Был дәресте көтөп алалар

Өсөнсөләр технология дәресендә.

Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр уҡыу ваҡытын бушҡа үткәреү тип иҫәпләүҙәренә ҡарамаҫтан, технологияны тормош дәресе тип атарға мөмкин булыр ине. Ни өсөн тигәндә, балалар бында көндәлек тормошта кәрәк булған шөғөлдәргә өйрәнә. Теүәл фәндәрҙән бер аҙ булһа ла ял итеп, ҡул менән әйбер­ҙәр эшләү аҡылды ла үҫтерә. Ҡыҙҙарҙың кейем тегергә, бешерергә өйрәнеүҙәре киләсәктә үҙҙәре өсөн дә кәрәк буласаҡ.

Уҡыусыларҙың ниндәй генә эштәре юҡ!

Беҙҙең Исмаил мәктәбендә технология дәрестәре мауыҡтырғыс үтә. Бер көн өйҙән һалам алып килергә ҡушҡас, балалар тәүҙә аптырап ҡалғайны. Өсөнсөләр менән бергәләп алтын балыҡ эшләй башлағас, ҡыуанып киттеләр. Бигерәк шәп килеп сыҡты.
Әйткәндәй, белем усағыбыҙҙа V – XI синыфтар өсөн йыһазландырылған хеҙмәт кабинеты ла бар. Унда дәрестәрҙе Гөлназ Фәит ҡыҙы Солтанова алып бара. Уҡыусылар үҙен бик ярата, дәрестәренә ашҡынып торалар.
Бөгөн технология уҡытыусыһы ярҙамсы, белем алырға әйҙәүсе остаз ғына түгел, уҡыусыла булған ижади һәләттәрҙе асыусы ла булып тора.

Айгөл ҒӘЛИЕВА, уҡытыусы.
Дүртөйлө районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code