Бик тә китмәҫ инең, яратҡас…

Алыҫтарҙа тороп ҡалды кеүек
Һинең һының, томан йәшерҙе.
Яндарыңа ынтылғайным, ниҙер
Ҡулдарымды, гүйә, бешерҙе.

Тоноҡ шәүләң күренгәндәй була:
Табылаһың, ҡабат юғалып.
Бер хәбәрһеҙ атылаһың ҡапыл,
Ҡуйы томандарға юл алып.

Мин эҙләнем башта. Осратмағас,
Һин булдыңмы икән, шикләндем.
Уйҙар ҡайнай, бөтмәҫ һорауҙар күп,
Үҙ-үҙемә генә бикләндем.

Томандарҙа тағы хасил булды
Шәүлә генә йөҙөң – алдатҡыс.
Хистәрең дә тоноҡ булған, ахыры,
Бик тә китмәҫ инең, яратҡас…

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code