Бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын

Алыҫлаша бара һуғыш беҙҙән –
Тиҫтә йылдар ята арала.
Алыҫлаша. Тик уңалыу белмәй
Ҡанһыраған хәтер-яралар.
Әмир МОРАТОВ.

Ваҡыт һиҙҙермәй генә уҙа ла китә икән. Инде бына нисәнсе Еңеү яҙын ҡаршыланыҡ. Оҙаҡ ваҡыт үтһә лә, һу­ғыш тураһындағы ауыр хәтирәләр күңелдә һаҡлана. Бөгөн рәхәт тормошта йәшәүебеҙгә олатай-өләсәй­ҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы беҙ­ҙең ғаиләгә лә ҡағылмай уҙмаған. Ҡарт олатайым Рәхимйән Фәрит улы Илекәев тә Бөйөк Еңеүгә үҙ көсөн индергән. Ул 1908 йылдың 25 де­кабрендә ғаиләлә баш бала булып донъя­ға килә. Башлан­ғыс белемде тыуған ауылы Илсеғолда ала. 1931 йылда Рәхимйән олатайым Ғәйшә өләсәйемә өйләнә. Улар 7 балаға ғүмер бүләк итә. Ошо уҡ йылда Рәхимйән Фәрит улын Өфөгә советтар­ҙың партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Ул бик аҡыллы, изге күңелле кеше була. Һәр ваҡыт ауылдаштарына, туғандарына ярҙам итә.
1935 йылда олатайым ВЛКСМ район комитетының икенсе секретары, бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә, 1939 йылда партия район комитетының икенсе секретары, пропаганда бүлеге мөдире итеп ҡуялар. Был вазифаны ул 1941 йылдың авгусына тиклем башҡара. Алкинда һалдатҡа алынғандарҙы һу­ғыш­ҡа әҙерләү эшендә ҡатнаша.
1942 йылда Рәхимйән олатайым фронтҡа китә, Сталинградты дошмандарҙан азат итеүҙә, Курск дуғаһындағы алышта ҡатнаша. Фронттан уң ҡулын юғалтып, II төркөм инвалид булып ҡайта. Күр­һәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Тыуған ауылына ҡайт­ҡас, олатайым Степной МТС-ында эшләй, 1946 йылда «Боль­шевик» колхозы рәйесе, 1960 йылда Ҡаран ауылы советы рәйесе, 1963 йылда колхозға парторг итеп тәғәйенләйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1965 йылдың 14 ғинуарында 57 йәшендә генә вафат була. Рәхимйән олатайымдың үҙен күрмәһәм дә, уның тураһында беләм һәм бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын, сөнки беҙгә тыныс һәм бәхетле тормош бүләк иткән.

Илнара ИЛЕКӘЕВА.
Миәкә районы,
Илсеғол ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code