Беренсе тур

Шахмат мәсьәләләре сисеү конкурсын дауам итәбеҙ. Быныһы инде ғинуарҙа башланып, майға тиклем барасаҡ. Еңеүселәр июндә билдәле буласаҡ.
Был бәйгелә лә һеҙгә 10 мәсьәлә, күберәген миниатюралар, тәҡдим ителәсәк. Яуаптарығыҙҙы редакцияға һуңлатмай 10 көн эсендә ебәрергә тырышығыҙ.
Хатығыҙҙа тулы исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, нисәнсе синыфта, ҡай­һы мәктәптә уҡыуығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ, йәме.

Беренсе мәсьәлә

diagramma-1

Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крf3, Фс8, Ла1, Са3, Се8 (5 фигура), ҡаралар – Крb3, пс3 (2 фигура).
Миниатюраның авторы – П. Кондратьев (2005). Сиселештең өс вариантын да табығыҙ.

Икенсе мәсьәлә

diagramma-2

Аҡтар башлап, был юлы ла ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кре8, Фd4, Са3, пһ3 (4 фигура), ҡаралар – Кре6, Кb8, пd7 (3 фигура).
Авторы – В. Шумарин (2005). Дүрт вариантты күрһәтергә кәрәк.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ

(«Йәншишмә» №51, 23 декабрь, 2016 йыл.)

Туғыҙынсы мәсьәлә

1. Крb8 –с8     Крb6 – а7
2. Крс8 – с7    Кра7 – а8
3. Крс7 – b6    Кра8 – b8
4. c6 – c7+    Крb8 – c8
5. Cf1 – h3x.

Унынсы мәсьәлә

1. Крс4 – b5    Kpa2 – b3
2. a3 – a4    Kpb3 – a2
3. a4 – a5    Kpa2 – b3
4. a5 – a6    Kpb3 – a2
5. a6 – a7    Kpa2 – b3
6. a7 – a8C!
(6. a7 – a8 Ф? – пат!)
6. …        Kpb3 – a2
7. Ca8 – d5x.

Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуаптар­ҙы Кәрим БАТЫРШИН, Коля ШИБАЕВ, Зөлфәт МӘМБӘТОВ, Айгиз ИЛЬЯСОВ, Нуршат СӘЙФЕТДИНОВ, Айнур ИСКӘНЙӘРОВ, Саша ЮРТАЕВ, Нурислам ФӘЙРУШИН, Динислам ЮЛДАШБАЕВ, Артур ТИМЕРМУЛЛИН һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.

ШАХ БАБАЙ.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code