Бергә-бергә күңелле

Ғәзиз олатайым менән Сәмиға өләсәйем йәш саҡтарында фермала эшләгән. Ялға сыҡҡас, олатайым Анапала, Һарытау­ҙа, Омскиҙа, Волгоградта бул­ған. Шул яҡтарҙан бик күп бүләктәр алып ҡайта. Өләсәйем дә, олатайым да беҙҙе ныҡ ярата.

Уларҙың биш балаһы бар. Бөгөн эргәләрендә Динис ағайым менән Илүзә апайым ғына. Икеһе лә мәктәптә уҡый­ҙар.
Йәй етһә, олатайым беҙҙе бесәнгә алып бара, өләсәйем менән еләккә йөрөйбөҙ. Улар­ҙа һәр ваҡыт күңелле. Эш тә күп. Бергәләп башҡарғас, арымайбыҙ.
Мин бер инәйҙең өләсәйҙәр тураһындағы шиғырын яттан һөйләп, районда үткән конкурс­та икенсе урын яуланым.
«Яратығыҙ ғәзиз өләсәйҙәрҙе!
Ғүмер ҡыҫҡа, шуны аңлағыҙ!
Киләсәктә һеҙгә ниҙәр булыр?
Һеҙҙең дә бит үҫә балағыҙ», – тигән һүҙҙәр бар унда.

Гөлиә ҠАРАМЫШЕВА, I синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code