«Бирешмә»нең дауамы булырмы?

«Бирешмә» исемле тәүге үҫмерҙәр сериалын күптәр көтөп алды. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы экрандарҙа күрһәтә башлағас, уның һәр серияһын балалары менән бергә атай-әсәйҙәр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ысынлап та, геройҙар менән бергә йәшәнек, ҡыуандыҡ, борсолдоҡ, ҡайһы бер урындарында күҙҙәргә йәштәр эркелде. Бәләкәйҙән әсәйһеҙ ҡалған Гөлгенәнең әсәй тураһында йырлағанын иҫләй­һегеҙме? Ҡыҫҡаһы, сериалдағы һәр күренеш күңелдәргә үтеп инде, уйландырҙы, фәһем бирҙе.

«Тамыр» телеканалында «Бирешмә»нең геройҙары менән осрашыу.

Бик уңышлы проект булып сыҡты «Бирешмә». Сериалдың сценарий авторҙары – Гөлназ Ҡолһарина һәм Зөһрә Бураҡаева, режиссёры – Гөлсәсәк Игебаева, ҡуйыусы операторы – Марат Юнысов. Ә төп ролдәрҙе, белеүегеҙсә, яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән «Бирешмә» төркөмө йырсылары Данир Ғимаҙиев, Хәйҙәр Вәлиев, Гәлсәр Байғусҡарова һәм Гөлгенә Баһауетдинова башҡарҙы. Хәйҙәр әле – Өфө сәнғәт училищеһында, Гөлгенә Баш­ҡорт дәүләт педагогия универси­тетында белем ала, Гәлсәр ҡаланың 39-сы гимназияһында X синыфта уҡый, ә Данир быйыл 140-сы башҡорт гимназияһын тамамлаясаҡ. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр бәләкәйҙән «Тамыр»ҙа бергә шөғөлләнеп, тапшырыу­ҙарҙа төшөп, шунда үҫкәндәр, тиһәң дә була. Сериалда ла геройҙарҙың исемдәре уларҙыҡы менән тап килеүе үҙе үк ҡыҙыҡ. Хәҙер дүртеһе лә балалар­ҙың кумиры булып китте. Был йәш актёрҙарға яуап­лылыҡ та өҫтәй, фанаттар үҙҙәрен урамда таный, уларға оҡшарға, һәр яңылыҡтарын белергә тырыша бит.
«Бирешмә»не «YouTube» каналына ҡуй­ғас, тамашасылар уларҙы ҡабаттан ҡарай башланы. Үҫмерҙәр һәм атай-әсәйҙәр сериалдың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмө аша йәки шәхси хәбәрҙәр менән һорауҙарын яуҙыра, фекерҙәрен белдерә. Иң популяр һорау, әлбиттә: «Сериалдың дауамы буласаҡмы?» Ысынлап та, был ту­рала кино төшөрөүселәр һәм төп ролдәрҙе башҡарыусылар нимә уйлай икән?
Күптән түгел республика баҫмалары вәкилдәре менән «Түңәрәк өҫтәл» артын­да һөйләшеүҙә «Бирешмә»ләр был һорауға яуап итеп, әле өр-яңы проект өҫтөндә эшләүҙәре тураһында хәбәр итте. Ул «Бирешмә-Профи» тип аталасаҡ һәм төрлө һөнәрҙәргә арналасаҡ. Тапшырыу­ҙарҙы иһә үҙҙәре алып барасаҡ. Әммә се­риалдың да дауамы төшөрөлөр, мо­ға­йын. Сөнки ул барыһының да күңеле­нә хуш килде һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең тормошон һүрәтләгән яңы фильм көтә.
– «Бирешмә»лә бер ниндәй насарлыҡ та, яуызлыҡ та юҡ. Бәлки, шуға ла тамашасыға оҡшағандыр, – ти Гәлсәр. Ысынлап та, яҡшылыҡ, ярҙамсыллыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек кеүек матур сифаттар тәрбиәләүе менән ҡәҙерле был проект.
Сериалда йәш йырсылар концерт ҡуйып, Данирҙың сирле һеңлеһенә операцияға аҡса йыя, шулай бит, әле шул изге эштәрен тормошта ла дауам итеп, үҙҙәренең тамашасыларына ярҙам ҡулы һуҙыр­ға йыйыналар. Нисекме? 16 майҙа Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында хәйриә концерты ойоштороп, аҡсаһын Рус­лан Шәрәфетдиновҡа дауаланыуға тапшырасаҡтар. Руслан балалар фалижы менән ауырый, Ғафури районында әсәһе менән генә йәшәй. Акцияла эстрадабыҙҙың йәш популяр йырсылары ла ҡатнашасаҡ.
«Бирешмә»ләргә – Данир, Хәйҙәр, Гәлсәр һәм Гөлгенәгә киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлауҙарына ҡарамаҫтан, йыр-моңдан, сәнғәттән айырылмауҙарын теләйбеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр үҙ итеп өлгөргән төркөмөгөҙ киләсәктә лә яңы йырҙар, проекттар менән ҡыуандырып тор­һон.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code