Берлинға барып ҡайттым

Күңелле лә, ҡыҙыҡлы ла көндәре менән йәйге каникулым үтеп тә китте. Көтөп алған 1 сентябрь байрамына барыбыҙ ҙа шатланып килдек. Дуҫтар, синыфташтар менән осрашып, йәйге ялыбыҙ тураһында һөйләшеп, һүҙҙәр бөтмәне. Кемдер өләсәһендә, туғандарында йәки баш ҡалабыҙҙа ял итһә, мин иһә бик алыҫта – Германияның баш ҡалаһы Берлинда булдым. Беҙ унда әсәйем һәм ҡустым Азамат менән барҙыҡ. Беренсе мәртәбә сит илгә сығыу, тәүге тапҡыр самолётҡа ултырып, бейектән ерҙе күҙәтеү – былар барыһы ла төш кеүек ине. Ауылыбыҙҙан Өфөгә оҙаҡ ҡына барһаҡ та, унан Берлинға тиклем юл бик тиҙ үтте. 5 сәғәт эсендә осоп килеп еттек. Берлин аэропортында беҙ­ҙе инәйем шатланып ҡаршы ал­ды.
Быға тиклем Германия, унда йәшәгән кешеләр тураһында ишеткәнем генә бар ине. Бында бөтә ер матур, таҙа. Иртән иртүк нисек итеп махсус машиналар­ҙың юлдарҙы йыуып йөрөгәндәрен күрҙем. Автобус, метроларҙа ла таҙалыҡ. Транспортта кешеләр беҙҙәге кеүек күп түгел, иркенләп ултырып йөрөнөк.

Минең хобби – футбол. «Реал», «Бавария» командалары уйындарын яратып ҡарайым. «Берлиндың үҙенә килеп тә Олимпия футбол стадионын күрмәй ҡайт­һаҡ, үкенербеҙ», – тип бер көндө шунда киттек. Германияның «Герта»һы менән Англияның «Ливерпуль» командалары уйынын ҡараныҡ. Иҫәп 0:3 – Бөйөк Британия файҙаһына булды. Уйын, ундағы көйәрмәндәр миңә бик оҡшаны!
Бер көндө ҡурсаулыҡҡа бар­ҙыҡ. Төрлө-төрлө йәнлектәр араһында йөрөнөк. Бер яҡта матур ғына жирафтар, зебралар, филдәр йөрөһә, икенсе яҡта аҡ һәм ҡара айыуҙар, һоро һәм аҡ бүреләр, ял иткәндәй, рәхәтләнеп яталар. Тағы ла көнгөрә балаларын, бик күп төрлө маймылдарҙы күрҙек. Бер тыныс ҡына урында пингвиндар йөрөй. Төрлө-төрлө матур ғына ҡоштар ҙа бар ине. Иң-иң оҡшағаны – Ҡытайҙан килтерелгән ике панда. Телевизорҙан ғына күргән был матур йәнлектәргә барыһы ла һоҡланып ҡарай. Беҙ ҙә оҙаҡ ҡына уларҙан айырыла алмай торҙоҡ. Аҙаҡ ҙур ғына залға индек. Унда океан, диңгеҙ балыҡтарының, кит, акула, шулай уҡ медузалар­ҙың йөҙгәнен күҙәттек.
Тағы ла бер иҫтәлекле көн – уйынсыҡ кеүек матур автобуста ҡала буйлап экскурсияла йөрөү. Бранденбург ҡапҡаһы янында, Леголендта, Рейхстаг алдында һәм бик күп иҫтәлекле һәйкәлдәр янында, музейҙарҙа булып, иҫтәлеккә фотоға төштөк. Шпрее йылғаһы буйында йөрөнөк. Бигерәк тә Бөйөк Еңеү көнөн хәтерләткән Рейхстаг янында ата-бабаларыбыҙ үткән юлдарҙан йөрөү иҫтәлекле һәм әһәмиәтле булды.
Бына шулай төрлө-төрлө матур ваҡиғаларға бай булды минең өс айым. Киләсәктә тағы ла бер Германия яҡтарын, сит илдәрҙе барып күрермен әле, тигән хыялдар менән ҡайттым сәйәхәтемдән.

Салауат ДӘҮЛӘТБИРҘИН.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code