«Бирешмә»ләр таң ҡалдырҙы!

«Бирешмә» төркөмө «Прага буяуҙары» балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара фестиваленән яҡшы кәйеф менән ҡайтты. Улар Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә, Айҙар Хәмзин көйөнә яҙылған «Бирешмә», «Селпәрәмә» йырҙарын башҡарып, «Вокал төркөмө» номинацияһында I дәрәжә лауреат исемен яуланы. «Вокал. Соло» номинацияһында Гәлсәр Байғусҡарова еңеүсе тип табылды. Ул йырлаған «Ете ҡыҙ»ҙы жюри бик оҡшатып, үҙенә бер төрлө тәьҫирлек, эске көс һәм баш­ҡарыу оҫталығы булыуын билдәләне.

Был фестиваль йыл һайын Чехия республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында үткәрелә. Быйыл конкурс программаларында Ҡаҙағстан, Грузия, Әрмәнстан, Словакия, Эстония, Чехия, Германия, Финляндия, Франция, Рәсәйҙән коллективтар һәм солистар ҡатнашты. Йәш талант­тар «Академик һәм халыҡ хоры», «Вокал ансамблдәр һәм солистар», «Хореографик ансамблдәр», «Халыҡ һәм клас­сик бейеүҙәр солистары», «Оркестрҙар һәм ҡыллы, тынлы һәм халыҡ ҡоралдары ансамблдәре», «Фольклор кол­лективтары» номинациялары буйынса көстәрен һынаны.
– Бындай саралар бөтә донъя буйынса мәҙәниәтте күтәрергә, шулай уҡ йәш таланттарға үҙҙәренең ижади һәләтен асырға һәм сығыштарҙан яңы тәжрибә тупларға ярҙам итә. Бигерәк тә Өфө ҡунаҡтары һоҡландырҙы. Улар күпме ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Башҡарыу оҫталығы һәм тамашасылар менән аралашыуҙары ла таң ҡалдырҙы. Бөгөндән мин «Бирешмә» төркөмөнөң фанаты, – ти жюри ағзаһы, итальян пианисы, композитор һәм дирижёр Хосе Мигель Маскьетто ла.
Халыҡ-ара балалар музыкаль фестиваленең директоры Анастасия Кулхава ла «Бирешмә»ләрҙең сығышын юғары баһалап, артабан да ҡатнашырға саҡырҙы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code