Биатлонсыға етеҙлек тә, мәргәнлек тә кәрәк

Биатлон мәктәбенең өмөтлө йәш спортсылары (һулдан уңға): Тимерлан Хөсәйенов, Яна Ғимаева, Андрей Смолин һәм Валерий Шәйәхмәтов.

Октябрьский ҡалаһындағы олимпия алмашын әҙерләүсе 3-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең даны электән тирә-йүнгә киң таралған. Атап әйткәндә, бында заманында саңғыла уҙышыу буйынса күп кенә чемпиондар тәрбиәләнгән. Шуныһы тағы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа мәктәптә спорттың бик тә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс төрөн – биатлонды үҫтереүгә яҡшы нигеҙ һалынған. Әле үк йәш биатлонсылар ил һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа үҙҙәренең еңеүле старттары менән көйәрмәндәрҙе һөйөндөрә башлаған.

Саңғыла уҙышыуҙан һәм винтовка менән сәпкә атыуҙан тор­ған был спорт төрөндә уңышҡа өлгәшеү өсөн, тәү сиратта, яҡшы базаға эйә булыу шарт. Биатлон мәктәбендә был йәһәттән дә ғорурлыҡ тойғоһон кисерә торғандарҙыр. Сөнки бында 2016 йылда заманса йыһазландырылған «Биатлон» спорт комплексы файҙаланыуға тапшырылған.
– Нефтселәрҙең хәйриә фонды иҫәбенә тәүҙә саңғы-роллер трассаһы һалынды, – тип һөйләй спорт мәктәбендәге биатлон бүлексәһенең өлкән тренер-методисы Наталья Владимировна Башинская. – Аҙаҡ биат­лонсылар өсөн ике ҡатлы матур бинаның ишектәре асылды. Бер үк ваҡытты атыу урыны ла төҙөлдө. Әле унда сәптәр ҡуйылған 12 ҡулайлама бар. Беҙҙең комплекс бөгөн республикала иң яҡшыларҙан һанала. Ҡала хакимиәтендә яҡын киләсәктә бағымсылар ярҙамында атыу майҙанын киңәйтеү, уны 24 урынлыға әйләндереү хаҡында ла уйлайҙар. Ул саҡта беҙ үҙебеҙҙә Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙы ла үткәрә аласаҡбыҙ.
Заманса комплекс асылғас, ҡалалағы биатлон мәктәбе яңы һулыш алған да инде. Әлеге көндә бында төрлө йәштәге 140 бала спорттың шул төрө менән шөғөлләнә. Уларҙы Татья­на Иванаевская, Раушан Әхмәҙиев кеүек тәжрибәле тренерҙар күнектерә. Быйылғы миҙгелдә уларҙың сафына биат­лон буйынса спорт мастеры, заманында Өфөләге спорт мәктәбендә Антон Бабиков менән бергә тәрбиәләнгән, ҙур ярыштарҙа күп тапҡырҙар пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелгән Кирилл Комаров та ҡушыл­ған.

Тренер Раушан Әхмәҙиев үҙенең тәрбиәләнеүселәре Әнүәр Ғиматов һәм Данил Хәкимов менән.

