Бесән айы – бер мәл генә

Был ваҡытта бесән әҙерләү тамамланыуға табан бара тор­ғайны инде. Көндәр һалҡын, ямғырлы тороу арҡаһында быйыл һуңғараҡ ҡалына. Әле был эштең иң ҡыҙған ваҡыты. Халыҡ ялан тулып мал аҙығы әҙерләй. Берәүҙәр саба, икенселәре әйләндерә, йыя, кипкән бесәнде кәбәнгә өйә.

«Триммер – шәп әйбер», – ти Динар менән Назар.

Хаҡлы ялдағы Зиада менән Әхмәтйән Исҡаҡовтарҙың сабынлығында ла кеше күп ине. Ярҙамлашырға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, Ҡырмыҫ­ҡалы районының Баҡсалы ауылында йәшәгән туғандары килгән.

Гөлдәриә Ғималетдинова ҡунаҡ ҡыҙы Зөлфиә Ибраһимова менән.

13 йәшлек ейәне Назар быйыл ныҡлап ҡул араһына ингән. Бәләкәй булһа ла, ағаһы Динарҙан һис ҡалышмай. Улар геүләтеп триммер менән сабалар. Динарҙың атаһын әллә ҡайҙа ҡалдырып киткәндәр. Замана техникаһын йәштәр тиҙерәк үҙләштергән, күрәһең.
– Салғы менән сабыуға ҡарағанда күпкә еңелерәк, – ти егеттәр. – Бер өйрәнеп алһаң, тик йөрөйһөң, артыҡ арымай­һың да.
Ә өлкәнерәк ағайҙар барыбер өй­рәнелгән салғыны үҙ итә. Ҡолас ташлап сабыуға ни етә, тип кенә ебәрәләр.
Зөлфиә менән Гөлдәриә бакуй әйләндерергә, йыйырға эшкингән. Һәләк етеҙ үҙҙәре. Һыу­ға барып, сәй ҡайнатыу ҙа уларҙың бурысы. Ҡыҙҙарға бында хатта оҡшай инде. Бесән айы бер мәл генә бит ул.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code