Биҙрәләрем үҙемдәй, тәүәкәллек күҙемдә…

7lFsMFjIhKQЭх, ғүмер аҡҡан һыу кеүек бит ул, шаулап-гөрләп аға ла аға. Әле ҡасан ғына уҡыусылар яҙғы каникулға сыҡҡайны, күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Хәҙер ялдың иң шәбе, оҙоно, күңеллеһе көтә. Әммә һәр берегеҙҙең алдында быйылғы уҡыу йылын матур итеп тамамлау бурысы тора. Кемдәр имтихандарға әҙерләнә, уларға уңыштар теләйек, Хоҙай һеҙгә тел асҡыстары бирһен.

Ә хәҙер тапҡырҙар йәнә бәйгегә сыға. «Мәҙәк һүрәт – тап­ҡыр яуап» рубрикаһы гәзиттең 13-сө һанында донъя күргәйне. Ундағы фотоға ҡарата уҡыусыларыбыҙ шиғри яуаптар яҙып ебәргән. Иғтибарға лайыҡтарын уҡып ҡарайыҡ әле. Был юлы күберәк әсәйҙәргә мәҙхиә әйтелгән. Иң беренселәрҙән булып йәш хәбәрсебеҙ Динара Ғәлләмованың хатын уҡып китәйек:
Бөгөн беҙгә ҡунаҡ килгән,
Әсәй бер ҙә бушамай.
Ҡарап тороп, йәлләп киттем,
Ярҙам итмәйсә булмай.
Вәт, шә-әп ҡыҙ, әсәйҙе һәр ваҡыт шулай яратып, ярҙам итеп торорға кәрәк.
Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбендә белем биреүсе Гөлмирә Бикбулатова апайығыҙ ҙа ҡалышмаған:
Күнәктәрем ҙур булһа ла,
Үҙем әле бәләкәй,
Әсәйемә һыу килтерәм,
Эшһеҙ йөрөү килешмәй.
цыплята и собакаБөрйән районы Килдеғол ауылынан Илсур Билаловтың дүрт юллығына күҙ һалайыҡ:
Ҡулдарымда ике күнәк,
Ҡар һыуына барамын.
Артта ҡалды өләсәйем,
Уны көтөп торамын.
Был егет өләсәһенә гел шулай ярҙамлаша, күрәһең. Юлды белеп бөткән, алдан йөрөй.
Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алыусы Айһылыу Кин­йәбаеваның шиғри юлдарын иң уңышлыһы тип таптыҡ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Әсәйемә булышам,
Көн дә һыу ҙа ташышам.
Бәләкәй булһам да мин,
Ҙур үҫергә тырышам.
Биҙрәләрем үҙемдәй,
Тәүәккәллек күҙемдә.
Ауыр булһа ла, тырышам,
Егет торор һүҙендә!
Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙгә бәйгелә ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бәйләнештәр­ҙе өҙмәйек, артабан да шулай хәбәрләшеп йәшәйек! Тағы ла яңы фотоһүрәт тәҡдим итәбеҙ. Кемдән иң-иң тапҡыр яуап килер икән?!

Дилара АРСАЕВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code