Буласаҡ инженерҙар әҙерләй ул

Сығышы менән Хәйбулла районы Сиҙәм ҡасабаһынан булған Айнур Ғүмәров республика инженер интернат-лицейында эшләй. Ул уҡыусыларҙың күңел донъяһын яҡшы аңлап, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Йәш, яңы уй-фекерҙәргә бай булған уҡытыусы, әйткәндәй, химия фәндәре кандидаты, үҙе лә ошо белем усағын тамамлаған. Уҡытыусылар көнө уңайынан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Айнур Мансур улы, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ниндәйерәк уҡыусы булдығыҙ?
– Сиҙәм ҡасабаһында «бишле»гә генә уҡыным. Баш ҡалаға ошо лицейға килгәс, «өслө»ләрем дә күренгеләй башланы. Һайлап алынған синыф, уҡыусылар ҙа көслө генә ине. Өфөнән дә байтаҡ малайҙар йыйылған. Тәүге килгән йылды ике фәндән «өслө» сыҡты. Биологияны яратып уҡыһам да, дәрес инглиз телендә алып барылғас, ауырыраҡ булды. Шунан үҙемде ҡулға алып, сит телде ныҡлап өйрәнергә ҡарар иттем. Йәй буйы уҡып сығып, инглиз теленән белемемде «бишле»гә күтәр­ҙем. Һигеҙенсе синыфтан ҡабат отличниктар рәтенә баҫтым. Тырыша тор­ғас, унынсыла химиянан да уңыштарым күренә башланы. Ун беренселә был фәндән республика олимпиадаһында өсөнсө урын яулау минең ҙур ҡаҙаныштарымдың береһе булды.
– Был һөҙөмтә һәм лицейҙы миҙалға тамамлауығыҙ ул ваҡытта БДМУ-ға имтиханһыҙ уҡырға инергә мөмкинлек биргән. Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайларға булдығыҙ?
– Минеңсә, күңел талап иткән ике һөнәр бар: уҡытыусы һәм табип. Береһе кешенең күңелен дауалаһа, икенсеһе – тәнен. Мин бөтә нәмәне үҙемә яҡын кисерәм. Әгәр табип булһам, ауырыу кеше менән бергә ауырыр инем, моғайын. Шуға уҡытыусы һөнәрен һайланым.
– Ә кем һеҙгә уҡытыусы булырға ҡанат ҡуйҙы? Мәктәп йылдарындағы остаздарығыҙ нисек хәтерҙә ҡалған?
– Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина кеше менән аралашырға өйрәтте, лидерлыҡ һәләттәребеҙҙе үҫтерергә, тормош тәжрибәләрен бирергә тырышты. Тәү күргәндән үк ябай ғына уҡытыусы булмағанын аңланыҡ. Ул беҙҙең лицейға химиянан өҫтәмә дәрестәр бирергә килә ине. Үҙебеҙ теләп ихлас шөғөлләндек. Химияны ни өсөн өйрәнергә кәрәклеген еңел генә итеп аңлатып биргәс, был фән беҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра башланы. Бынан һуң ятлаясаҡ формулалар, эшләйәсәк мәсьәләләр бигүк ауыр һымаҡ тойолманы. Үҙе бик талапсан, алды-ялды белмәне, беҙгә лә ялҡауланырға ирек ҡуйманы. Күптәр, ял көнөм, тип ял иткәндә лә, ул мәктәпкә килеп, беҙҙең менән 2 – 4 сәғәт шөғөлләнә ине.
Лиза Ҡыям ҡыҙы – минең остазым да, кәңәшсем дә, ауыр саҡта әсәй кеүек йыуатыусым да, уҡытыусы булырға ҡанат ҡуйыусым да. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле лә ярҙамынан ташламай. Ниндәйҙер белем биреү проекттары булһа, бергәләп ойошторабыҙ. Диссертация яҙып, эшемде яҡлағанда ул мине хуплап сығыш яһаны.
– Инде хәҙер үҙегеҙ уҡытыусы. Бар күңелегеҙҙе һалып уҡыусыларығыҙҙа химия фәненә һөйөү уятырға тырышаһығыҙ. Уҡытыуҙа һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә тип уйлайһығыҙ?
– Уҡыусының күҙҙәре осҡонланып, теманы яҡшы аңлай икән, был миңә ҡыуаныс килтерә. Синыфтағы 30 баланың да ауыҙыңа ҡарап, тыңлап ҡына ултырыуын, башҡа сит эштәр менән булышмауын теләһәң, үҙеңә лә дәрестәргә ныҡлы психологик һәм һөнәри әҙерлек менән йөрөү талап ителә. Шул саҡта ғына уҡытыусы һәм уҡыусы араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә. Был – иң мөһиме.
