Булмағанда ярай инде…

Ҡыҙҙар, иғтибар иткәнегеҙ бармы икән: тормош­та шундай егеттәр осрай, улар менән берәй ҡасан мөхәббәт­кә тартым мөнәсәбәттәрҙең булыуы мөмкин түгел кеүек, эйеме? Ул һинең өсөн һәйбәт дуҫ ҡына булып ҡала килә.
Әйҙә, булмаһа, шундай осраҡтарҙы берәмләп ҡарап үтәйек. Һин уның хаҡында гел: «Шәп кеше лә ул, әммә беҙҙең арала бер ниндәй хис тә юҡ», – тип уйлайһың.

ЙӨРӘКТЕ ДАУАЛАУСЫ РОМАНТИК. Күҙ алдына килтер: һин әле генә һөйгәнең менән ташлашып, еңең менән күҙ йәштәреңде һөртә-һөртә урам буйлап атлай­һың. Шул саҡ ҡаршыңа бик матур егет осрай һәм бер нисә минуттан инде ул һинең менән танышып, аһ-зарыңды тыңлап ултыра, бүлдермәй ҙә, үҙеңде аңлаған кеүек башын ғына ҡағып ала. Ғәжәп кеше. Өҫтәүенә, иртәгә киноға ла саҡыра. Таныш бул: һинең алда – романтик. Ярат­ҡан егетең бүләк иткән сувенир күҙ алдында хәтерләтеп, моңһоулыҡтың сигенә сыҡҡан мәлеңдә был кеше менән аралашыу бик кәрәк. Һин бит хәҙер ирекле һәм бер ниндәй ҙә бурыстар талап итмәгән мауығыу фай­ҙаға ғына. Әлбиттә, мөхәббәт тиҙ генә онотолмаясаҡ. Шулай ҙа яңы танышыңдың барыбер ярҙамы тейер. Тәүҙән үк уның менән асыҡ һәм ғәҙел бул, юғиһә, үҙеңдеке кеүек хистәрен селпәрәмә килтереүең бар.
БУЛМАҒАНДА ЯРАЙ ИНДЕ. Һинең, хатта шундай сибәр, заманса ҡыҙҙың да, бер кем менән дә дуҫлашып йөрөмәгән мәлдәре була. Шул ваҡытта өс йыл буйы артыңдан йөрөп тә, тик һин оҡшатмаған күрше малай һөйкөмлөрәк күренә башлауы бар, уның менән бергә ваҡыт үткәреүе күңелле булыр кеүек. Ә ниңә был уй бер ҙә насар түгел. Әммә һаҡ булырға кәрәк: һин бит уның менән былай ғына дуҫлашаһың, мөхәббәткә бик өмөтләнмә. Хәйер, ҡайҙан беләһең, аралаша башлаһаң, бәлки, унан да һәйбәт егет юҡлығын аңлап, яратып та ҡуйырһың. Ә-ә-ә, онотоп ебәргәнмен, һин уның менән ваҡытты күңелле үткәрер өсөн генә йөрөйһөң бит әле, тик күршең үҙеңә башкөллө ғашиҡ булып ҡуймаһын инде, бик өмөтләндермә, аҙаҡ үҙеңә ҡыйын булып торор, мин бит ваҡыт үткәрер өсөн генә, тип әйтеп булмай ҙа инде.
ДУҪ ҠЫНА. Ҡайһы берҙә дуҫ тип йөрөгән егеткә лә хистәрең бар кеүек. Әммә быға иғтибар итмәҫкә тырышаһың. Мәҫәлән, тыуған көнөңдә ул һине ҡотлап, битеңдән үпте, ҡосаҡланы, әй юҡ, бергә бейенегеҙ бит әле, өйөңә оҙатып ҡуйҙы, сөнки төн, ҡараңғы ине. Тик былар бөтәһе лә уйламағанда килеп сыҡты. Эйе, ул дуҫ ҡына, ә шулай ҙа ниңә быға, икенсе яҡтан, хистәр күҙлегенән ҡарамаҫҡа? Етмәһә, егет бик матур. Юҡ, кәрәкмәҫ, сөнки, ысынлап та, ғашиҡ булыуың бар. Өҫтәүенә, ул һиңә дуҫтарса яңы күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙыҡайы тураһында һөйләй… Юҡ, был осраҡта уның үҙеңә ҡарата йылы той­ғоһо бармы икәнен ныҡлап асыҡлау урынлы булыр ул.
ЯЛ КӨНӨ РОМЕОҺЫ. Уның менән дискотекала танышҡайның. Бер аҙнанан шулай уҡ тағы осраштығыҙ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң егет һинең һәр шәмбеңдең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. Ял көнө Ромеоһы! Һәр шәмбене, йәкшәмбене көтөп алаһың, был егет һиңә байрам кеүек. Былай аралашыу мөнәсәбәттәргә хис өҫтәмәй. Аҙна буйы уҡыуға ла ваҡытың күп ҡала. Әммә ғәҙәти бәйлелек булмағас, дуҫлығығыҙ ҙа ныҡ түгел. Һин уға дәрестән һуң бергәләп саф һауала йөрөргә йәки киноға барырға тәҡдим итеп ҡара. Ризалашһа, бик һәйбәт, юҡ икән, ул шул килеш ял көнө Ромеоһы булып ҡаласаҡ.
УЙЛАП СЫҒАРЫЛҒАН ГЕРОЙ. Һин уға бер йылыңды сарыф иттең! Инглиз теленән өйгә эште башҡарыштың, әсәһенә бүләк эҙләргә магазин буйлап йөрөнөң, уның менән ҡыҙыҡһыныуыңды белдереп, ихлас йылмайып ҡараның. Хәҙер ул бөтә өйгә эштәре менән һеҙгә килә, магазин буйлап йөрөтә, өҫтәүенә, бер партала ултыраһығыҙ бит әле. Һиңә был егет үҙеңә ҡарата иғтибар күрһәткән кеүек тойола. Әхирәттәрең дә һеҙҙең дуҫлыҡ менән ҡыҙыҡһына. Был уйын менән етди мауығып китеүең бар, шуға тот та берәй көндө үҙең егетте осрашыуға саҡыр. Оҙаҡҡа. Шунда һөйләшеү, аралашыу аша уның һиңә ҡарата хисе бармы икәнен аңларһың. Юғиһә, ул һине дуҫтарса фай­ҙа­ланған кеүек күренә, ә, ҡыҙ кеше булараҡ, был егет миңә битараф түгел, тип уйлап, яңылышып йөрөүең дә ихтимал.

ГӨЛНИСА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code