Биҙәк төрҙәре

Медальон.

МЕДАЛЬОН. Был биҙәк менән ҡытайҙар – балаҫтарын, ирандар ҡул эштәрен биҙәй. Ул төрлө формала – түңәрәк, оҙонса түңәрәк, ромб рәүешендә иң уртаға урынлаштырыла. Ботаҡ, сәс­кә кеүек ваҡ элементтарҙан да тора.

Авшан.

АВШАН. Фарсы теленән тәржемә итһәң, «сәселгән» тигәнде аңлата. Балаҫтың һүрәтендә медальон булмай, үҫемлектәр донъяһы элементтары әллә нисәмә тапҡыр ҡабатланып килә.

Хешти.

ХЕШТИ. Биҙәк шахмат шаҡмаҡтары рәүешендә эшләнелә. Балаҫ квадраттарға бүленеп, уның һәр береһендә ниндәйҙер символ йәки үҫемлек һүрәте ҡуйыла. Әлеге биҙәкте ирандар ҡуллана.

Гомбад.

ГОМБАД. Медальон композицияһы менән оҡшашыраҡ, ләкин осло фор­малары күберәк.

Михраб.

МИХРАБ. Тағы ла бер архитектура формаһы. Мәсеттең бер өлөшө булып тора. Үҙ аллы ассиметрик һүрәт булып та һанала, үҫемлектәр донъяһынан биҙәктәр менән тулыландырыла. Йыш ҡына төрөктәрҙең балаҫтарында осратырға мөмкин.

Символик мәғәнәһе

Һуғылған һүрәттәрҙең символик мәғәнәһе лә бар. Бер нисәүһен ҡарап китәйек.
АҒАС уңдырышлыҡты кәүҙәләндерһә, һыу, йәшәү сығанағы булараҡ, данлана.
ВАЗА күбеһенсә сәскәләр ултыртып эшләнә. Көнсығышта ул мөхәббәттең бөйөклөгөн белдерә.
БӨРКӨТ хакимлыҡ һәм көслөлөк, ТАУИС – һаҡлаусы бетеү, ҺАРЫҠ – күсмә тормош рәүешен күҙ уңында тотоусы, ӘТӘС – яңырыу, АРЫҪЛАН – көс символдары.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code