Уҡыусыларҙың рәхмәтле булыуҙары ла этәргес булып тора. Тик уңыштарға өлгәшкән күп егеттәр уны аңламай. Беләһегеҙме, быйыл миңә беренсе сентябргә кем рауза сәскәһе бүләк иткәнен? Ул да булһа, химия йүнәлешле синыфта уҡып, насар ғына өлгәшкән егет ине. Бер саҡ дәрес ваҡытында минең менән телләште, үҙен насар тотто. Ниндәй билдә ҡуйһағыҙ ҙа ҡуйығыҙ, ти. Уға бер ни ҙә өндәшмәнем, әрләмәнем дә. Тыныслан да дәрестәрҙән һуң минең янға килерһең, тинем. Һүҙемә ҡолаҡ һалырмы икән? Ҡараһам, эргәмдә баҫып тора. Барып ултырҙы. Һөйлә, нимә булды, тип ҡыҙыҡһындым. Әгәр ҙә шулай насар уҡыуыңды дауам итһәң, миңә лә, һиңә лә яҡшы булмаясаҡ, тип аңлаттым. Шул тиклем ихлас итеп һөйләштек. Тел осонан уның инженер түгел, рәссам булырға хыял­ланыуын аңланым. Бик матур итеп һүрәт төшөрә икән. Математика, химия, физиканы атай-әсәйҙәре уҡырға мәжбүр итә, ә ул ҡаршы сығырға ҡурҡа. Бала шундай хәлдә булғас, минең менән бәхәскә инә башлаған икән. Ысын уҡытыусы бына ошоно күреп, асыҡларға тейеш. Һөйләшә торғас, яйлап-яйлап уның нимә теләүен, шул хыялды тормошҡа ашырыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген асыҡланыҡ. Ул хатта илап ебәрҙе лә рәхмәт әйтте.
Бынан һуң күҙҙәре янып, ҡыуанып йөрөнө. Химиянан «өслө»һөн «дүртле»гә төҙәтеп, аттестатта яҡшы билдә ҡуйылды. Шулай ҙа юғары уҡыу йортона барманы, һынлы-графика сәнғәте буйынса курс үтеп, хәҙер планшетта һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә. 18 йәштә генә эш табып, ситтән тороп уҡырға инде. Миңә уның килеп рәхмәт әйтеүе дәртләнеп эшләргә, шундай уҡыусыларҙы күреп, ҡабат ярҙам ҡулы һуҙырға көс бирҙе.
– Уҡыусыларығыҙ химия фәненән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында һәйбәт уңыштарға ирешә. Алдынғы урындар яулауҙарының сере нимәлә?
– Ысынлап та, һуңғы дүрт йылда беҙҙең лицей – республикала химия буйынса иң яҡшы һөҙөмтә биргән белем усағы. Бөтә Рәсәй йомғаҡлау этабында ла призёрҙар рәтенә инәбеҙ. Башҡалар өсөн был ауыр хеҙмәт емеше булһа, беҙҙең өсөн ул – ҡыҙыҡһыныу, яңы үрҙәргә ынтылыу. Уҡытыусыларҙың, белем усағының абруйын арттырыр өсөн һәләтле балалар менән күмәкләп команда менән эшләйбеҙ. Элекке олимпиадала еңеүсе, әле юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән лицей уҡыу­сыларыбыҙ ҙа ярҙам итә.
– Әйткәндәй, яҙ көнө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән шәхсән осрашыуҙа Башҡортостандағы һәләтле балаларҙы үҫтереү тураһында һүҙ алып барған­һығыҙ. Һөйләшеү үҙ һөҙөмтәһен бирҙеме?
– Осрашыуҙан һуң төрлө кәңәшмәләр, һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Мәғариф министрлығы һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса концепция булдырҙы. Быйыл­ғы уҡыу йылында был йәһәттән 10 миллион һум тотоноласаҡ, икенсе йылдан – 30 миллион һумға тиклем. Әлеге аҡса талантлы балаларҙы әҙерләүгә, асыҡларға һәм үҫтерергә, уларҙы һәм остаздарын бүләкләүгә китәсәк. Күп шәп егеттәребеҙ сит ерҙәргә уҡырға китә ине. Беҙҙең һүҙебеҙҙе министрлыҡ, Хөкүмәт кимәлендә лә ишетеүҙәре ҡыуаныслы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында һәләтле балаларға ярҙам итергә, сит яҡтарға китмәһендәр өсөн шарттар тыуҙы­рыр­ға кәрәклеген белдерҙе. Был йүнәлештә яһалған аҙымдарҙы бөгөндән күрәбеҙ. «Башҡортостан өмөтө» һәләтле уҡыусылар форумы ла быйыл икенсерәк форматта үтте.
– Киләсәккә хыялдарығыҙ, пландарығыҙ тураһында ла әйтеп китһәгеҙ ине.
– Беҙҙең лицейҙа һәләтле уҡыусылар менән эш күптән инде әүҙем алып барыла. Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның тәжрибәһен башҡаларға ла таратыр, күрһәтер, талантлы балаларҙы ситкә ебәрмәҫ өсөн республика кимәлендә төрлө фәндәр буйынса олимпиада хәрәкәтенең остаздар ассоциацияһын булдырырға ниәтләйбеҙ. Быйыл өлгөрмәйерәк ҡалһаҡ, икенсе йылдан эшләй башларға уйлайбыҙ.
– Рәхмәт, Айнур Мансур улы. Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА һөйләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code