Быҡтырылған ит

Итте hөйәгенән айырып алығыҙ ҙа артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы hалып, бөтәhен бергә ҡушып, бутап ҡуйығыҙ. Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ. 10 минут парҙа тотҡас, әҙерләнгән итте тултырып, ҡапҡастар менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.
Кәстрүлгә hалҡын hыу hалығыҙ ҙа төбөнә сепрәк йәйеп, банкаларҙы теҙеп ултыртығыҙ һәм утҡа ҡуйығыҙ. Иткә hыу hалырға ярамай, ул үҙ һутында бығып (томаланып) бешә. Әҙер булғас, банка­лар­ҙы сығары­ғыҙ, йылы хәлгә килгәс, ҡапҡас­тарын ныҡлап ябығыҙ. Һал­ҡын­сараҡ урында һаҡлағыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code