыу, йәғни капиталь төҙөкләндереү. Әҙерлек башланды. 2020 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән «Милли проект»та ҡатнашасаҡбыҙ, быйыл архитекторҙар менән эш алып барабыҙ. Төҙөкләндереү ике өлөштән торасаҡ. Тәүҙә әлеге театр янына яңы бина һалынасаҡ, шунан быныһын да шуға оҡшатып төҙөкләндерәсәкбеҙ. Алла бирһә, балалар театрҙың матурлығын тойоп, тағы ла йышыраҡ йөрөр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Беҙҙең театр 1932 йылда уҡ асылһа ла, оҙаҡ ваҡыт үҙ бинаһы булмаған бит, өйҙәш булып ҡына спектаклдәрен күрһәткәндәр. 1976 йылда әлеге бинаға күскәс, ысын мәғәнәһендә өр-яңы ижади тормош башланған. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының исеме Рәсәй, донъя кимәлендә яңғырап торған. Хатта Рәсәй, ил намыҫын яҡлап, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡан­дар. Ә 1988 йылда Һиндостанда 40 көнлөк гастролдә булғандар. Унда театр «Һинд легендаһы» тигән спектакль өсөн Джавахарлал Неру премияһына лайыҡ була. Бына бит яңы бина нисек яңы һулыш биргән!
– Ҡурсаҡ театры, тиһәк, әлбиттә, иң тәүҙә балалар өсөн тамашалар күҙ алдына килеп баҫа.
– Ысынлап та, репертуарҙың 90 проценттан күберәге йәш быуынға тәғәйенләнгән. Әммә бында сихри әкиәт донъя­һы, мөғжизәләр аша өлкәндәр өсөн дә башҡа театрҙарҙа эшләй алмаҫлыҡ сағыу спектаклдәр ҡуйып була. Ололар өсөн ололарса, балалар өсөн балаларса һөйләшеп, беҙ тамашасыны һәр ваҡыт мөғжизә иленә әй­ҙәргә әҙербеҙ. «Ташлама утты, Прометей!», «Диктаторға ат бирегеҙ!», «Ҡара йөҙҙәр», «Аҡ пароход», «Илаһи комедия» кеүек өлкәндәр өсөн спектаклдәр театрыбыҙҙың Алтын фондына ингән. «Илаһи комедия»­ның авторы, драматург Исидор Шток хатта, һеҙ ҡуйған спектакль Мәскәүҙә ҡуйылғанынан да көслөрәк, тип баһалаған. Әле үҙемә өлкән тамашасылар өсөн дә репертуар булдырырға маҡсат ҡуйҙым. 2017 йылда, мәҫәлән, «Мең дә бер кис» спектакленең премьераһы булды.
– Әйткәндәй, һеҙ Мостай Кәримдең юбилейына арналған яңы спектаклдең режиссёры ла бит әле…
– Эйе, 2018 йылдың аҙағында халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Мостай Кәрим. Яҡын горизонт» тигән бик сағыу спектаклдең премьераһы булды. Был төптән уйланылған проектҡа ҙур маҡсаттар ҡуйылғайны, Аллаға шөкөр, уйҙарыбыҙ тормошҡа аш­ты. Төрлө системалағы ҡурсаҡтар, бәләкәйҙәре, ҙурҙары, битлек кейгән актёрҙар ҡатнаша, әммә береһе лә осраҡлы түгел, һәр береһенә ҙур мәғәнә, фекер һалынған. Яңы техника ла һатып алдыҡ, атап әйткәндә, видеоанимацион селтәр. Был үтә күренмәле әйбер махсус яҡтыртҡанда кешегә күренмәй йә артҡы сәхнәне ҡаплап, видеопроектор менән эшләгәндә экран хеҙмәтен үтәй ала. Шулай синтез спектакль килеп сыҡты. Музыканы Урал Иҙелбаев яҙҙы, ә сценарийҙы бөтә коллектив менән төҙөштөк, тиһәң дә була. Һәр кем Мостай Кәрим ижады менән тағы ла бер танышып сыҡты. Тәҡдимдәребеҙҙе иҫәпкә алып, ҡурсаҡ театры эшен төптән белгән, музыканы ла яҡшы аңлаған Владимир Аношкин бик матур сценарий яҙып бирҙе. 1 сәғәт тә 10 минут эсендә халыҡ шағирының бөтә тормошон һөйләп биреүгә өлгәштек. Театр йылында 15 февралдә тәүге тапҡыр күрһәтәсәкбеҙ. Был спектакль репертуарҙа үҙенең абруйлы урынын алып, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашырбыҙ, тигән уй бар.
– Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы ниндәй пландарығыҙ бар?
– Был тарихи ваҡиғаға арнап тәүге тапҡыр ҡурсаҡтар концертын ҡуйырға уйлайбыҙ. Беҙҙең коллектив электән Сергей Образцов исемендәге Үҙәк дәүләт ҡурсаҡ театры менән дуҫ. Унда һәр яңы миҙгелде ҡурсаҡтар концерты менән асалар һәм ябалар. Беҙ ҙә юморлы ҙур тамаша әҙерләп, театрыбыҙ­ҙың бар мөмкинлеген күрһәтергә булдыҡ. Аллаға шөкөр, дәүләт ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. «Театр – балаларға», «Бәләкәй ҡалалар театр­ҙары» федераль проекттары аша бүленгән аҡсаны матди-техник базабыҙҙы нығытыу­ға, яңы спектаклдәр сығарыуға тотонабыҙ. Ут һәм тауыш буйынса заманса ҡоролмалар алдыҡ. Ҡурсаҡ театры тамашалары сағыу булырға тейеш. Яңы йыл алдынан республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленеп, яңы 25 урынлыҡ автобуслы булдыҡ. Хәҙер республика буйлап гас­тролдәргә лә сығырға мөмкинлек артты.
– Әйткәндәй, тамашасыларҙы йәлеп итеү яғынан ниҙәр эшләйһегеҙ? Репертуарығыҙҙа ниндәй башҡортса спектаклдәр бар?
– 2016 йылда театрыбыҙҙа 50 кешелек кесе зал асҡайныҡ. 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн ҡыш, яҙ, көҙ миҙгелдәренә арналған яңы программа әҙерләнек. 15 – 20 минутлыҡ бәләкәй спектакль күрһәтәбеҙ, шунан рәссамдарыбыҙ оҫталыҡ дәресе үткәрә, йәғни берәй уйынсыҡ эшләп күрһәтә, аҙаҡ фотосессия ойошторола һәм «Бәйләнештә»ге төркөмөбөҙгә ҡуйыла. Ҡала халҡына был проект оҡшаны. 2015 йылда «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуына оҡшатып спектакль эшләгәйнек. Интерактив формала йыш ҡулланылған һүҙҙәрҙе өйрәтеү өсөн бик файҙалы проект булды. Шуны, йәғни театр аша туған телде өйрәтеүҙе, яңынан тергеҙергә кәрәк. Беҙҙең репертуарҙа башҡортса спектаклдәр етерлек: «Айыу бабай йоҡламай», «Әминбәк», «Ике һайыҫҡан», «Алтынсәс»… Тик тамашасылар ғына бик аҙ. Балаларҙы бит өлкәндәр алып йөрөргә тейеш, театрға улар үҙҙәре килә алмай. Мәктәптәр менән бәйләнеш бар. Әммә транспорт, юл ҡағиҙәләре буйынса яңы ҡанундар ҡатмарлыҡтар, мәшәҡәттәр тыуҙыра. Йылына бер-ике тапҡыр килеп, спектакль ҡараһалар ҙа, ҡалған ваҡытта залды тултырып булмай. Үҙебеҙ алып барып күрһәтһәк, еңелерәк кеүек. Ошо урында бер борсолоулы күренеш тураһында әйтеп үтмәй булмай. Сәнғәт һөйөүселәр беҙҙең артистарҙы кем менәндер бутамаһын ине. Юғиһә, театрға ҡағылышы булмаған ике-өс кешенән торған төркөмдәр беҙҙең исемдән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә барып, бәләкәй генә спектакль кеүек нәмә күрһәтә икән. Был турала беҙгә хатта прокуратуранан шылтыратып әйткәндәре бар. Ә кескәйҙәрҙә ҡурсаҡ театры шулай була икән, тигән фекер ҡала. Тамашасылар белеп ҡуй­һын ине: беҙҙең театр белем усаҡтарына спектакль күрһәтергә барһа, мотлаҡ афиша, билеттар тәҡдим ителә, актёр­ҙар менән бергә техник хеҙмәткәрҙәр ҙә була, үҙҙәре менән декорацияларҙы ла алалар.
– Альберт Әлфрит улы, матур уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының, ғөмүмән, сәнғәттең ниндәй тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын бөтә атай-әсәйҙәр ҙә аңлаһын һәм балаларын мөғжизәле, сағыу театр донъяһынан мәхрүм итмәһен ине. Уңыштар һеҙгә!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code