Борон-борон заманда…

Уҡымышлы Сысҡансыҡ

…йәшәгән, ти, бер Сысҡансыҡ. Бик бәләкәй генә булған ул. Бөтәһе лә буйынан көлгән. Ә ул ҙур булырға хыял­ланған. Әсәһе генә улын аңлап, яҡлаған, ти.
Бер көндө Сысҡансыҡ урамда уйнап йөрөгәндә бер өй күреп ҡалған да ҡыҙыҡһынып, инеп ҡарарға булған. Уның эсендә түрҙә ҡарт Өкө хикәйә уҡып ултыра, имеш. Ҡыҙыҡлы китаптары ла бик күп икән. Йорт хужаһы ла изге күңелле булып сыҡҡан. Сысҡансыҡтан:
– Һинең ниндәй теләгең бар? – тип һораған.
– Минең ҙу-у-у-р булғым килә, – тигән ул.

– Ҙур булғың килһә, миңә көн һайын ошо китаптарҙы уҡырға йөрө. Күпте белерһең. Мин һине уҡырға һәм яҙырға өйрәтермен.
Сысҡансыҡ көн дә Өкөгә йөрөп, уҡымышлыға әйләнгән. Уның хәҙер белмәгән нәмәһе юҡ икән. Элек Сысҡансыҡтың бәләкәй кәүҙәһенән көлгәндәр хаталарын аңлаған, ти. Үҙҙәренең наҙан булыуҙарын белгәс, хатта оялып ҡына йөрөй башлағандар.

Русланбәк ЮНЫСБАЕВ.
Әбйәлил районы, Рауил мәктәбе.

Тиҫкәре кәзә

…бер бабайҙың Кәзәһе булған, ти. Ҡарап тороуға һөйкөмлө генә күренһә лә, бик тиҫкәре булған ул. Бабайҙың һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәгән.
Үҙе теләгәнсә ял итеү теләге менән бер көндө сығып киткән. Бабай көткән-көткән, ә Кәзәһе юҡ, ти. Бик оҙаҡлағас, уны эҙләп киткән.
Был ваҡытта теге тиҫкәре Кәзә йөрөй торғас, ҙур бер йылға буйына килеп етә лә баҫма аша икенсе яҡҡа сығырға булған. Баҫманың уртаһына барып еткәс, ни күҙҙәре менән күрһен, ҡаршыһына икенсе Кәзә килә, ти. «Ҡара һин уны, ҡара, йүнһеҙ, мин ни эшләйем, шуны ҡабатлай. Ҡайҙа әле күрмәгәнеңде күрһәтәйем», – тип мөгөҙөн сайҡай-сайҡай йүгереп барған да мәтәлләп һыуға барып төшкән. Был уның үҙ шәүләһе булған. Ярай әле бабай килеп өлгөргән, уны мөгөҙөнән тартып һыуҙан сығарған һәм өйгә алып ҡайтҡан.
Бына бит ул тиҫкәрелек нимәгә килтерә!

Арина БАҠЫЕВА, III синыф уҡыусыһы.
Саҡмағош районы, Иҫке Ҡалмаш мәктәбе.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code