– Эйе, үҫмер саҡта Антон менән бер командала сығыш яһаныҡ. Әле лә уның менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, бер-беребеҙҙең хәлен белешеп торабыҙ, – тине ул. – Мин үҙем Силәбе физкультура институтының Өфөләге филиалын тамамланым. Тренер карьераһын Октябрьскийҙағы биатлон мәктәбендә башларға булдым. Быға һис тә үкенмәйем, сөнки бындағы комплекста йәш спортсыларҙы күнектереү өсөн шарттар бик тә яҡшы. Өҫтәүенә, эргәлә генә «Спартак» саңғы базаһы урынлашҡан. Унда йәш спортсыларҙы күнекмәләргә алып сығыу өсөн трассалар һәр саҡ әҙер. Шуға ла беҙҙең мәктәптәге биатлонсыларҙың саңғыла уҙышыуҙа әҙерлектәре яҡшы кимәлдә, тип әйтергә була.
Шул уҡ ваҡытта йәш биатлонсы сәпкә лә мәргән атырға тейеш. Беҙгә әйтеүҙәренсә, кесе һәм урта йәштәге балалар ярыштарҙа пневматик винтовканан ата. Үҫмер спортсылар ғына 5,6 миллиметр калибрлы винтовканы ҡулына ала. Йәш биатлонсыларҙы өйрәтеү һәм ҙур ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн спорт мәктәбендә атыу ҡоралы ла етерлек. Улар ҡарамағында МР маркалы 28 пневматик мылтыҡ бар. Бынан тыш, быйыл­ғы миҙгел алдынан Ижевскиҙан 16 дана бәләкәй калибрлы винтовкалар ҙа алып ҡайтҡандар.
– Биатлон менән шөғөлләнеүселәр өсөн талаптар ҙа ҡаты, – ти мәктәптең механигы Мәҙғәр Ғибәҙуллин. – Атыу урынына лицензияны быйыл ғына алдыҡ. Ундағы сәптәр ҡуйылған ҡулайламаларҙы көйләү ҙә күпмелер ваҡытты алды. Әйҙә, хә­ҙер йәш биатлонсылар 5,6 миллиметр калибрлы винтовканан атыу буйынса ла күнекмәләрҙе үҙебеҙҙә үткәрһендәр.
Тренер Раушан Әхмәҙиев әйтмешләй, бындай шарттарҙа балаларға мауыҡтырғыс спорт төрө менән кинәнеп шөғөлләнәһе генә ҡала. Төрлө ҙур ярыштарҙа ҡатнашыу иһә улар­ҙың оҫталығын һәм әҙерлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Шуға ла биатлонда Октябрьскийҙың йәш спортсылары миҙгелдән миҙгелгә киңерәк таны­лыу яулай бара. Былтырҙан бир­ле улар ил кимәлендә Анна Богалий кубогы өсөн ярыштар­ҙа үҙ көсөн һынай башлаған. Быйыл бигерәк тә «Абҙаҡ» спорт комплексында үткәрелгән икенсе этапта ҡатнашыу командаға ҙур уңыш килтергән.
– Шул ярыштарға беҙҙән 38 йәш биатлонсы барҙы, – тип белдерҙе Наталья Владимировна. – Улар араһынан 2007 – 2008 йылғылар төркөмөндә сығыш яһаған Яна Ғимаева еңеүле старттары менән барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы. Ул ике уҙышта ла өсөнсө урын яулауға иреште. Күп мәрәй йыйып, дөйөм иҫәптә лидерҙар рәтенә инде.
– Әле мин 12-се мәктәптең IV синыфында уҡып йөрөйөм, – тине Яна беҙҙең менән осраш­ҡанда. – Биатлон менән инде дүртенсе йыл шөғөлләнәм. Быйылғы миҙгелдә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүемә бик шатмын. Беләһегеҙме, биатлонда мәргән атҡанда ғына алға сығырға мөмкин. Мин Абҙаҡтағы ике уҙышта ла пневматик винтовканан 5 сәпкә тейҙерҙем. Спорт мәктәбендә бер генә күнекмәне лә ҡалдырмайым. Уҡыу­ҙа ла тик «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшәм. Киләсәктә Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһау хаҡында хыялланам.
Биатлон мәктәбендә үҙҙәренең тағын бер тәрбиәләнеүсеһе, 2001 йылғы көслө йәш спортсы Данил Хәкимов тураһында ла ғорурлыҡ менән телгә алдылар.
– Дүртенсе синыфта уҡығанда уҡ ул спорттың ошо төрөн һайлағайны,– тип таныштырҙы уның менән тренер Раушан Хәмит улы Әхмәҙиев. – Хәҙер инде 1-се разрядлы спортсы. Былтыр Анна Богалий кубогы өсөн ярыштарҙың рейтингында V урын алғайны. Быйыл уның һөҙөмтәләре тағы ла яҡшыраҡ. Ике этаптан һуң үҙ төркөмөндәге үҫмер спортсылар ара­һында беренсе урында бара. Ә инде финал уҙыштары Мурманск ҡалаһында үтәсәк. Ошо ике этапта яҡшы һөҙөмтә­ләр күрһәтә алһаҡ, кубокты мотлаҡ үҙебеҙгә алып ҡайтасаҡбыҙ.
Данил үҙе әле 8-се мәктәптең X синыфында уҡый. Телгә алыуынса, ҙур спортта уның карье­раһы яңы башлана ғына. Маҡсаты – үҫмерҙәр араһында федераль округтың һәм илдең йыйылма командаһы составына инеү.
– Донъя кимәлендәге биатлонда минең кумирҙарым – Антон Шипулин менән Мартен Фуркад, – ти ул. – Шуны яҡшы беләм, ярыштарҙа еңер өсөн ныҡлы ихтыяр көсөн күр­һәтергә лә кәрәк. Әле бына беҙҙәге «Биатлон» комплексында атыу урынын астылар. Үҙемдең мәргәнлекте үҫтерһәм, һөҙөмтәләр ҙә бермә-бер яҡшырасаҡ.
Эйе, һис шикһеҙ, бер нисә йылдан Октябрьский ҡалаһының биатлон мәктәбендә лә чемпиондар үҫеп сығасаҡ. Яна Ғимаева, Данил Хәкимов, Әнүәр Ғиматов кеүек талантлы йәш спортсыларға киләсәктә лә тик еңеүле старттар һәм яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Октябрьский ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code