Боксты ҡыҙҙар ҙа ярата

Алһыу.

Элина.

– Ура!!! Алһыу менән Элина ярыштан тағы еңеү менән ҡайт­ҡан!
Был хәбәр йәшен тиҙлегендә гимназияны урап сыҡты. Беҙ дуҫтарыбыҙҙы ҡотларға ашыҡтыҡ. Бокс буйынса Өфө ҡалаһы беренселегендә Элина Динеева 10 – 11 йәшлектәр араһында – I, ә Алһыу Ғәббәсова 13 – 14 йәшлектәр араһында II урын яулаған. Улар­ҙың район күләмендә лә, күрше Күмертау, Мәләүез ҡалала­рында үткән алыштарҙа ла еңеүҙә­ре байтаҡ. Ә бит ҡыҙҙарҙың бокс менән шөғөлләнә башлауҙарына ике йыл ғына.

Улар уҡыуҙа ла һынатмай. Элина V «Б» синыфында гел «бишле»ләргә генә өлгәшә. VIII «Г» синыфында уҡыусы Алһыуҙың көндәлеген дә «дүртле» һәм «бишле»ләр генә биҙәй. Ул беҙҙең «Балалар республикаһы»ның юғары синыф уҡыу­сылары советында мәҙәниәт бүлеген дә етәкләй, байрам саралары өсөн яуаплы, үҙе – бөтә концерттарҙа алыштырғыһыҙ алып барыусы ла. Элина – синыфтарында староста, балалар ижады үҙәгенең «Лидерҙар клубы»на йөрөй, «Хә­үеф­һеҙ тәгәрмәс» КВН командаһының әүҙем ағзаһы.
Бына шулай икеһе лә – һәр яҡлап та килгән ҡыҙҙар. Ә бокс – уларҙың яратҡан спорт төрө. Етәкселәре Алһыу менән Элинаны маҡтап бөтә алмай: «Маҡсатлы, сәмле, тырыш ҡыҙҙар. Спортта ла һынатмайҙар», – ти.
Алһыуға боксҡа һөйөү ағаһы Айнурҙан күскән. Ул хәҙер Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡый, яратҡан шөғөлөн ташла­май. Ә Элинаны малайҙарға хас холҡо ошо спорт төрөнә алып килгән­дер, моғайын. Ул үҙе лә: «Мине ғаиләбеҙҙә лә, синыфта ла малай кеүек күрәләр, гел генә ауыр һәм яуаплы эш йөкмәтәләр», – тип кө­лә.
– Эйе, хәҙерге заманда егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа үҙен яҡлай һәм һаҡлай белергә тейеш. Бокс беҙгә физик һәм рухи яҡтан көслө булырға, үҙ-үҙебеҙгә ышанырға ярҙам итә, – ти ҡыҙҙар бер тауыштан. Уларҙың спорттағы оҙон юлдары башланып ҡына тора, уңыштар теләйек үҙҙәренә.

Лилиә АБДУЛЛИНА, Әлиә МОТАЛЛАПОВА.
Күгәрсен районы, Мораҡтағы башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code