Беренсеһе булһа тик шатлыҡлы, моңһоу көйлө уның һуңғыһы

Ун беренселәр «Һуңғы ҡыңғырау» байрамынан һуң мәктәп директоры Альберт Боҫҡонов, уның урынбаҫары Шәүрә Бүләкова һәм синыф етәксеһе Ирина Бычкова (уртала) менән.

Ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды. Хәйбулла районы мәктәптәрендә лә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Шул тиклем матур үтте тантаналар. Байрам икәнен белгәндәй, ҡояш та йылы нурҙарын йәлләмәне.
Быйыл районда туғыҙынсыны – 400, ә ун беренсене 128 уҡыусы тамамлай икән.

Беҙҙе Бүребай урта мәктәбендә көтәләр ине. Тантанаға Баш­ҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционер йәм­ғиәтенең генераль директоры Рөстәм Борғанетдин улы Аблаев та килгәйне. Бер ҙә осраҡлы түгел. Таусылар мәктәптең күптәнге тоғро дуҫтары бит. Бөгөнгө байрамға ла изге теләктәрен еткерергә ашҡынып килеп еттеләр.
Был һоҡланғыс мәктәп, ысынлап та, тышынан да, эсенән дә матур. Уның менән яҡындан танышҡас: «Бында насар уҡып булмайҙыр инде», – тип уйлап ҡуяһың. Бөтә бүлмәләр заманса йыһазландырылған, шарттар иҫ китмәле һәйбәт. Береһенән-береһе көслө, балалар өсөн янып-көйөп торған тынғыһыҙ, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар коллективы тупланған. Әйткәндәй, Бүребай мәктәбендә V синыфтан башлап инженер һөнәрен ныҡлы үҙләштерәләр. Математика, физика, химия, информатика тәрәнәйтеп өйрәнелә. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты менән килешеү төҙөлөп, Свердлов өлкәһенең Үрге Пышма техник университеты менән тығыҙ бәйләнеш булдырғандар. Ун беренселәр өсөн махсус репетиторҙар яллана. Кемдәр төрлө һынауҙар­ҙы үтеп, мәктәпте уңышлы тамамлай, улар өсөн был университетҡа уҡырға инеү юлы асыла. Әле бына ун беренсенән Артём Әминев, Иҙел Түләшев һәм Артём Ҡунаҡасов шунда барырға йыйына.

IX «А» синыфы уҡыусылары.

Беҙгә тағы бер ҡыуаныслы хәбәрҙе ишеттерҙеләр. Тиҙҙән мәктәптә робот техникаһы түңәрәге эшләй башлай икән. Бағымсылары – комбинат бының өсөн 650 мең һум аҡса күсергән дә инде. Түңәрәкте алып барыу информатика уҡытыу­сыһы Ирина Владимировна Григорьеваға йөкмәтелгән.
– Бер ҙә һынатҡыбыҙ килмәй. Һанай китһәң, уңыштарыбыҙ ифрат күп. Быйылғы уҡыу йылында етенселәребеҙ Валентина Ивановна Алябьева етәкселегендә геологиянан Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында дипломат булды. Туғыҙынсынан Никита Ромашков «Әҙәбиәтле Рәсәй» бәйгеһендә еңеп сыҡты. Уҡытыусыларҙан Лилиә Рәйес ҡыҙы Гәрәева – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика бәйгеһендә ҡатнашһа, район намыҫын яҡлаһа, ә Гөлнара Ғәзим ҡыҙы Сурина – инглиз теле буйынса районда иң-иңе!
Йәнә бер яңылыҡ: беҙҙә бына икенсе йыл инде мәктәптә II синыфтан шахматты бөтәһе лә уйнай. Уның серҙәренә Илдар Хәлим улы Ҡәйепов төшөндөрә. Сағыу йондоҙҙарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, ағалы-ҡустылы Артём һәм Дима Ҡунаҡасовтар. Ғөмүмән, был ғаиләлә барыһы ла шахмат уйнай. Төрлө турнирҙар­ҙа еңеү ҙә яулайҙар, – тип һөйләне беҙгә директор урынбаҫары Шәүрә Динислам ҡыҙы Бүләкова.
Бүребай мәктәбендә төрлө милләт балалары уҡый. Шуныһы һөйөнөслө: туған телебеҙҙе өйрәнеүгә лә иғтибар ҙур. Туғы­ҙынсыны быйыл 64 уҡыусы тамамлаһа, шуларҙың IX «А» синыфы – башҡорт синыфы.
– Үҙебеҙҙең ниндәй милләттән икәнебеҙҙе, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы онотмайбыҙ. Беренсенән алып баш­ҡортса өйрәнәбеҙ, уҡыйбыҙ. Ҡурайсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ, йырсыларыбыҙ бар. Милли рухлы булып үҫә беҙҙең малай­ҙар, ҡыҙҙар, – тип шатлығы менән уртаҡлашты синыф етәкселәре Хәлиҙә Хәлил ҡыҙы Байдәүләтова.
Быйыл ун беренсене 13 уҡыу­сы тамамлай.
– Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн минең өсөн, – ти синыф етәкселәре Ирина Васильевна Бычкова. – Дуҫ, бер­ҙәм, татыу булдыҡ, һынатмаҫҡа тырыштыҡ. Синыфҡа ныҡ өйрәнеп кителде, үҙҙәрен юҡһынырмын, һағынырмын инде.
– Ә кемдәр иң-иңе булды? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Арсен Хисмәтуллин, Артём Әминев, Надя Наливкина, Таня Волжанина, Анжелика Сыңғы­ҙова, Артём Ҡунаҡасовтар яҡ­шы уҡыны. Араларында ми­ҙал­ға дәғүә итеүселәр ҙә бар. Ә Сергей Покотило – шәп бас­кетболсы, район йыйылма ко­мандаһында уйнаны.
«Һуңғы ҡыңғырау» байрамы көнөндә ун беренселәр бик күп маҡтау һүҙҙәре, изге теләктәр, файҙалы кәңәштәр ишетте. Иң-иңдәргә бүләктәр таратылды.
– Һеҙ беҙҙең күҙ алдында үҫтегеҙ. Хәҙер ҙур булдығыҙ. Барығыҙға ла аҡ юл теләйбеҙ! – тип фатихаларын бирҙе яратҡан тәүге уҡытыусылары.
Тантана ун беренселәрҙең вальсы менән тамамланды. Хәҙер инде үҙҙәрен ҙур һынау­ҙар көтә. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға кәрәк. Уңыштар теләйбеҙ!

М. ХӘЙБУЛЛИН.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code